Выбрать главу

***

Алһыу яйлап тынысланды. Бөтә иғтибарын, көсөн балаларына йүнәлтеп, ҡайғыһын еңеләйтте. Ә үҙе көттө. Аҡъялын, юҡ Нәжибен (ул уны хәҙер Аҡъял тип атамай) көттө. Көнөн дә, төнөн дә, яҙын да, көҙөн дә ҡайтып керер һымаҡ ине ул уға. Ҡайтманы. Хатта бәләкәй генә хәбәр ҙә ебәрмәне. Алһыу уның ҡайҙа, кем менән, нисек йәшәгәнен дә белмәне. Бик белергә лә теләмәне. Көттө генә. Балалар ҙа көттө. Әммә уларҙың өмөттәре аҡланманы.

- Ысын атай балаларын ташлап китмәй, - тип ҡайһы ваҡыт телгә алып ҡуя педколледжда уҡып йөрөгән Мәликә.

- Дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым, - ти әсәһе. – Тик уның тегендә лә балаһы бар бит.

Динар бигерәк ауыр кисерҙе атаһының юғалыуын. Шуның арҡаһындамы икән, йомоғораҡ булып үҫте. Урта мәктәпте тамамлағас, уҡыуын дауам итмәне. Совхозда эшкә ҡалды. Бәлки, әсәһенә ярҙам иткеһе килгәндер.

Яңыраҡ Динар арҡаһында ғаиләгә ҙур ҡайғы килде. Бер бизнесменды талаған тип, уны дүрт йылға хөкөм итеп ҡуйҙылар. Дуҫтарын ҡотҡарыу өсөн ул бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алған.

***

Алһыу һуңғы ваҡытта бер үҙе йәшәп ята. Көн һайын үҙе кеүек яңғыҙ донъя көткән әсәһенә бара. Һикһән йәшлек әбейгә өй эштәрендә ярҙамлаша. Икәүләп ултырып сәй эсәләр. Үткәндәр тураһында бик һөйләшмәйҙәр. Һүҙҙәре күберәк киләсәк хаҡында. «Динар ҡайтҡас» тип башлана күпселек һөйләмдәре. Ҡайһы бер ҙә Алһыу, үҙе лә һиҙмәҫтән, «Аҡъял ҡайтҡас» тип тә ысҡындыра.

Бөгөн сәй эскәндә Алһыу көрһөнөп әйтеп тә ҡуйҙы:

- Әсәй, һинең дә, минең дә ирҙәребеҙ хәбәрһеҙ юғалды ла ҡуйҙы…

- Эй, ҡыҙым, юғалған ирҙәр һинең менән миндә генә түгел шул. - Әсәһе ҡыҙын да, үҙен дә йыуатырға теләне, булһа кәрәк. – Илдә йөҙләгән, меңләгән ирҙәр хәбәрһеҙ юҡ була.

«Ир-ат юғалһа, донъяның ҡото китә», - тип өҫтәргә уйлағайны ла, өндәшмәне. Һүҙҙе икенсегә борорға теләп: «Атайың ҡайтҡас…» - тип башлаған яңы хәбәрен тиҙ генә туҡтата һалды.

7.01.2012 й., Сибай.

Ҡурҡыу

Мәстүрә өләсәһенә хат яҙып ултыра ине, телефон шылтыраны. Әхирәте Нәзирә икән. Күрше подъезда йәшәй. Бер синыфта уҡыйҙар.

- Һинең валентинкаларың бармы?- тип һораны Нәзирә. – Иртәгә бит Ғашиҡтар көнө, дуҫтарҙы ҡотларға кәрәк.

- Юҡ.

- Булмағас, әйҙә барып алайыҡ.

- Саҡ ҡына һуңғараҡ, йәме. Әҙерәк эшем бар ине, - тип яуапланы Мәстүрә. – Өләсәйемә хат яҙып бөтәйем дә.

- Аҙаҡ яҙырһың әле. Әллә өләсәйең ҡасып барамы?

