- Ҡойоп ҡуйған психолог һин, әхирәткәйем. Йәл, Ғәлимә генә юҡ арабыҙҙа. Өсәүләшеп ҡосаҡлашыр инек. Өс таған булып.
20. 02. 2012 й., Сибай.
Ҡурҡыныс һүҙ
Синыф етәксеһе Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы килеп кергәндә, Фәниә өйҙә юҡ ине. Уҡытыусының килеүе, алдан иҫкәртмәһә лә, ата-әсә өсөн көтөлмәгән ваҡиға булманы. Һуңғы ваҡытта ҡыҙының уҡыуы ла, тәртибе лә насарайып китеүен улар белә. Мәктәпкә уҡытыусылар менән кәңәшләшергә тип барырға бер нисә тапҡыр уҡталғайнылар ҙа кире уйланылар. Оялдылар.
- Фәниә өйҙәме? – тине Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы, сисенеп залға үткәс.
- Юҡ, - әсә менән ата бер береһенә ҡарашып алды.
- Ҡайҙа йөрөй икән был ваҡытта. Хәҙер кис бит инде.
- Үҙебеҙ ҙә борсолоп торабыҙ. Ҡайҙалығын белмәйбеҙ, - тине атаһы. - Әсәһе әхирәттәренә лә барып килгәйне. Улары ла белмәй.
Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы аптырабыраҡ торҙо ла:
- Мин Фәниә тураһында һөйләшергә тип килгәйнем, - тине. - Үҙе өйҙә юҡ икән. Өйҙә булһа, һәйбәт булыр ине лә. Бәлки, бергәләп тәьҫир итеп булыр тигәйнем.
- Өйҙә юҡ шул, - тигән булды әсәһе, ни әйтергә белмәй.
Уҡытыусы уның тауышында ла, тышҡы ҡиәфәтендә лә, үҙен үҙе тотоуында ла өмөтһөҙлөк, төшөнкөлөк һиҙҙе. Уның ярҙамға, йылы һүҙгә мохтажлығын тойҙо. Иптәше лә шул хәлдә ине.
- Фәниә быйыл үҙгәреп китте. Элекке тырышып, йүгереп йөрөп уҡыған Фәниә түгел ул хәҙер, - тип һөйләп алып китте уҡытыусы. – Насар яҡҡа үҙгәрҙе. Унда уҡыу ҡайғыһы юҡ. Дәрес ҡалдыра. Килһә лә иҫәпкә бар, һанға юҡ булып ҡына ултыра. Синыфташтарынан да ситләште. Былай барһа, хәүефле бит әле. Шуның сәбәптәрен асыҡларға ине. Һеҙҙең фекерҙе ишетке килә.
- Фекер тип ни, - атаһы әсәһенә ҡарап алды. - Үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ инде. Сәбәбен дә аңлата алмайбыҙ. Шулай ҡапыл киҫкен генә кеше үҙгәрә аламы икән ни?
- Йәй көнө каникулда ҡалалағы өләсәһенә ебәргәйнек. Бер ай тирәһе йөрөнө. Шунда боҙолоп ҡайтты. - Әсә илап ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып тора ине.
- Уҡыуы насарланыуы бер. Кистәрен иҫереп ҡайта башланы. Тәмәке тартырға ла өйрәнеп алған, - атай кеше ошаҡсы малайҙы хәтерләтте. – Наркотиктар ҙа ҡуллана икән…
Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы өсөн атайҙың һуңғы һүҙҙәре аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек тойолдо.
- Шулаймы? – тине ул һуҙып. – Берәй насар компанияға эләктеме икән әллә?
Өс өлкән кеше үҫмер тыуҙырған проблема алдында үҙҙәрен юғалып ҡалғандай хис итте. «Наркотик» тигән ҡурҡыныс һүҙ Хиросима өҫтөнә төшкән атом бомбаһын хәтерләтте.
Мөнирә Әпсәләм ҡыҙы ҡайтырға ашыҡманы. Фәниәне көттө. Хужаларҙың да уны ҡайтарғыһы килмәне. Ҡыҙ ҡайтманы.
***
Кисә лә, өсөнсө көн дә Фәниә, юғалып, төнгө өстәрҙә генә ҡайтып кергәйне. Атаһы менән әсәһе төнө буйы эҙләп сыҡҡайнылыр.
