Выбрать главу

***

Әсәһенең больницаға эләккәнен ишеткәс, Мөслимә ул йәшәгән ауылға ашыҡты. Ул килеүгә туғандары йыйылып бөткәндәр ине инде.

- Ни булған? Хәле нисек? – тип һорай һалды туғандарынан.

- Бергә эскән иптәштәренең береһе башына быяла банка менән һуҡҡан. Талашып киткәндәр ҙә. Әле реанимацияла ята.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Мөслимәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ул ике ҡулы менән башына тотондо. Бармаҡтары башындағы бәләкәй саҡтағы шрамға тейҙе.

Бер уның ғына түгел, эргәһендә торған бар туғандарының да бөгөнгө ҡайғынан башы ауырта кеүек тойолдо уға.

26. 01. 2012 й., Сибай.

Юғалған кәнфит

Йәмилә һыуһап ҡайтып инде. Тиҙ генә газға сәйнүк ҡуйҙы ла өҫтәл әҙерләй башланы. Шунан сумкаһынан нимәлер эҙләргә тотондо. Тапмағас, ундағы әйберҙәрҙе диванға бушатты. Эҙләгән әйбере күренмәне. Әллә төшөп ҡалдымы икән тип, подъезға сығып китте. Кәнфиттәр унда ла юҡ ине. Ғүмер буйы йөрөткән өмөттәре әлеге кәнфиттәр менән бергә юғалған кеүек тойолдө уға. Фатирына күтәрелеп, борхолдап ҡайнап ултырған сәйгүнде күргәс, ярһыуы көсәйҙе. Түгелгән һыуҙан шыжылдап торған газды һүндерҙе лә карауатына ауҙы. Тимер карауат, уға ниҙер әйтергә теләгәндәй, шығырҙап ҡуйҙы.

Йәмилә күңелен өйкәгән кисерештәрҙән ҡотолоу өсөн йоҡларға теләне. Әммә килеп сыҡманы. Кисерештәр түгел, йоҡо үҙе ҡасты. Бөтә тормош юлын күҙ алдынан үткәреп ятты ла ятты.

***

Йәмилә Сибай педагогия училищеһында уҡып йөрөгәндә мөхәббәтен тапты. Үҙенән ике курс өҫтә уҡыған Рәфҡәттең күҙ атып йөрөгәнен һиҙмәгән дә. Әхирәте төшөндөргәс кенә, аңланы. Уңайһыҙланыуынан үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Егеттең күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Уны күреп ҡалһа, йүнәлешен үҙгәртеп, икенсе яҡҡа киткән кеше булды. Нишләп улай иткәнен үҙе лә белмәне. Рәфҡәт оҡшай уға. Төҫ тиһәң, төҫ, буй тиһәң, буй, уңғанлыҡ, олпатлыҡ бар унда. Уҡыу отличнигы. Ярамаҫлыҡ егет түгел. Йәмилә уны күрһә, исемен ишетһә, ҡойола ла төшә. Хатта Почет таҡтаһындағы фотоһына ла ҡарай алмай. Башын баҫып, күҙен йомоп тигәндәй үтеп китә.

Рәфҡәт уның был хәлен һиҙҙе. Әммә бошонманы, шатланды ғына. «Тимәк, миңә битараф түгел. Ысын башҡорт ҡыҙҙары мөхәббәт менән осрашҡанда үҙҙәрен шулай тоторға тейеш», - тип уйланы ул. Был уның Йәмиләгә мөхәббәтен көсәйтте генә.

***

Имтихан бирергә килгәндә, училище алдында Рәфҡәтте күргәс, Йәмиләнең быуындары ҡалтырап китте. Тәне буйлап эҫелек йүгерҙе. Нишләргә лә белмәне. Әммә, үҙенең хәлен һиҙҙермәҫкә тырышып, алға атланы. Рәфҡәттең кәйефе яҡшы, шатланып, йылмайып тора.

- Йәмилә, һине тыуған көнөң менән ҡотлайым, - тине ул егеттәрсә көр тауыш менән. – Һиңә һаулыҡ, саф мөхәббәт теләйем. Бына минән һиңә бәләкәй генә бүләк. Ҡабул итеп ал.

