Выбрать главу

- Юҡ, Хәйҙәр түгел. Мин метрикаға атайыңдың атаһынының исемен яҙырға ҡурҡтым. Телгә килгән исемде яҙҙырҙым да ҡуйҙым. «Хәйҙәр» тип. Аҙаҡ был ҡартатайыңдың исемен үҙгәрттек. Метрикалағыса.

Мәстүрә бер ни аңламағандай башын сайҡап ҡуйҙы. Үҙе, хәбәрҙең осон көтөп, өләсәһенә текәлде.

- Кейәүгә иртә сығыуым тураһында һөйләй башлағайным, - тип дауам итте өләсәһе. – Ана шул егет – ысын ҡартатайың, мине бүләккә күмде. Алтын балдаҡ, алтын алҡалар… Бүләккә алдандым. Аҙаҡ белдем. Ул уларҙы, тегенән-бынан урлап, миңә бүләк итеп йөрөгән икән. Бергә йәшәй башлағас, ул бүләктәр юғалып бөттө. Баҡһаң, уларҙы хәҙер ул минән урлап, һатып ятҡан. Әммә урлап бәхетле булып буламы инде? «Ҡараҡтың эше ҡырҡ йылдан һуң да асыла, тигәндәй, әйберҙәрҙең хужалары табылып, милицияға мөрәжәғәт иткәндәр. Өс йылға хөкөм иттеләр. Бер йәшлек бала – атайың менән тороп ҡалдым.

- Ә әле ул ҡайҙа йәшәй? – Мәстүрә үҙе лә һиҙмәҫтән һорап ҡуйҙы.

- Ҡайҙа булһын? Төрмәлә. Сығып әҙерәк йөрөй ҙә тағы керә. Урламай тора алмай. Үҙе хәҙер алтмышҡа етеп бара. Һаман аҡылға ултырмай.

– Шулай ҙа атайыма дөрөҫөн әйтмәүеңде аңлап етмәйем, өләсәй. Ул бит белергә тейеш.

- Ҡурҡтым. ҡыҙым. Атайың атаһына оҡшап ҡуймаһын тип ҡурҡтым. Аҙаҡ һине лә уйланым. Ә бөгөн ҡурҡыуым бөттө. Һин бөтөрҙөң уны. – Өләсәһе Мәстүрәгә йылмайып ҡараны.

Мәстүрәнең йөҙө яҡтырып китте. Ул нәмәлер иҫенә төшөргәндәй турайып ултырҙы ла:

- Өләсәй, миңә атайым бер хәлде һөйләгәйне. Мин бәләкәй саҡта әле. Ул беренсе синыфта уҡығанда мәктәптән өсмөйөш урлап алып ҡайтҡан да, һин уны кире илтеп ҡуйҙыртҡанһың.

- Ә булды, булды. Атайың мәктәптән бик шатланып ҡайтып кергәйне ул көндө. Тәүҙә аңламайыраҡ торҙом. Аҙаҡ һиҙеп ҡалдым. Өсмөйөштө мәктәптән һорауһыҙ-ниһеҙ алып ҡайтҡан икән. Атаһын ҡабатлай бит был, тип ҡурҡып киттем. Инде кис булып килә. Етмәһә, ямғыр яуып тора. Кире алып бар мәктәпкә, тим. Бармайым, ти, ҡаршылаша. Әрләп-тиргәп сығарып ебәрҙем. Үҙем күренмәй генә артынан барам. Берәй ергә йәшереп, алып барҙым тип ҡуймаһын тим. Алдаған бала урларға өйрәнә ул. Бына мәктәпкә лә килеп етте. Инде. Өсмөйөштө ҡалдырҙы. Мин алданыраҡ ҡайтып, өйҙә ултырған булам. Алып барҙым, ти. Үҙе нисектер еңеләйеп ҡалғандай күренә. Урлап алған әйбер, ҡыҙым, ауыр була. Урлыҡтың шатлығы ҡыҫҡа. Изгелек эшләп шатланырға кәрәк.

Мәстүрәнең күҙ алдына Нәзирәнең валентинкаларҙы урлап шатланыуы килеп баҫты. Әммә һүҙҙе уға күсерергә ашыҡманы. Өләсәһенән:

- Ә атайым ҡабат кеше әйберенә теймәнеме? - тип һораны.

- Юҡ, ҡыҙым. Киреһенсә, урлаған кешеләрҙе яратмай торғайны.

- Әле лә яратмай ул, өләсәй. Нәзирәнең урлашыуын белеп ҡалһа, аяғын да баҫтырмаҫ әле өйгә. Мине лә уға ебәрмәҫ.

- Улай дөрөҫ булмаҫ, - тине оләсәһе уйсанланып. – Етешһеҙлеге булған өсөн дуҫтан баш тартыу урлыҡ кеүек үк – йәмһеҙ күренеш. Мин дә, ана, ҡартатайыңа ҡул һелтәп, яҙмыш ҡосағына ташлауыма үҙемде ғәйепле тоям. Кем белә, бәлки, уны ла үҙгәртеп булған булыр ине. Бөгөнгө көнгә тиклем төрмәлә йәшәп ятмаҫ ине.

Өләсәһе тынып ҡалды. Эстән ниндәйҙер доға уҡып, аллаһтан үҙен ғәфү итеүҙе һораған кеүек тойолдо ул Мәстүрәгә. Аҙаҡ:

- Ҡурҡтым шул. Балаларым уға оҡшап бур булып ҡуймаһын тип ҡурҡтым. Батырлыҡ етмәгән. Батырлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡ ҡайһы саҡ бер береһен тулыландыра ул, - тине.

- Мин дә ҡурҡам, - тине Мәстүрә.

- Нимәнән ҡурҡаһың һин?

- Нәзирәнең киләсәге ҡартатайымдыҡы кеүек төрмәлә үтеп ҡуймаһын тим.

- Был ҡурҡаҡлығыңды батырлыҡ менән еңә алаһың. Һине хәҙер бер ниндәй көс тә бурға әйләндерә алмай. – Оләсәһе һуңғы һүҙен баҫым яһап әйтте. – Шуға Нәзирә менән дуҫлығыңды өҙмә. Киреһенсә, күберәк аралашып, үҙгәртергә тырыш.

Мәстүрәнең өҫтөнән тау төшкәндәй булды. Ул, урынынан тороп, өләсәһен ҡосаҡланы ла:

- Өләсәй, һин ҡартатайымдың төрмәлә ултырыуына үҙеңде ғәйепләмә. Бәлки, ул да балаларын боҙоуҙан ҡурҡып төрмәгә йәшеренгәндер, - тине. Үҙе әйткән фекеренән ҡурҡып китте.

***

Шәмбе көндө иртән Мәстүрә Сибайға ҡайтып китте. Ул ауылға барыуына ҡәнәғәт ине. Өләсәһенең сере, һөйләгән һүҙҙәре тетрәндерһә лә, уға рәхәт. Ғүмер буйы һаҡлап йөрөткән серен беренсе булып оләсәһенең уға һөйләүенә, борсоған һорауына яуап табыуына ҡыуана. «Нәзирәне дөрөҫ юлға төшөрөргә бөтәһен дә эшләйәсәкмен», - тигән ҡарарға килә.

Ҡыҙының ҡанатланып ҡайтып кереүен күреп, атаһы ғәжәпләнеберәк ҡалды. Сисенеп тә тормаҫтан Мәстүрә, атаһының ҡаршыһына барып ултырҙы ла, өләсәһенән ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Атаһы уны ышаныр-ышанмаҫ тыңланы.

- Ҡуй әле, ҡыҙым. әкиәт һөйләмә, - тип көлкөгә һабыштырырға ла маташып ҡараны. Әммә битенең ҡыҙарып яныуынан, тулҡынланыуынан ҡыҙының һүҙҙәренә битараф түгеллеге күренеп тора ине. Мәстүрә һөйләп бөткәс, ул урынынан торҙо ла:

- Әйҙә, ҡыҙым, ауылға, өләсәйең менән ҡартатайың янына, барып ҡайтайыҡ, - тине.

Был һүҙҙәр былай ҙа шатлығы эсенә һыймаған Мәстүрәне тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе.

- Нәзирәне лә алайыҡ, атай. – Машинала урын етерлек бит, - тине.

- Нишләтәһең уны? Шундай саҡта сит кеше нимәгә?

- Мин уны ҡалала яңғыҙ ҡалдырырға ҡурҡам, - тип яуапланы Мәстүрә.

17.01. 2012 й. , Сибай.

Быяла банка

Хәбирә күршеләре менән талашмай тора алмай. Аҙна һайын тип әйтерлек, ҡысҡырыш-талаш тыуып тора. Участка инспекторы, хакимиәт вәкидәре уны ипкә саҡыра торғас, арып бөтҡән инде. Бына әле ауыл хакимиәте башлығы үҙе килеп еткән. Хәбирәнең өйө хакимиәт урынлашҡан бинаға яҡын булғас, ығы-зығыны ишетеп ҡалғандыр инде.

- Хәбирә апай, - тине башлыҡ, - етәр инде теңкәгә тейеүең. Исмаһам, бөгөн тынып тор. Хәҙер Өфөнән ҙур түрәләр килергә тейеш. Оятҡа ҡалдыраһың бит.

- Минме ни, үҙҙәре башлай бит, - тип Хәбирә күршеләренә күрһәтте.

- Эйе, эйе, улар башланы, беҙ шаһиттар, - аяҡтарында саҡ баҫып торған ике ир һүҙгә ҡушылды.

- Ә былары кемдәр була? – тине ят ирҙәргә ҡарап башлыҡ.

- Улар минең таныштарым, ҡунаҡҡа килгәндәр. Тамаҡҙур ауылынан.

Хакимиәт башлығын күргәс, быға тиклем кәртә аша тиргәшеп торған күршеләре лә килеп етте.

- Көндә талаш, ыҙғыш, һуғыш бында, - тип ошаҡларға тотондо күршеһе. – Бигерәк тә, кис. Эсеп-ҡыҙып алалар ҙа, ҡысҡырыша, һүгенә башлайҙар. Балаларҙы боҙалар. Бәләкәй ҡыҙым уларҙан әллә күпме насар һүҙҙәр отоп алған. Улым эскелеккә әүрәп китеп бара. Берәй сара күреп булмаймы шуларға? Ут сығарып ебәреүҙәре бар. Хоҙай һаҡлаһын. Өйө ауыл уртаһында. Бөтә ауыл янып бөтөр.

- Замечание яһаһаң, тоҡана ла китә, - тип һүҙгә ҡушылды икенсе күршеһе. - Эсһә, һеҙҙекен эсәмме ни, ти. Пенсия алған көн был йорт һабантуйға әйләнә. Өйөн ауыл ситенә күсереп ултыртырға ине.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Хәбирә тоҡанып китте. Йоҙроҡтарын төйнәп, һөйләп торған күршеһенә ташланды. – Күсерермен мин һиңә. Яңағыңды…

Хакимиәт башлығы ярһыған ҡатынды саҡ тотоп ҡалды.

- Ярай, - тине лә йомшағыраҡ булырға тырышып. – Тынысланығыҙ. Бына түрәләр килеп китһен дә, аҙаҡ күмәкләп һөйләшеп алырбыҙ. Ә һеҙ, ҡунаҡ ирҙәр, барығыҙ күҙ алдынан юғалығыҙ. Юҡһа, участковыйҙы саҡырып, бикләтеп ҡуям.

Был һүҙҙәрҙе хакимиәт башлығы махсус рәүештә әйтә. Сөнки белә: ҡунаҡтары артынан Хәбирә лә сығып китә. Тирә-яҡ бер аҙ булһа ла тынып ҡала.

***

Хакимиәт башлығы Хәбирә тураһында байтаҡ ҡына мәғлүмәт туплаған инде. Күрше райондың Тамаҡҙур ауылында туғыҙ бала тапҡансы йәшәп ятҡан ул. Бабайы үлгәс, балаларын ҡалдырып, икенсе ауылға һуғыш инвалидына тормошҡа сыҡҡан. Биш йыл ярым йәшәгәндән һуң ул бабайы ла донъя ҡуйған. Шунан уны икенсе бер ауылдан бер ҡарт күсереп алып ҡайтып киткән. Дүрт йылдан һуң быныһы ла гүр эйәһе булған. Ярты йыл самаһы үткәс, икенсе ауылға тағы бер бабайға сыҡҡан. Уныһы үлгәс, әле йәшәп ятҡан ауылға килеп эләккән ул. Ире Мөхөтдин ярты йыл элек донъя ҡуйып ҡуйҙы. Ул иҫән саҡта ла Хәбирә эсә ине. Ул үлгәс, тамам ҡотороп китте. Үҙен бәйҙән ысҡынған эт кеүек тоя башланы. Эсмәгән көнө юҡ. Нимә генә эшләп ҡараманылар инде уның менән. Хакимиәткә саҡырып та, өйөнә барып та һөйләштеләр, штраф та һалдылар - файҙаһы юҡ. Уның холҡон үҙгәртергә өмөт өҙөлгән инде. «Икенсе ауылдан берәй бабай килеп алып китһә ине», - тип хыяллана хакимиәт башлығы.