- Бөгөн дә эҙләргә тура килерме икән, - тине атаһы бойоҡ ҡына. – Тамам ҡаҡшатты бит был ҡыҙ. Йоҡо – йоҡо, аш – аш түгел. Ҡайҙа, кемдәр менән йөрөгәнен дә белеп булмай. Сығармай, ҡараңҡырап торһаң да, әллә ни арала юғала. Нишләргә инде уның менән?
- Әллә инде, - әсәһе күҙ йәштәрен һөртөп алды. – Бөгөн дә эҙләйбеҙ инде. Бәләгә осрап, һәләк булып ҡуймаһын.
Рауил менән Кәримә, машиналарына ултырып, Фәниәне эҙләп сығып китте. Тағы ла әхирәттәренән һораштылар, клуб тирәһен, йылға буйҙарын урап сыҡтылар. Көнө лә бит уның, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, насар. Өҫтән ямғыр ҡатыш ҡар яуып тора. «Бындай көндә ҡайҙа булыр икән?», - тип аптырашты атай менән әсәй.
- Әйҙә, ҡалаға, өләсәһенә барып киләйек. Шул тирәлә йөрөмәйме икән? - Рауил ҡатынына ҡараны.
- Әлләсе. Унда йөрөһә, төн уртаһында ҡайтып кермәҫ ине. Ошо тирәләлер ул, - тине Кәримә, ҡыҙын тиҙерәк табырға теләгәндәй. Шулай ҙа ҡаршы килмәне. - Әйҙә әтеү барайыҡ. Унда таба алмаһаҡ, бында эҙләүҙе дауам итербеҙ.
Оло юлға сыҡҡас, Рауил, машинаһын юғары тиҙлеккә ҡуйып, ҡалаға сапты. Уны ниндәйҙер көс ашыҡтырҙы. Нисә көн ҡыҙын эҙләп, борсолоп, арығайны ул. Күҙе йомолоп, башы ауыртып тора. Ҡан баҫымы күтәрелгән кеүек. Хәле барҙа тиҙерәк табаһы ине ҡыҙҙы. Ямғыр юлды насарлаған. Епшек ҡар машинаны кәйлектереп-кәйлектереп ебәрә. «Анау боролошҡа етһәк, асфальт башлана, юл матурлана», - тип килгән Рауил ҡапыл һиҫкәнеп китте. Бөтә донья түңкәрелгәндәй булды. Күҙ алдары ҡараңғыланып, аңын юғалтты.
***
Ата-әсәһенең аварияға эләккәнен Фәниә ҡустыһынан белде. Өсөнсө синыфта уҡыған Әмир, мәктәптә ишетеп, йүгереп өйгә ҡайтҡан. Ғырылдап йоҡлап ятҡан апаһын ҡабаланып уятырға тотондо.
- Апай, апай, тор, әсәйемдәр аварияға эләккән, - тигән һүҙҙәргә Фәниә төшөнә алмай торҙо. Башы шаңҡып ауырта ине.
- Нимә тиһең, нимә тип мығырҙайһың? – тине ул, йоҡо аралаш боролоп ятҡас.
- Әсәйемдәр аварияға эләккән. Дауаханала яталар. Тор, әйҙә барайыҡ.
Фәниә һаман да бер ни аңламай ята бирҙе.
- Тор! Тор инде! Әйҙә барайыҡ.
- Ҡайҙа?
- Дауаханаға. Әсәйемдәр янына, - Әмир ҡысҡырып илап
ебәрҙе.
Шунда ғына Фәниәгә барып етте.
- Ни булған? – тине ул. - Әсәйем ауырып киткәнме әллә?
- Аварияға эләккәндәр. Атайым да, әсәйем дә… Әйҙә больницаға, - Әмир апаһын күтәреп торғоҙорға маташты.
Фәниәне шунда йәшен һуҡҡандай булды. Баш ауыртыуы ла юҡ булды. Арлы-бирле үҙен рәтләне лә, ҡустыһын етәкләп, урамға йүгерҙе.
- Әйҙә, әйҙә тиҙерәк, - хәҙер ул үҙе ҡустыһын ҡабаландыра ине.
