Выбрать главу

Һин ҡасаһың, ҡояш ҡаса -

Килеп сығам көнбайышҡа.

Һине эҙләп, ғүмер буйы

Ерҙе урап әйләнәм мин.

Эҙҙәрең бар, ә үҙең юҡ -

Ҡайҙа ул һин, ҡайҙа ул һин?

14.05. 2009 й., Иҫке Сибай.

Шатлыҡ

Белоретҡа китеп барам –

«Пазик» елә осҡан уҡтай.

Күк йөҙөндә аҡ болоттар,

Самолеттар, ҡоштар туҡтай.

Тауҙар, күлдәр, бағаналар

Шатланышып йүгерәләр.

Светофорҙарҙа - йәшел ут,

Ҡалғандарын һүндергәндәр.

Йәшел төҫтә - урман, үлән…

Атҡан уҡтай, еләм-еләм

Һинең янға. Шатланамын,

…Төш икәнен үҙем беләм.

24. 02. 2010 й., Сибай.

Таптым

Матурлыҡ

Матур ҡыҙҙар, матур йырҙар һымаҡ,

Ҡойолалар, ахры, нотанан.

Улар барҙа, онотолоп китеп,

Мин йырларға ҡапыл тотонам.

Был йырҙарым, бәхет шишмәһеләй,

Туҡтамаһын ине һис ҡасан.

Үҙем теләп алған яңғыҙлыҡтан

Йырҙар йырлап хәҙер мин ҡасам.

Матур ҡыҙҙар мине йырсы итте.

Рәхмәт әйтәм бөгөн уларға.

Матурлыҡтан күҙ йәштәре кибә,

Күҙ алмаһы тула нурҙарға -

Тотонамын шуға йырларға.

22. 07. 2011 й., Иҫке Сибай.

Тәҙрә

Тәҙрәләрем генә белә

Һине нисек көткәнемде.

Тәҙрә аша ҡарап ҡалам

Һинең үтеп киткәнеңде.

Локаторҙағы нөктә һин,

Табылаһың, юғалаһың.

Мин был яҡта тороп ҡалам,

Ә һин ҡайҙа юл алаһың?

Мәңгелек ут булып янам -

Ҡыҙаралар быялалар.

Ҡыйыуһыҙлығыма минең

Әллә инде оялалар?

10. 03. 2010 й., Сибай.

Хат

Хәрефтәргә тыңҡыслап

Тултырҙым да наҙҙы.

Аҡ болотҡа – ҡағыҙға

Һөйөү хаты яҙҙым.

Яҙған хатым, күрәһең,

Уға барып еткән.

Миңә ҡарап Ай ҡыҙы

Эй йылмая күктә.

Ғашиҡтарға кәртә юҡ,

Юҡ уларға яра.

Ҡанатланып һөйөүҙән

Айға осоп барам.

14. 02. 2012 й., Сибай.

Мөғжизәле төн

Ҡараңғылыҡ ҡурҡып ҡасты

Беҙ ҡабыҙған усаҡтан.

Өҫтөбөҙгә ысыҡ яуҙы

Эргәләге уҫаҡтан.

Ҡоштар ҙа йоҡламанылар,

Төн буйы һайранылар.

Мөғжизәле төн килгәнен

Күрәһең, аңланылар.

Ай ғына беҙгә алыҫтан

Моңайып ҡарай бөгөн.

Яңғыҙлығына оялып,

Ҡаплаған ярты битен.

Йөрәк – сәғәт һанай ғына

Бәхетле минуттарҙы.

Яңғыҙ сағымда һағынам

Ысыҡлы уҫаҡтарҙы,

Усаҡтарҙы.

12. 01. 2011 й., Сибай.

Туй

Бөгөн беҙҙә туй булырын

Әллә ул да беләме?

Төнө буйы бер туҡтамай

Ай ҡыҙы он иләне.

Ер ҙә ҡарайған күлдәген

Алмаштырҙы ап-аҡҡа.

Елдәр саҡырыу хаттары

Тараталар ян-яҡҡа.

Ҡарағайҙар, аҡ ҡайындар

Таянған да бөйөргә,

Көтөп тора, туй башланғас,

Осоп-төшөп бейергә.

Бөтәһе лә әҙер туйға,

Ҡалды һине «табаһы».

Һин – ғүмерем буйы барған

Туйҙың башы - аҙағы.

25. 02. 2011 й., Сибай.

Ҡояш-ҡ-айым

Тәү күргәндә һине, йәнем,

Мин йондоҙға оҡшатҡайным.

Йондоҙ нимә? Һин икәнһең

Көндөҙ - ҡояш, төнөн - айым.

Ҡояш буйлап әйләнеүҙән

Бер ҡасан да туҡтамайым.

Ерем менән мине урап

Әйләнәһең һин дә, айым.

Әйләнәбеҙ, бәйләнәбеҙ

Һинең менән йылдар буйы.