Мәстүрә өндәшмәне. Ул өләсәһен аҙаҡҡа ҡалдырырға яратмай. Башланған эшен дә ярты ерҙә туҡтатып өйрәнмәгән. Нәзирәгә ентекләп аңлатып торманы инде. Уның менән өләсәйҙәр хаҡында һөйләшергә яратмай. Һөйләшә башлаһаң, әхирәте үҙ өләсәһенең тетмәһен тетергә керешә. «Аҡса бирмәй. Әллә ҡайҙа ҡуя пенсияһын. Һораһаң, аҡса тота белмәйһең, юҡ-барға әрәм итәһең, - ти. - Ҡулыңда булмағас, аҡса тоторға өйрәнеп булмай инде». Бер һүҙ менән әйткәндә, Нәзирә өләсәһен яратмай.

Мәстүрә хатты тамамлап, конвертҡа һалды ла урамға сыҡты. Әхирәте уны көтөп тора ине.

Өләсәһенә яҙған хатын почта йәшнигенә төшөрһә, Мәстүрәнең кәйефе күтәрелеп китә торғайны. Был юлы улай булманы. Ерҙә биш йөҙ һумлыҡ аҡса ятҡанын күреп ҡалды. Күҙ алдына уны юғалтҡан кеше килеп баҫты. Кем ул? Бәлки, ул һуңғы аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡандыр? Алам тигән әйберен ала алмай йөрөйҙөр? Шундай уйҙар үтте Мәстүрәнең башынан. Аҡсаны күрмәмешкә һалышты. Өләсәһенең элек әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө. «Кеше әйберенә теймәгеҙ. Ерҙә аҡса күрһәгеҙ ҙә алмағыҙ. Ул һеҙҙеке түгел. Аҡсаны тир түгеп, хәләл юл менән табығыҙ. Урланған, йәки осраҡлы табылған байлыҡ бәхет килтермәй», - тигәйне.

Кеше әйберенә теймәй Мәстүрә, ерҙә ятҡан аҡсаны ла күтәрмәй. Бер ваҡытта ла.

Ауыр хистәренән ҡотолорға теләп, ҡыҙ иғтибарын бүтән нәмәгә күсерергә тырышты.

- Ҡайһы кибеткә барабыҙ? – тине ул ситтәрәк үҙен көтөп торған Нәзирәгә.

- «Урал аръяғына» инде. Унда валентинкалар күп. Һайлап була.

Юлда барғанда ла Мәстүрә тыныслана алманы. Баяғы аҡсаһын юғалтҡан кеше тынғы бирмәне уға. Осраған кешеләргә ҡарап, ул юғалтмағанмы икән, тип уйланып тик барҙы. Сауҙа йорто алдында хәйер һорап ултырған берәҙәкте күргәс, туҡтап ҡалды. Янына барҙы ла:

- Анау почта йәшниге алдында ерҙә биш йөҙ һум аҡса ята, барып алығыҙ, - тине.

Быны ишетеп торған Нәзирә, итәгенә ут тоҡанған кешеләй, әхирәте әйткән ергә сапты. Мәстүрә быны көтмәгәйне. Урынынан тороп, аҡһай-аҡһай почта йәшнигенә йүнәлгән берәҙәкте йәлләне. Ғәфү үтенеп, уға егерме һум аҡса тотторҙо.

Мәстүрә әхирәтен көтөп торманы. «Урал аръяғына» инеп китте. Сауҙа йортоноң түренәрәк – аҙыҡ-түлек һатылған мөйөшкә атланы. Уның әхирәтен күрәһе килмәй ине. Ләкин Нәзирәнән ҡасып буламы ни!? Эҙләп тапты. Шатлыҡтан түбәһе күккә тейгән. Ауыҙы йырылған.

- Рәхмәт, әхирәткәйем, - тине ул, - изгелегеңде онотмам.

Мәстүрә ишетмәмешкә һалышты. Уның тиҙерәк йомошто йомошлап, ҡайтып китәһе, Нәзирәнән ҡотолаһы килде. Валентинкаларҙы ла һайлап торманы. Һатыусы нимәне бирҙе, шуны алды ла ишеккә ыңғайланы. Нәзирә уның артынан эйәрҙе. Урамға сығып, әҙерәк барғас, Мәстүрә уға:

- Һин валентинкалар алманың түгелме ни? - тине.

- Алдым, - Нәзирә кеҫәһенән валентинкалар килтереп сығарҙы. – Мин һинең кеүек аҡса әрәм итеп торманым. Һин һатыусы менән иҫәпләшкәндә, витринанан алдым да ҡуйҙым.

Быларҙы һөйләгәндә Нәзирәнең былай ҙа шатлыҡлы күҙҙәре, тағы нурланып китте. Ул үҙен бөгөн бик бәхетле кеше итеп һанай ине, шикелле.

Мәстүрә өйөнә ҡайтҡас та тиҙ генә тыныслана алманы. Сисенмәй-нитмәй карауатына ҡапланып ятты ла шым ғына иларға кереште. Уға аҡса юғалтҡан кеше лә, Нәзирә лә йәл ине. «Намыҫын юғалтҡан бит ул, - тип һөйләнде ҡыҙ. – Ундай кеше минең әхирәтем була алмай. Дуҫлыҡты өҙөргә кәрәк».

Әхирәте менән аралашмаҫҡа тырышһа ла Мәстүрә уның менән мөнәсәбәтен бөтөнләйгә өҙә алманы. Ҡул һелтәп ҡуйыу еңел дә ул. Шулай ғазапланып йөрөй торғас, ул өләсәһе менән кәңәшләшеп ҡарарға булды. Өләсәһе - аҡыллы кеше. Кәңәштәре менән әҙ ярҙам итмәне ул ейәненә.

Йома көндө кис менән ауылға, өләсәһенә, китте.

***

Өләсәһе Мәстүрәнең һөйләгәндәрен тыңлап бөткәс, күҙ йәштәрен тыя алманы.

- Шатлығымдан илайым,- тине ул, ейәненең ҡулынан һыйпап. - Һинең ҡайғыңа шатланам. Аҡсаһын юғалтҡан кешене йәлләүең, яҙыҡ юлға төшөп барған әхирәтеңә борсолоуың шатландыра. Һин дөрөҫ юлдаһың, ҡыҙым. Үҫкәнһең, аҡылланғанһың.

Өләсәһе Мәстүрәгә һоҡланып ҡарап торҙо ла:

- Мин һиңә ошоңарсы берәүгә лә һөйләмәгән серемде асам әле, - тине. – Хәҙер уны һиңә һөйләргә була.

- Һөйлә-һөйлә? Тыңлайым. – Ҡыҙ өләсәһенә яҡыныраҡ күсеп ултырҙы.

- Мин кейәүгә иртә сыҡтым. Ун һигеҙем яңы тулғайны. Сығырға уйламай ҙа инем. Егет ныҡыш булды, арттан ҡалманы.

- Ҡартатайыммы? – тине Мәстүрә, егетте күҙ алдына килтерергә тырышып.

- Юҡ. Ул да ҡартатайың. Әммә мин икенсе кеше тураһында һөйләйем.

Мәстүрәгә ҡыҙыҡ тойолдо. «Ысынлап та, серле хәбәр булып сыҡты бит әле был, - тип уйланы ул. - Үҙе кейәүгә сыҡтым, ти, үҙе ҡартатайың түгел, ти.

- Был ҡартатайыңа мин аҙаҡ, тәүгеһенән ҡотолғас, сыҡтым.

- Ә ҡайһыһы атайымдың атаһы була һуң? – Мәстүрә турайыбыраҡ ултырҙы ла түҙемһеҙлек менән өләсәһенең яуабын көттө.

- Тәүгеһе, балам. Әммә был турала һин генә түгел, атайың да белмәй. Беренсе тапҡыр бына һиңә һөйләп ултырам.

Мәстүрәгә был һүҙҙәр аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек тойолдо. «Нисек инде ейәнем тип үлеп торған яратҡан ҡартатайым минең ҡартатайым булмаһын. Үгәй ҡартатай булып сығамы инде?». Уның күҙ алдары ҡараңғыланып, ҡолаҡтары һаңғырауланып киткәндәй булды. Өләсәһе быны һиҙҙе. Бер аҙ тынып торғандан һуң аҫҡа ҡараны ла:

- Эйе, был ҡартатайың атайыңдың атаһы түгел. Әммә атайыңа дөрөҫөн әйтергә ҡурҡтым.

- Ә исеме нисек ине ысын ҡартатайымдың? – Мәстүрә үҙ һорауынан үҙе оялып ҡуйҙы. Атаһын кешеләр «Айҙар Хәйҙәрович» тип йөрөтә лә баһа.