Әминә уның ҡулын ҡыҫты: «Афарин, матур һөйләнең. Мин дә һиңә хеҙмәтеңдә уңыштар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңды теләйем», - тине. Хызырҙың йөҙө тағы ла яҡтырып китте.
Ул арала Айрат урынынан күтәрелде. «Минең бер тәҡдимем бар, - тине ул. - Әйҙәгеҙ күмәкләп Хызырҙың яратҡан йырын йырлап алайыҡ». Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, йәштәр «Генерал Шайморатов»ты башлап ебәрҙе. Йырға өлкәндәр ҙә ҡушылды. Был йыр тамамланғас, Хызыр «Не плачь, девчонка»ны һуҙҙы.
***
Мәҙәниәт йортона килеп ингәс, Әминә аптырабыраҡ ҡалды. Уға бында бөгөн нәмәлер үҙгәргән, ғәҙәттәгегә оҡшамаған һымаҡ тойолдо. Халыҡ та әҙ. Элекке кеүек геүләшеү, көлөшөү ҙә юҡ. Кешеләр етди, шым ғына ултыралар. Музыка ла ишетелмәй.
Әминәне күргәс, бөтәһе лә уға ҡараны. «Берәйһен көтәләр, ахырыһы»,- тип уйланы ҡыҙ. Яҡындағы эскәмйәгә ултырҙы ла тирә-яҡтағыларға һораулы ҡараш ташланы.
- Бөгөн дискотека булмай, - тине алдына килеп баҫҡан мәҙәниәт йорто директоры.
- Нишләп?
Директор көрһөнөп тәрән итеп тын алды ла бер ни тиклем паузанан һуң:
- Хызыр үлгән, - тине.
Әминә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Залдағылар тертләп китте. Ни тиклем урынһыҙ, ғәжәп тойолһа ла был көлкө, улар аңланы. Ҡайһылары башын эйеп, күҙҙәрен йәшерҙе, ҡайһылары ҡулъяулыҡтары менән йәштәрен һөрттө.
Ҡапыл башланған көлөү ҡапыл туҡтаны. Әминә ҡаршыһында баҫып торған мәҙәниәт йорто директорына ҡараны ла, бер ни ишетмәгәндәй:
- Ә? – тине.
Директор бая әйткән һүҙҙәрен ҡабатламаны. «Хызыр үлгән» тигән ике һүҙҙән торған был һөйләм уның өсөн атом бомбаһы кеүек ҡурҡыныс та, ауыр ҙа ине.
- Ысын шул, туғаным.
Әминә һүҙҙең айышына һаман да төшөнә алмай торҙо. Шунан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Был илау ҙа, баяғы көлөү кеүек, кешеләрҙе тетрәндерҙе. Ул мәҙәниәт һарайына һыймай, тәҙрә аша сығып, бөтә ил, донъя буйлап таралған һымаҡ тойолдо кешеләргә.
Әминә оҙаҡ иланы. Берәү ҙә уны тынысландырманы, йыуатманы. Сөнки үҙҙәре йыуатыуға мохтаж ине.
Көлөү һымаҡ илау ҙа ҡапыл туҡтаны. Әминә иҙәнгә ауҙы. Ул аңын юғалтҡайны. «Тәбиғи булмаған оло ҡайғыны хатта йәш организм да күтәрә алманы», - тигән уй үтте директорҙың башынан. Ул күҙҙәренән йәш мөлдөрәп торған егеттәргә ҡараны ла:
- «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырығыҙ,- тине.
***
Әминә өс көн ятты ла ҡуйҙы. Хәле булманы. Ашай ҙа, йүнләп һөйләшә лә алманы. Хызырҙы күмә торған көндә лә хәле яҡшырмағайны әле. Әммә, көсөн туплап, аяғына баҫты. Айратҡа йәбешеп, Хызырҙарҙың өйөнә китте.
