Ҡыҙҙар ҡеүәтләп ҡул сабып ебәрҙе. Сәлимә Миҙхәтовнаға ла оҡшаны уның һүҙҙәре. Ул ҡыҙҙың арҡаһынан һөйҙө лә: «Амин шулай булһын», - тине.
***
Диспутта тормош иптәшенең идеал образын тыуҙырыу ҡыйын түгел дә ул. Ә бына тормошта ундай кешене табыу ауыр икән. Алһыу хыялында йөрөткән егетте педучилищены тамамлағансы осратманы. Уҡыуҙы бөтөрөп, ауылға эшкә ҡайтҡас, тап итте ул уны.
Бер көндө әхирәте көсләй-көсләй дискотекаға алып барғайны. Шунда аҡ салбар, аҡ күлдәк, эшләпә кейгән, ҡыҙыл галстук таҡҡан, буй-һыны менән башҡаларҙан айырылып торған бер егетте күреп ҡалды. Алһыу үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо. «Ул да баһа, - тип уйланы, – мин хыялланған, эҙләгән егет». Түҙмәй әхирәтенән:
- Кем ул анау аҡ кейемле егет? - тип һораны.
- Ә ул беҙгә техникум тамамлап эшкә килгән. Агроном.
- Исеме нисек? Ҡайһы яҡ кешеһе икән?
- Исемен белмәйем. Йылайыр районынан тип ишеткәйнем.
Алһыу дискотекаға алып килгән өсөн әхирәтенә эстән рәхмәт уҡыны. Үҙе һиҙҙермәй генә егетте күҙәтте. Уға исем дә ҡушып алды – Аҡъял батыр.
Егет уның ҡараштарын әллә һиҙмәне, әллә һиҙһә лә белдермәҫкә тырышты. Тирә-яҡтағыларға иғтибар итмәй, ҡыҙҙар менән һөйләшеп тик торҙо. Был Алһыуҙың йәненә тейҙе, асыуын ҡабартты. Эҙләп тапҡан идеалын юғалтыуҙан ҡурҡты. Тештәрен ҡыҫып эстән генә: «Ул минеке булырға тейеш», - тине. Әүҙемлек күрһәтергә, үҙ бәхете өсөн көрәшергә ҡарар итте.
Дискотеканың иң ҡыҙған мәлендә алып барыусы «дамский вальс» иғлан иткәс, оҙаҡ уйлап тормай, Аҡъялды бейергә саҡырҙы. Егет баш тартып торманы. Былай ләззәтләнеп бейегәне юҡ ине Алһыуҙың. Бер ҡулы менән егеттең яурынынан, икенсеһе менән биленән тотоп өйрөлдө лә өйрөлдө. Музыка тынғас та, егеттән айырылманы. Уның янында ҡалды.
***
Алһыу менән Аҡъял дуҫлашып китте. Уларҙың дуҫлығы тора-бара мөхәббәткә әйләнде. Егет ике йыл буйы хәрби хеҙмәттә йөрөгәндә лә, ул һүнмәне. «Һаумы, минең берҙән-берем!» тип башланып, «һағындым, Аҡъял батырым!» тип тамамланған Алһыуҙың хаттары егетте иҫертте. Аҡъялдың хаттары ла ҡыҙҙың һөйөү хистәрен, һағыныуын көсәйтеп ебәрә ине. Бер береһен яратҡан йәштәрҙең йөрәге, аралар алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, бергә типте. Шуға ла Аҡъял хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, оҙаҡ йөрөмәнеләр, өйләнештеләр. Гөрләтеп туй яһанылар. Әсәһенең туйҙа әйткән һүҙҙәрен Алһыу онотмай. «Бер берегеҙҙе юғалтмағыҙ», - тигәйне ул.
***
Алһыуҙың ауырға ҡалғанын белгәс, Аҡъял балаларса шатланды.
- Ур-ра, оҙаҡламай һин әсәй, мин атай булабыҙ! - тип һикергеләп алды.
- Мин бер йыл инде әсәймен. Һиңә. Һин бит минең өлкән улым, - тип шаяртты Алһыу.
Аҡъял бала булып:
- Әсәй, әсәй, миңә ҡусты, йә һеңле алып ҡайт. Мин уның менән уйнармын, - тигән булды.
Үҙе тыумаған балаға исем дә әҙерләп ҡуйған.
- Ҡыҙ булһа, Яҙгөл, малай булһа, Динар тип ҡушырбыҙ. Һин ризаһыңмы? – тип Алһыуҙан һорай.
- Ризамын, - тип яуаплай Алһыу оялсан ғына. Яҙгөл – яҙғы гөл, бик тә матур исем. Яҙ донъя йәшәрә, сәскәгә күмелә.
- Ә Динар нимә аңлата, беләһеңме?
- Юҡ.
- Ул аҡса исеме. Һиндостанда аҡсаны шулай тип атап йөрөтәләр.
- Ә ниңә улай булғас, Аҡса тип кенә ҡушмайбыҙ? Башҡорт балаһы ла баһа.
- Юҡ, улай булмай. – Аҡъял йылмайҙы. – Минең Аҡса тигән исемде ишеткәнем юҡ. Ә бына Динар тигән синыфташым булды. Гел бишкә генә уҡыны. Әлеге көндә бизнесмен, район советы депутаты. Абруйлы кеше.
- Беҙҙең улыбыҙ ҙа бизнесмен булһын тиһеңме?
Улар икәүләшеп көлөшөп алдылар. Бер аҙ тынып торғандан һуң Алһыу етдиләнеп:
- Мин риза. Динар ҙа һәйбәт исем. Әйҙә балабыҙ муллыҡта, рәхәтлектә йәшәһен. Абруйлы кеше булып үҫһен. Һинең һымаҡ. Һин дә бит яңы эшләй башлауыңа ҡарамаҫтан абруй ҡаҙанып өлгөрҙөң. «Уңған агроном» тип район гәзитендә лә яҙып сыҡтылар.
- Амин шулай булһын, - тине Аҡъял. Үҙе, тиҙ-тиҙ генә кейенә һалып, эшенә йүгерҙе.
Уның аҙаҡҡы һүҙҙәре Алһыуға педучилищела үткәрелгән теге диспутты хәтергә төшөрҙө. Сәлимә Миҙхәт ҡыҙының һүҙҙәрен һүҙмә һүҙ ҡабатланы Аҡъял.
Шундай бәхетле тормош егерме биш йыл дауам итте. Яҙгөл дә, Динар ҙа, Гөлиә лә, Мәликә лә донъяға килеп, әкиәттәгесә ай үҫәһен көн үҫеп, буй еткерҙе. Яҙгөл менән Гөлиә юғары уҡыу йорттарында белем ала. Динар, Мәликә мәктәптә уҡып йөрөй. Һәйбәт уҡыйҙар. Уҡытыусылар маҡтап бөтә алмай. Алһыу ҡыуана балалары өсөн. Тик Аҡъял ғына һуңғы айҙарҙа үҙгәрҙе. Юҡҡа-барға тоҡана ла китә. Алһыуға ла, балаларына ла иғтибары кәмене. Йылмайғанын да, шатланғанын да күргән юҡ.
Алһыу аңламай. «Бәлки, эшендә проблемалар барҙыр, бәлки, йәш үҙенсәлегелер, - тип тә уйлай. – Ни тиһәң дә ҡырҡ ете йәш егерме йәш түгел бит. Ирҙәрҙә ошо йәштә үҙгәрештәр була тип һөйләйҙәр. Үтеп китер әле». Алһыу көттө был мәлдең үтеп китерен. Тик өмөтө аҡланманы. Бер көндө Аҡъял өйгә ҡайтманы. Алһыу үҙенә урын тапманы. Иренең иптәштәренә шылтыратты. Улары асыҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алманы. Аҡъялдың ярҙамсыһы ғына:
- Ниңә, Һеҙ белмәйһегеҙме ни? Ул бит хәҙер беҙҙә эшләмәй. Ғариза яҙып кисә эштән китте. Үҙ теләге менән.
Был хәбәр Алһыуға йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Быуындары ҡалтырап, күҙ алды ҡараңғыланды. Әҙерәк тынысланғас, уңайһыҙ булһа ла, совхоз директорына шылтыратты. Үҙен тынысыраҡ тоторға тырышып:
- Вәсил Ғәйнетдинович, беҙҙең Аҡъ…, әй, Нәжип Лоҡманович эштән киттеме ни? – тине.
- Атаҡ, Алһыу Музафаровна, Һеҙ белмәйһегеҙме ни?
- Юҡ, белмәйем. Шуға Һеҙгә шылтыратып торам.
- Китте ул. Үҙ теләге менән. Ебәрге килмәгәйне лә. Сәбәбен аңлатҡас, туҡтатып булманы инде.
- Ә ниндәй сәбәп?
- Ғаилә арҡаһында ти. Ғаиләмдә ҡала алмайым. Мөхәббәт тигәнем мөхәббәт булмаған икән. Икенсе яртымды таптым. Балабыҙ булырға тора. Улар янына күсәм, ти, - Вәсил Ғәйнетдинович тамағына йыйылған төкөрөгөн йотоп ебәрҙе лә, - мин Һеҙҙе саҡырып өсәүләп һөйләшеп алайыммы тигәйнем дә кеше ғаиләһенә ҡыҫылырға уңайһыҙландым. Ғаризаға ҡул ҡуймаһағыҙ ҙа китәм тигәс, ҡаршы торманым.
Алһыуҙың ҡулынан телефоны төшөп китте, үҙе тып итеп ултырғысҡа ултырҙы. Ҡысҡырып илағыһы килде, илай алманы. Урынынан торорға итте, тора алманы. Көтөлмәгән яңылыҡтан ул ҡатып ҡалды. «Юғалттым», - тине лә иҙәнгә ауҙы.
***
Урамдан килеп ингән Динар, иҙәндә ятҡан әсәһен күреп, ҡурҡып китте. «Әсәй, әсәй! Тор! Нишләнең? Әсәй!» - тип өҙгөләнергә тотондо. Әсәһе ҡуҙғалманы ла, яуап та бирмәне. Уңарсы булмай Мәликә лә өләсәләренән ҡайтып керҙе. Кереү менән берсә ағаһына, берсә әсәһенә ҡарап: «Әсәй! Әсәй! Әсәйем үлгән!» - тип илап ебәрҙе.
Балаларының һыҡтауы әсәгә барып етте, ахыры, ул күҙҙәрен асты.
- Балаларым, - тине ул. - Ҡәҙерлеләрем. Өшөйөм. Өҫтөмә берәй нәмә ябығыҙ.
Динар йүгереп юрған килтереп япты. Мәликә уның менән генә риза булманы: «Әйҙә диванға мендереп һалайыҡ та «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырайыҡ, – тине. Береһе бишенсе, икенсеһе өсөнсө синыфта уҡыған малай менән ҡыҙҙың әсәләрен диванға мендереп һалырға көстәре етмәне.
Табибтар килеп укол ҡаҙағас, Алһыу терелде. Төҫ-башын рәтләп, йыуынып алды ла сәй рәтләй башланы. Балалар ҙа тыныслана төштө. Сәй эскәс, улар өйгә бирелгән эштәрен эшләргә ултырҙы.
- Әсәй, - тине Мәликә, - һиңә бер һорауым бар ине. Уҡытыусы беҙгә инша яҙып килергә ҡушҡайны.
- Ниндәй темаға?
- Кемдәрҙең аталары бар, улар «Минең атайым» тигән темаға, ә кемдәрҙеке юҡ, ирекле темаға яҙа ала, - тине.
Алһыу тертләп китте, әммә һиҙҙермәҫкә тырышты. Ситкәрәк ҡарап:
- Ә һин инша түгел, әкиәт яҙ. Ирекле темаға әкиәт һәйбәт яҙыла, - тине.
- Уҡытыусы иншаны әкиәт менән алмаштырғанға асыуланмаҫмы һуң?
- Юҡ, асыуланмаҫ. Мин уның менән һөйләшермен.
- Ярар, әтеү. Ә ниндәй темаға яҙайым?
- «Ат менән Ай» тигән темаға.
Алһыуҙың күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрҙе Мәликә күрмәне. Ул дәрес әҙерләргә керешкәйне.