***
Фәниә ҡустыһы менән дауаханаға килеп кергәндә, коридорҙа әллә күпме таныштары, нәҫел-ырыуҙары йыйылғайны. Уға берәү ҙә һүҙ ҡушманы. Әмирҙе генә бер инәһе үҙе янына саҡырып алды. Фәниә мөйөшкә иҙәнгә сүкәйеп ултырҙы. Үҙен ташландыҡ әйбер итеп хис итте. Ҡустыһын йәлләне. «Ата-әсәһе үлеп китһә, кем уны ҡарар. Минән дә фәтеүә булмаҫ. Һаҙлыҡҡа төшөп барам», - тип уйланы ул. Күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәр «һуҡырайтты». Эргәһендәге кешеләр әллә ҡайҙа «юғалдылар». Ул үҙен япа-яңғыҙ итеп тойҙо. Йәй көнө өләсәләрендә ял иткәндә, ҡала ҡыҙҙарына эйәреп, беренсе тапҡыр наркотик тәмләп ҡарағаны күҙ алдына килде. Наркотикһыҙ йонсоған саҡтарын хәтерләне. Әсәһенең аҡсаһын урлауҙарын иҫенә төшөрҙө. Хәтере гел генә ҡара буяуҙарҙан торған һымаҡ ине уға.
Шундай уйҙарға сумып, эргәһенә килеп баҫҡан шәфҡәт туташын да шәйләмәне. «Әйҙә, атайың янына инәбеҙ» тигән һүҙҙәрҙе ҡапыл ғына аңламайыраҡ торҙо. Шәфҡәт туташы ҡабатлағас, яйлап ҡына урынынан күтәрелде. Ниндәйҙер эске көс артҡа тарта ине уны. Атаһы алдында үҙенең ғәйебен тойоу хисе атлаған һайын көсәйә барҙы. Шуға ишек төбөнә еткәс, «уф» тип бер секундҡа туҡтап ҡалды. Шәфҡәт туташы уның хәлен һиҙҙе, шикелле. Ҡултыҡлап палатаға алып инеп китте.
Атаһын күргәс, Фәниә йүгереп уның янына барҙы. Барҙы ла ҡатып ҡалды. Атаһы ап-аҡ булып ҡыбырламай ята. Фәниәгә ул үлеп барған һымаҡ тойолдо. Тубыҡланып иларға кереште. Илаған көйө:
- Атай, мине ғәфү ит! Мин ғәйепле бөтәһенә лә, - тине.
Атаһы өндәшмәне. Ҡыҙына төбәлеп ҡарап тик торҙо. Нимәлер әйтергә теләп ирендәре ҡыбырҙағайны ла әйтә алманы.
- Ярай, әйҙә сығайыҡ, уға тыныслыҡ кәрәк, - тигәс, Фәниә арты менән ишеккә ыңғайланы. Атаһынан күҙҙәрен алһа, уны мәңгегә юғалтыр һымаҡ тойолдо уға.
Палатанан сыҡҡас, ул баяғы мөйөшөнә ултырып иларға тотондо. Ҡустыһы, янына килеп, йыуатырға кереште.
- Ила, апай, ила. Илаһаң, еңелерәк булып ҡала ул, - тине.
Фәниә үҙенең генә түгел, ҡустыһының да ошо мәлдә өлкәнәйеп, аҡылланып киткәнен аңланы.
- Әмир, - тине ул, - әгәр ҙә атайым да, әсәйем дә һауығып сыҡһа, беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ ине.
Әмир өндәшмәне.
Ҡырҡ минут самаһы үткәс, Фәниәне баяғы шәфҡәт туташы әсәһе янына алып инеп китте. Әсәһен күргәс, ул ҡысҡырып ебәрә яҙҙы. Әсәһе капельница аҫтында, әллә ниндәй аппаратуралар менән сырмалып бөткән көйө ята. Йәшәү өсөн көрәш барғаны аңлашылып тора. Фәниәнең тулҡынланыуҙан быуындары йомшаны, иҙәнгә тубыҡланып ултырҙы ла, күҙ йәштәрен тыя алмай, әсәһенең ҡулынан тотто. Һалҡын ҡулы уны тетрәндереп ебәрҙе. Үҙе: