- Рухы һынған һалдаттан нимә көтәһең, яуызлыҡтан башҡа, - тип үҙ алдына һөйләнә Әминә.
Атаһының һүҙҙәренә яуап итеп әллә нәмәләр әйтергә уйлай ҙа өндәшмәй. Ул дөрөҫтө һөйләгән атаһы менән түгел, ә дедовщинаның үҙе менән көрәшергә кәрәклеген аңлай.
Әминәнең күңеле болоҡһоуҙан туҡтаманы. Хызырҙы үлтереүселәрҙе хөкөм иткәндәрен ишетһә лә тынысланманы. Уҡыуға ла мөнәсәбәте һыуына төштө. Ахыр ҙа берҙән бер көндө факультет деканына барҙы ла:
- Мине уҡыуҙан ебәрегеҙ, - тине.
- Нишләп?- декандың көтөлмөгөн хәбәрҙән күҙҙәре ҙурайып китте. – Ни булды? Тырышып ҡына уҡып йөрөйһөң дә баһа. Мин һинән һәйбәт иҡтисадсы сығасаҡ тип шатланған булам.
- Хәрби училищеға күсергә ҡарар иттем. Офицер булырға теләйем.
- Атаҡ-атаҡ, - декандың аптырауы көсәйә төштө. - Әллә һалдаттар менән эшләүе еңел тип уйлайһыңмы?
Әминә: «Мин әрмелә дедовщина менән көрәшергә теләйем», - тип әйтергә йыйынғайны ла өндәшмәне. Ғаризаһын декандың алдына һалды.
***
Училищеға китер алдынан Әминә зыяратҡа Хызыр янына барҙы. Оҙаҡ торҙо ул унда уйланып. Аҙаҡ кеҫәһенән аҡбур алды ла ҡәбер ташына: «Мин дә һине яратам!» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙы.
12. 01. 2012 й. , Сибай .
Ситлектәге мөхәббәт
Зәлифә Әҡлимәләргә барырға тип сыҡҡас, урамдың теге осонан был яҡҡа табан йүгереп килгән кешене күреп, туҡтап ҡалды. «Ҡатын-ҡыҙ кис менән бушҡа йүгереп йөрөмәҫ, - тип уйланы ул. – Берәй хәл булдымы икән? Кем булыр был?
- Бәй, Әҡлимә лә баһа, - Зәлифә әхирәтен таныны. – Ниндәй бәләгә осраны икән? Сәстәре туҙған. Йүгереүенең дә рәте юҡ. Иҫерек кеше кеүек сайҡалып-сайҡалып китә. Зәлифә әхирәтенә ҡаршы йүгерҙе. Осрашҡас:
- Ни булды? Ни булды? – тип Әҡлимәне һорауҙарға күмде.
Әҡлимә, тулҡынлауынан ауыҙын асып, телен ҡыбырҙата алмай торҙо.
- Йә, әйтә һал инде тиҙерәк. Ни булды? – Зәлифәнең үҙенең йөрәге сығып килә ине.
- Ғәлимәне больницаға алып киттеләр. Үлеп ҡуймаһын. - Әҡлимә Зәлифәне ҡосаҡлап илап ебәрҙе.
- Нишләп? Ни булған? Әллә аварияға эләккәнме?
- Венаһын ҡырҡҡан. Өй эсе тулы ҡан. - Әҡлимә ҡулын күрһәтте. – Бына миңә лә тейгән.
Зәлифәнең ҡото осто. Үҙе лә һиҙмәҫтән:
- Әллә һуғыштығыҙмы?- тип һораны.
Әҡлимәнең быға йәне көйҙө.
- Закир больницаға алып китте. Мин иҙәндәге ҡанды йыуҙым. Ай, ҡурҡыныс! Терелә генә күрһен инде, - ҡыҙ тағы ла көслөрәк иларға тотондо.
Зәлифә һаман да хәлдең айышына төшөнә алмай. Әхирәтенең кеше аңларлыҡ итеп аңлата алмауын, үҙенең дә аңларлыҡ хәлдә түгеллеген белеп:
- Уф, нишләйек икән, - тип ергә сүкәйләне.