Күп халыҡ йыйылғайны. Күрше ауылдарҙан да килгәндәр. Ололар, йәштәр, хатта бала-сағалар ҙа бар. Мәйет оҙатҡанда был хәтлем күп кешене Әминәнең күргәне юҡ ине. Күптәр, бигерәк тә ололар, ҡатын-ҡыҙҙар шым ғына илай. Хызырҙың дуҫтары ҡайҙа баҫырға белмәй йүгереп йөрөй. Әсәһе күренмәй. «Аңын юғалтып ята», тигән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалды ҡыҙ эргәләге ҡатындарҙың ауыҙынан.
- Дедовщина арҡаһында һәләк булған тиҙәр бит, - тип һүҙҙәрен дауам итте ҡатындар.
- Дедовщина башҡортса нисек була ул? – тип һорай икенсеһе.
- Башҡортсаһы юҡ шикелле уның. Белмәйем, әйтә алмайым. Хеҙмәттәш иптәштәре туҡмаған тиҙәр.
- Илде, ерҙе дошмандарҙан һаҡлайым тип киткән кешенең иптәштәренән туҡмалып үлеүе башҡа һыймаҫлыҡ эш инде, - ти ҡатындарҙың береһе.
- Тәртип юҡ илдә. Үҙ һалдаттарын һаҡлай алмаған ғәскәр беҙҙе илбаҫарҙарҙан ҡурсалай аламы икән? Афғанстандан да еңелеп ҡайттыҡ, Чечняла күпме егеттәребеҙҙе юғалттыҡ.
- Ана, күпме малайҙар йөрөй. Улар ҙа бит бер ваҡыт әрмегә алынасаҡтар. Нимә көтә уларҙы?
Ҡатындарҙың был һүҙҙәре Әминәнең йөрәген телеп үткәндәй булды. Ауыр, уға, ауыр бөгөн. Дуҫтарының береһен ғүмерлеккә оҙата. Әминәнең күҙ алдына Хызырҙы әрмегә оҙатыу мәжлесе килде. «Ниндәй дәрт, хыялдар менән киткәйне ул әрмегә. Киләсәккә пландары ҙур ине. Телмәр тотҡанда ла «ҡайтҡас, шулайтам, былайтам» тип һөйләне бит әле. Бына ҡайттың инде», - Әминәнең күҙҙәренән сөбөрләп йәш аҡты. Сайҡалып китте. Ярай әле, Айрат тотоп ҡалды. Шул саҡ Әминәнең ҡолағына йыр ишетелгән кеүек булды. «Не плачь, девчонка». Быны Хызыр үҙен хеҙмәткә оҙатыу мәжлесендә йырлағайны бит. Ҡыҙ илауҙан туҡтаны.
Хызырҙы оҙата барыусыларҙан ҙур колонна барлыҡҡа килде. Демонстрацияға оҡшап ҡалды. Кешеләрҙең йөҙҙәре ҡайғылы ла, асыулы ла ине. Зыяратҡа барып ингәс, митинг кеүек нәмә булды. Муллалар, уҡытыусылар, Хызырҙың синыф етәксеһе, дуҫтары һүҙ тотҡандан һуң, ауыл администрацияһы башлығы, депутат, оҙата килгән офицер һөйләне. Һуңғыларының һүҙҙәре Әминәгә нисектер ҡоро, рәсми һымаҡ тойолдо. Офицер:
- Хызыр һәйбәт һалдат ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең аранан иртә китте. Беҙ уны ярата инек. Тыныс йоҡла, Хызыр, беҙ һине онотмабыҙ, - тине лә һалдаттарына автоматтан салют бирергә бойорҙо.
Әминәнең артында баҫып торған ир шым ғына:
- Онотмаҫһығыҙ инде, әрмелә дедовщинанан үлгән һәр һалдатты иҫеңдә тотһаң, аҡылдан яҙырһың, - тине.
Әминәгә офицер ҡайҙалыр ашыҡҡан һымаҡ тойолдо. «Тағын берәйһен ерләргәлер», - тип уйланы ул.