Ер, Ай, Ҡояш араһында

Бара беҙҙең никах туйы.

Хоҙай үҙе доға уҡый,

Фәрештәләр бәхет теләй.

Аҡ болоттар, аҡ юл булып,

Алдыбыҙға йөҙөп килә.

Ә йондоҙҙар шатлыҡтарға

Һыймайынса атылалар.

Ҡанатлылар беҙҙең туйға -

Бейеклеккә артылалар.

Ҡараңғылыҡ ҡасҡан күктән

Күҙҙәреңдән күҙ алмайым.

Минең өсөн һин - мәңгелек:

Көндөҙ - ҡояш, төнөн - айым.

12.05. 2010 й., Сибай.

Ҡояш

Ҡара болоттар таралды,

Дауыл тынды урамда.

Йән әрнеткән әсе тоҙҙар

Иреп бөттө ярамда.

Ҡояш сыҡты. Күктә түгел,

Һин күренгән ишектән.

Ике йөрәктең тибешен

Берәү итеп ишетәм.

Әллә эшен тапшырғанмы

Ҡояш башҡорт ҡыҙына?

Хәҙер һинең нурҙарыңда

Ғүмер буйы ҡыҙынам.

05. 09. 2011 й., Сибай.

Бүләк

Календарҙа был байрам юҡ,

Ул - минең йөрәгемдә.

Байрам миңә һинең янда

Өйрөлөп йөрөгәндә.

Һин –ҡояш. Йылы нурҙарың

Күңелемде иретә.

Орбитаңда йондоҙ итеп

Йөрәгемде йөрөтәм.

Бөгөн һинең тыуған көнөң,

Ғүмер йылын үткәнһең.

Һөйөү тулы йөрәгемде

Һиңә бүләк итәмен.

13. 10. 2010 й., Сибай.

Бәйләнеш

Бөтәһе бергә бәйләнгән,

Тәбиғәт ул бер бөтөн.

Мейесемдә утын яна,

Мөрйәнән сыға төтөн.

Ә йылыһы өйҙә ҡала,

Йылы һөйәк һындырмай.

Йылы ерҙән һыуыҡ ҡаса,

Өшөттөрмәй, туңдырмай.

Сәсебеҙ сәскә бәйләнгән,

Беҙ икебеҙ бер бөтөн.

Хисебеҙҙән таштар ирей,

Ҡояш ҡалҡа кис, төнөн.

Йылы яҡтан ҡоштар ҡайта,

Шытып сыға үләндәр.

Ҡышты яҙға әйләндерә

Янып һөйә белгәндәр.

03. 03. 2012 й., Сибай.

Ғүмер миҙгеле

Ҡыш менән яҙ, ана, тышта

Эй Һуғышып йөрөйҙәр.

Ҡар бөртөктәре һауала

Осҡан көйө ирейҙәр.

Күҙ йәштәре тама ергә.

Ҡыш илай, ә яҙ көлә.

…Мөхәббәт ғүмер миҙгелен

Ҡыш менән яҙға бүлә.

Һинһеҙ мин – аҙашып күктә

Йөрөгән ҡар бөртөгө.

Һинең янда – яҙ йылыһы

Ярған имән бөрөһө.

04. 03. 2012 й., Сибай.

Елеү

Үҙ үҙемә урын табалмайым.

Ер шарында миңә урын тар.

Икһеҙ-сикһеҙ Йыһан киңлегенә

Алып китегеҙсе, болоттар.

Үҙем менән йәндән артыҡ күреп

Һөйгән һылыуымды алайым.

Йондоҙҙарҙан - утлы хәрефтәрҙән

«Яратам» тип күккә яҙайым.

Мөхәббәт бит, беләм, Ерҙә тыуа,

Йәшәй бейеклектә - Йыһанда.

…Аҡ болотта – Аҡбуҙатта икәү

Беҙ еләбеҙ әле һаман да.

02. 09. 2011 й., Сибай.

Һөйөү уты

Һине уйлап йоҡлап китәм,

Һине уйлап уянам.

Төндәрен дә, көндәрен дә

Һөйөү утында янам.

Һөйөү уты эҫе түгел,

Һөйөү уты бешермәй.

Осҡон итеп осора ла

Ергә ҡабат төшөрмәй.

18. 04. 2006 й., Сибай.

Йөрәк осоп сығып китер төҫлө…

Ҡулдарымды ҡулдарыңа һалам,

Ҡулдарыңдың cихри көcө бар.

Йөрәк осоп сығып китер төҫлө…

Һөйөүемә – йөрәк, ә йөрәккә

Күкрәк cитлегенең эсе тар.

23. 06. 1990 й., Өфө.

Мөхәббәт у c ағында

Утыҙ минут – утыҙ мең ут

Мөхәббәт уcағында.

Утыҙ минут тороп торҙоң