- Юҡ, тора әле һин, тор. Ваҡытты әрәм итмәйек. - Әҡлимә үҙен ҡулға алғандай булды. - Әйҙә берәй сараһын күрәйек. Ғәлимәнең хәле...
- Әсәләре беләме икән? – тип һораны Зәлифә, сүкәйгән еренән күтәрелеп.
- Юҡтыр. Әйҙә тәүҙә уларға барып әйтәйек. Аҙаҡ больницаға барырбыҙ.
***
Ҡыҙҙарҙы күргәс, Сәбиләнең ҡулынан йыуып торған тәрилкәһе төшөп китте.
- Ни булды, ҡыҙҙар, әйтә һалығыҙ. Ғәлимә ҡайҙа? Әллә…
- Уны больницаға алып киттеләр.
Быны ишеткәс, әсәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
- Нишләп? Ни булған? – автоматтан атылған был һорауҙарға яуап көтөп тормаҫтан, аяҡтарына галоштарын эләктерҙе лә, иңендәге таҫтамалын да һалмай, тышҡа йүгерҙе. Ҡыҙҙар уның артынан эйәрҙе.
- Нишләгән, ҡайһы ере ауырта, йығылғанмы, имгәнгәнме? – ҡатын йүгереп барған көйө һорауҙарын яуҙыра тотондо.
- Венаһын ҡырҡан, - тине Әҡлимә, тамағына төйөлгән төкөрөктәрен йота-йота.
- Үҙеме, әллә теге наркоманымы?
- Үҙе, үҙе, Сәбилә инәй, Закир түгел. Больницаға уны Закир алып китте. Яраһын да ул бәйләне. Ул булмаһа…
- Ул булмаһа, бындай хәл дә булмаҫ ине, - тип эләктереп алды Сәбилә. – Күпме әйттем, шуның менән бәйләнмә тип. Юҡ, тыңламаны. Атай-әсәйҙе тыңламаһаң, барып төртөләһең инде.
Шул ерҙә Әҡлимә әллә артыҡ тулҡынланыуҙан, әллә баянан бирле йүгереп йөрөүҙән хәле бөтөп, сүкәйләне. Уны күреп туҡтаған Сәбиләгә Зәлифә;
- Инәй, һин бара тор. Әҡлимәне үҙем ҡарармын. Хәл кергәс, барып етербеҙ, - тине.
***
Йән-фарман ҡабаланып килгән ҡатын больница алдындағы күтәрмәлә йығылып китте. Бер галошы, аяғынан ысҡынып, түбән тәгәрәне. Сәбилә уға иғтибар итеп торманы. Бер галошлы көйө больницаға инеп китте. Коридорҙа Закирҙы күреп, ҡыҙының ҡайһы палатала ятҡанын аңланы. Закирға уҫал итеп ҡарап: «Наркоман», - тине лә, туҡылдатып-нитеп тормай палатаға инеп юғалды.
Ҡыҙы койкала яңғыҙы ята ине. Ҡулын аҡ бинт менән бәйләп ҡуйғандар, өҫтөнә одеал япҡандар. Әсә йөрәге «жыу» итеп китте: «Тереме икән?» Яҡынайған һайын ҡурҡыуы көсәйҙе. Ғәлимәнең күҙҙәре йомоҡ, тын алғаны ла һиҙелмәй.
- Ҡыҙым, ҡыҙым, - тигән һүҙҙәр уның ауыҙынан түгел, йөрәгенән сыҡты.
Әсәһенең тауышын ишеткәс, Ғәлимәнең күҙ ҡабаҡтары һелкенеп ҡуйҙы. Әммә асылманы. Башы икенсе яҡҡа боролдо. Сәбилә әҙерәк тынысланғандай булды.
- Нишләнең һин, ҡыҙым. Йәш кенә көйө йәшәүҙән туйҙыңмы әллә?
Ҡыҙ өндәшмәне.
- Әллә Закир берәй яманлыҡ ҡылдымы үҙеңә?
