Үтәйексе ғүмер юлдарын.
АҒИҘЕЛКӘЙ
Күпме айҙар, йылдар үтһә лә,
Һис онотмай башҡорт балаһы:
Ағиҙелкәй беҙҙең күңелдәрҙә,
Беҙҙең йырҙа мәңге ҡалаһы.
Ҡушымта:
Ағизелкәй аға тын ғына,
Йырсы ҡоштар талдарға ҡуна.
Бала саҡтың яҡты нуры булып,
Күңелдәргә ҡыуаныс тула.
Тәбиғәттең нурлы мөғжизәһе,
Ғорурлығы башҡорт иленең,
Ҡалһын ине сафлыҡ-аҡлыҡтары —
Даны булып тыуған еремдең.
Аҡҡан һыуҙай ғүмер тиз уҙа,
Яңы быуын килер был ярға.
Матурлығын данлап тыуған яҡтың,
Ҡушылырҙар моңло был йырға.
Гөлфиә Ишмөхәмәтова
БЕҘҘЕҢ ЙӘШЛЕК
Йәшлектәрҙә һин яратҡан күлдәк,
Төҫкәйҙәре күптән уңды бит.
Яңыртырға беҙгә йәшлек хисен
Һуңдыр иркәм инде, һуңдыр бит.
Шул уҡ күлдәк тиһең, оҡшаш ҡына,
Ул күлдәкте күптән туҙҙырҙым.
Ғүмеремдең инде күпме йылын
Бүтән берәү менән уҙҙырҙым.
Йәшлектәге әйтелмәгән һүҙҙе
Килдем тиһең һиңә әйтергә.
Юҡ, кәрәкмәй, беҙҙең йәшлегебеҙ
Булып ҡалһын матур хәтирә.
Иңде-иңгә терәп үткәндәрҙе
Иҫләп булмай, кем һуң яңлышты.
Йәшлегебеҙ матур көйө ҡалһын,
Булмаһын шул күлдәк яҙмышлы.
РОМАШКАЛАР
Ромашкалар гөрләп сәскә ата
Йәмдәр биреп тыуған ҡырҙарға.
Ап-аҡ ромашкалар һөйөү юрай
Мөхәббәтен көткән ҡыҙҙарға.
Ҡулдарына гөлләмәләр тотоп,
Һөйгән ҡыҙын егет ҡаршылай.
Саф һәм керһеҙ булһын уртаҡ хистәр
Ромашканың ап-аҡ тажылай.
«Яратмай ул!» – тиһә ромашкалар,
Йәшәүҙәрҙән бер үк туймағыҙ.
«Миңә генә яҙған ғәзиз йәрем
Был түгелдер», – тиеп уйлағыҙ.
Гелән һөйә тиһен ине лә ул
Нескә бит ул ҡыҙҙар күңеле.
Йәнең тартҡан йәрҙәр менән генә
Йәшәүҙәре ерҙә күңелле.
Гөлназ Ҡотоева
ҠАРҘАР ЯУА
Ҡарҙар яуа,
Ап – аҡ ҡарҙар…
Шул сафлыҡтан иҙрәй Ерем.
Тау – урмандар,
Ялан – ҡырҙар
Был ваҡытта итә серем.
Ҡушымта;
Һинең серең.
Минең серем.
Күңелдәрҙә – хис бураны.
Ҡасып ҡалыр әмәлем юҡ,
Аҡ донъяны мең ураным…
Мин юраным Еребеҙгә
Татлы төштәр,
Яҡты хыял.
Ғәмлелергә ҡот бир, ҡышым,
Ғәмһеҙенә яҡты уй һал!
ҠЫПСАҠ ҠЫҘЫ
Ярһыуынан атым оса ғына.
Донъя серен йыйған,
Бөтә ғаләм һыйған
Сал даламдың ҡайнар ҡосағына.
Ил-көнөн яҡлап,
Намыҫын һаҡлап,
Атыла уҡтай,
Артыла уттай
Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары —
Атҡа атлана.
Аямай йәнен,
Утҡа ташлана.
Ергә биҙәк булып йәшәгәнгә
Донъя ҡәҙерҙәре арта икән.
Ҡоштай талпынырға,
Уҡтай атылырға
Ҡыпсаҡ ҡаны үҙе тарта икән.
Беҙ ҡабыҙған усаҡ яҡтыһынан
Йондоҙ нуры арта, Сулпан ҡалҡа.
Айҙай тулып балҡып,
Ҡояш кеүек ҡалҡып,
Ҡыпсаҡ ҡыҙы илен данлап ҡайта.
Ил-көнөн яҡлап,
Намыҫын һаҡлап,
Атыла уҡтай,
Артыла уттай
Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары —
Атҡа атлана.
Аямай йәнен,
Утҡа ташлана.
Лилия Миниязова
МИНЕҢ ВАТАНЫМ
Минең Ватаным башлана ниҙән?
Олатайымдың шанлы данынан,
Мине тыуҙырған әсәм наҙынан,
Атам ултырған түңәрәк түрҙән-
Минең Ватаным башлана өйҙән.
Минең Ватаным башлана ниҙән?
Ысыҡ тамсыһы үпкән сәскәнән,
Еләк – емеше уңған сәхрәнән,