Йәмилә юғалып ҡалды. Хатта егет һуҙған коробкалы кәнфитте ҡулына алғанын да һиҙмәй ҡалды. Ишетелер-ишетелмәҫ кенә: «Рәхмәт!», - тине лә ишеккә атланы.

Имтихан ваҡытында ла ул был хәленән сыҡмағайны. Билеттағы һорауҙарға арлы-бирле яуап бирҙе лә урынынан торҙо. Уҡытыусы аптыраны:

- Ни булды һиңә, Йәмилә? Гел бишкә уҡып килдең дә бөгөн өслөк һөйләп тораһың. Әллә бер-бер хәл булдымы? Ауырымайһыңмы? Бәлки, билдәне ҡуймай торорғалыр? Ҡабат килеп һөйләрһең.

- Юҡ, - тине ҡыҙ, - нисәгә һөйләгәнмен, шуны ҡуйығыҙ. – Миңә ундай ташлама кәрәкмәй. Иптәштәрем алдында уңайһыҙ.

Йәмиләгә бөгөнгө «өс» «биш»тән ҡәҙерлерәк. Сумкаһындағы Рәфҡәт бүләк иткән кәнфит зачеткаһындағы быға тиклем алған бөтә «биш»тәренән дә өҫтөнөрәк тойолдо уға. Эш хатта кәнфиттә лә түгел, ә мөхәббәттә, Рәфҡәттең уға мөнәсәбәтендә.

Был ҡәҙерле бүләк – кәнфиттәрҙе Йәмилә ашарға баҙнат итмәне. Һаҡланы. Әле булһа ул ҡайҙалыр ятырға тейеш.

Рәфҡәттең тыуған көнөнә үҙе лә кәнфит бүләк итте. Улар дуҫлашып киттеләр. «Беҙҙең мөхәббәтебеҙ – кәнфит кеүек татлы, тәмле», - тип һөйләрҙәр ине аҙаҡ.

Бер йылдан һуң өйләнештеләр. Был ваҡытта Рәфҡәт аҙаҡҡы курста уҡый, ә Йәмиләгә училищены тамамларға тағы ла ике йыл бар ине.

***

Ҡыҙҙарының тыуыуы йәштәр өсөн күктән төшкән оло бәхет булып ҡабул ителде. Бөтә иғтибарҙары Рәйлә лә генә. Бигерәк тә Йәмиләнең. Ул ир ҡатыны икәнен дә онотто, шикелле. Үҙен әсәй тип кенә хис итте. Академик отпуск алып, училищела уҡыуын да туҡтатып торҙо.

Рәфҡәткә тәүҙә былар бөтәһе лә оҡшаны. Ҡатыны күңеленән үҙенең артҡы планға сығарылыуына ла борсолманы. «Бала әле бәләкәй, уға көслө иғтибар кәрәк», - тип уйланы. Ләкин ваҡыттар үтһә лә, Йәмиләһенең иренә иғтибары көсәймәне.

Рәфҡәтҡә ауыр ине. Уға ҡатынының йылыһы, иғтибары етмәне. Аралар һыуына башланы. Улар балаға ике йәш тигәндә айырылдылар.

***

Йәмилә айырылышыуҙы ауыр кисерҙе. Уның өсөн был көтөлмәгән хәл булды. Күҙҙәренән йәштәр китмәне. Яҙғы ташкындай көслө мөхәббәттәренең ҡапыл ғына юҡҡа сығыу сәбәптәрен, күпме генә тырышһа ла аңлай алманы. Рәфҡәтте ғәйепләне. «Ул мине яратмаған. Яратһа, мине лә, балаһын да ташламаҫ ине», - тип уйланы. Шул уҡ ваҡытта ирен ҡайтарырға ла тырышманы.