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғәлимә башын әсәһенә борҙо. Күҙен асты.
- Юҡ. Закирға теймәгеҙ. Мин уны яратам. Үҙем эшләнем. Әммә үҙемде лә ғәйепләмәйем. Берәү ҙә ғәйепле түгел бында, - тине лә башын кире борҙо.
Шул саҡ палатаға табиб менән шәфҡәт туташы килеп керҙе лә ауырыуға ниндәйҙер процедура яһарға әҙерләнә башланылар. Сәбиләгә сығырға ҡуштылар.
Ишектән килеп сыҡҡан Сәбиләне күреп, Закир уға ынтылды:
- Хәле нисек?
Сәбилә уға бер нимә тип тә яуап бирмәне.
- Беҙҙе индермәйҙәр… Ғәлимәнең хәле нисек? – тип галошын тотоп торған ҡыҙҙарҙы күргәс, Сәбиләнең йөрәге урынына ултырғандай булды.
- Төҙәлер, аяҡҡа баҫыр тип уйлайым, - тине. – Ҡыҙҙар һеҙгә ҙур рәхмәт. Ауыр саҡта Ғәлимәне яңғыҙ ҡалдырмағанығыҙ өсөн.
- Һеҙҙең үҙегеҙгә рәхмәт, Сәбилә инәй.
- Ә миңә нәмә өсөн?
- Беҙгә әхирәтебеҙ Ғәлимәне үҫтереп биргәнегеҙ өсөн.
Был һүҙҙәр Сәбиләне тағы ла тынысландырып ебәрҙе. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлап алды. Эре, йылы күҙ йәштәре Әҡлимә менән Зәлифәнең ҡулдарына тамды.
***
Ҡыҙҙар бер синыфта уҡынылар. Үҙҙәренең нисек дуҫлашып киткәндәрен хәтерләмәйҙәр ҙә. Тыуғандан бирле беләләр кеүек бер береһен. Уларҙың дуҫлығына һоҡланып ҡарайҙар. Өсәүһен бер кеше һымаҡ күрәләр. Хатта уҡытыусылар ҙа уларға исемдәрен бутап өндәшә торғайны.
- Ғәлимә, таҡтаға сыҡ әле, - тиһәләр, ҡайһы берҙә өсөһө лә ырғып тора ине. Уҡытыусы ундай саҡта йылмая ла: «Ярай, ҡайһығыҙ теләй, шунығыҙ сыҡһын», - тип яйына ҡуя. Синыфташтары ла күнегеп бөткәйне быға. Тәүҙәрәк кенә, уларҙың өсәүләп баҫҡандарын күреп, көлөп ебәрә торғайнылар.
Быйыл улар мәктәпте тамамланылар. Әммә бер береһенән айырылырға теләмәнеләр. Өсөһө лә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына документтарын тапшырҙылар ҙа имтихандарға әҙерләнеп яталар.
Ҡыҙҙарҙың серҙәре лә, шатлыҡ-хәсрәттәре лә уртаҡ. Быйылғы май байрамында Ғәлимәнең Закир менән дуҫлашып китеүенә бик шатланғайнылар.
Нишләптер Ғәлимә Закирҙы үҙ итте шул. Күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Тағы ла бөхтәләнеп, етдиләнеп китте. «Миңә гел бишкә генә бирергә кәрәк, - ти торғайны ул сығарылыш имтихандарына әҙерләнгәндә, - Закир алдында оят».
Ғәлимәнең ысын мөхәббәт менән осрашыуын әхирәттәре аңлай ине. «Ҡыҙҙар, мөхәббәт ул аңлатып булмай торған иҫ киткес нәмә икән, - тип һөйләй ул әҫәрләнеп. - Ул ҡанатландыра, осора, тилертә, шатландыра». Шундай хистәр менән иҫереп йөрөгән Ғәлимәлә, бер аҙна тирәһе үткәс, ҡыҙҙар бойоғоу күреп, һиҫкәнеп киттеләр. Бәлки үҙе аңлатыр тип көттөләр ҙә, өмөттәре аҡланмағас, һорарға булдылар.