Зыяраттан сыҡҡас, һалдаттарҙың береһе Әминә янына килде лә:
- Һин Әминә исемле ҡыҙҙы беләһеңме? – тип һораны.
- Беләм, - тип яуап бирҙе ҡыҙ. – Ул мин.
Быны ишеткәс, һалдаттың күҙҙәренән йәш килеп сыҡты.
- Хызыр минең иң яҡын дуҫым ине. Ул беҙгә гел һинең турала һөйләй торғайны. Үлер алдынан һиңә открытка ебәргәйне. Тыуған көнөң менән ҡотлап. Алғанһыңдыр, - тине.
- Юҡ, - тине ҡыҙ бойоҡ ҡына. – Алманым әле. – Минең тыуған көнөм кисә үтеп китте.
- Открытканы беҙ икәүләп һайлап алғайныҡ, - тине лә, командиры саҡырғас, һалдат йүгереп автобусҡа инеп китте. Автобус тәҙрәһен асып:
- Ул һине ярата ине, - тип ҡысҡырҙы.
Был һүҙҙәрҙе Әминә генә түгел, тирә-яҡтағы кешеләр ҙә, Айрат та ишетте.
***
Хызырҙы юғалтҡандан һуң Әминә уйсанланып китте. Башына төрлө уйҙар килә. Улар хатта йоҡлағанда ла туҡтамай. Әминәнең кешеләр менән дә аралашаһы килмәй һуңғы ваҡытта. Дуҫтары менән генә булырға тырыша. Уларға рәхмәт.Телефондан хәлен һорашып торалар. Ауылға ла йышыраҡ ҡайта башланылар.
Хызырҙы оҙатҡанда ишеткән «дедовщина» тигән һүҙ Әминәнең башынан китмәй. Уның мәғәнәһен һүҙлектәрҙән эҙләп тә тапманы. Дуҫтары аңлатҡас ҡына, төшөнгәндәй итте. Әммә бер нәмәне һаман да аңлай алмай. «Нисек инде ул бергә хеҙмәт итеп, бер казармала йоҡлап, бер командаға буйһоноп йөрөгән кешеләр бер береһен кәмһетә, рәнйетә ала икән?- тип уйлай ул. – Беҙ, ана, ҡайһылай дуҫтарбыҙ. Кешене үлтергәнсе туҡма әле. Уның өсөн кем булырға кәрәк? Әллә офицерҙар уҫал итеп тәрбиәләйҙәрме икән һалдаттарҙы, һуғыш-фәлән сыҡһа, дошманға ҡанһыҙ булһындар тип? Ҡайҙан килеп сыҡҡан был дедовщина? Уны нисек бөтөрөргә икән?». Һорауҙарҙың да, уйҙарҙың да сиге юҡ.
Атаһының Хызырҙы ерләп ҡайтҡас, әйткән һүҙҙәрен дә хәтерләп уйлана Әминә.
- Дедовщинаны офицерҙар үҙҙәре тыуҙыра, - тигәйне атаһы. – Сөнки ул уларҙың эшен еңеләйтә. Командирҙар тәүлек буйы һалдаттар араһында була алмай. Ә старослужащийҙарҙың власы улар юҡта тәртип тәьмин итеп тора.
- Туҡмау, үлтереү тәртип булдырыу түгел инде ул, - тип уйлай Әминә.
- Йәш һалдат дедовщинаны еңә алмай, - тип дауам итә атаһы. - Әгәр ҙә ризаһыҙлыҡ белдерһә, «ҡарт» һалдаттар уға ташлана. Системаға, традицияға ҡаршы сығыу тип ҡабул итә. Бөтә саралар менән улар йәш һалдаттың рухын һындыра. Теләһә ниндәй команданы үтәргә әҙер торған роботҡа әйләндерә. Ә офицерҙарға шундай һалдаттар кәрәк тә.