Айырылыу ғазаптарын ҡыҙы Рәйлә еңеләйтте. Көсөн, ваҡытын, һөйөүен ҡыҙына йүнәлтте. Уны тәртипле итеп тәрбиәләргә теләне. Олоғайған көнөмдә үҙемә таяныс, терәк булыр тип өмөтләнде. Шуларға өлгәшеү өсөн педагогик белемен дә камиллаштырырға тырышты. Педучилищены тамамлағас, институтта ситтән тороп уҡый башланы. Рәйләгә яҡыныраҡ булайым тип, ул уҡыған мәктәпкә эшкә күсте.

Ҡыҙын яҡлап, коллегалары менән тиргәшкән саҡтары ла булды. Бер ваҡыт шулай ҡыҙының синыф етәксеһе Мәүсилә Бирғәле ҡыҙы уҡытыусылар бүлмәһендә икәүҙән икәү генә ултырғанда һүҙ башланы:

- Йәмилә Шығаевна, - тине ул, - Рәйлә тураһында һөйләшеп алайыҡ әле. Иптәштәре менән уның мөнәсәбәттәре хөртәйеп бара бит. Синыфташтары уны, синыфташтарын ул өнәп бөтмәй. Хатта ҡушамат та таҡҡандар уға. Беләһегеҙме нимә тип?

- Юҡ.

- «Кәнфит ҡыҙ», - тип йөрөтәләр.

- Ә нишләп улай атағандар? – Йәмилә әңгәмәсеһенә шыуыбыраҡ ултырҙы.

- Ә Һеҙ үҙегеҙ, Йәмилә Шығаевна, нисек уйлайһығыҙ? «Кәнфит ҡыҙ» ҡушаматын ғәҙәттә кемгә бирәләр?

Йәмилә бындай һорауҙы көтмәгәйне. Юғалып ҡалды. Яуап эҙләгәндәй иҙәнгә ҡарап уйланып торҙо.

- Әйтә алмайым. Ундай ҡушаматты тәүге тапҡыр ишетәм.

- Моғайын, - тип дауам итте Мәүсилә Бирғәле ҡыҙы, - сәбәп Һеҙҙәлер, Йәмилә Шығаевна. Һеҙ уны артыҡ иркәләйһегеҙ. Рәйләнән бер ни ҙә йәлләмәйһегеҙ. Иң матур кейемдәргә, зиннәтле әйберҙәргә күмәһегеҙ. Синыфта ул башҡаларҙан айырылып тора. Ҡара ҡарғалар араһындағы аҡ ҡарға кеүек. Һуңғы ваҡытта һауаланыу билдәләре лә күренә Рәйләлә. Эре тота. Былай барһа, киләсәктә тормошонда ҡыйынлыҡтар булырға мөмкин бит.

Мәүсилә Бирғәле ҡыҙы борсоулы һәм һораулы ҡарашын Йәмиләгә төбәне лә:

- Әллә башҡалар шикелле мәктәп формаһында йөрөтәйекме Рәйләне? –тине.

Синыф етәксеһенең һуңғы һүҙҙәре Йәмиләне ҡуҙғытып ебәрҙе:

- Юҡ, - тине ул ҡырҡа ғына. – Мәктәп формаһына күсеү тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Минең ҡыҙым башҡаларҙан айырылып тороға тейеш.

Ул тағы әллә нәмәләр өҫтәп әйтергә уйлағайны ла тыйылып ҡалды. Эстән генә мығырҙаны. «Башҡаларҙан айырылып торған кеше алға ынтылыусан була. Тормошта үҙ урынын тиҙ таба», - тине уға эске тауыш.

Йәмилә Мәүсилә Бирғәле ҡыҙының кәңәштәрен тотманы. Үҙенсә эшләне. Яңы уҡыу йылынан ҡыҙын, был синыфташтары менән уҡырға теләмәгәс, шәхси мәктәпкә күсерҙе. Үҙе лә шунда эшкә урынлашты.

***

Оҙаҡ ҡына ятҡандыр, күрәһең, Йәмиләнең тәне талсыҡты. Ул икенсе яғына әйләнеп ятты. Тимер карауат шығырҙап ҡуйҙы. Бөтә тормошона шаһит булған был карауаттың шығырҙауы уның хәтер йомғағын тағы ла тағатты.