Яңы мәктәптә Рәйлә дуҫтарҙы тиҙ тапты. Әсәһе шатланып бөтә алманы. Тик шуныһы: уҡыу түләүле булғас, бында аҡса күберәк талап ителә. Яңы мәктәптә ҡыҙ ҙа яңыса йәшәргә тырышты. «Әлфиәгә дубленка алғандар, Аэлитаға ун мең һумлыҡ телефон бүләк иткәндәр», - тип хәбәрен көндә теҙә торҙо. «Мин улар араһында меҫкен генәмен», - тип йәлләтте.
Йәмилә ҡыҙының меҫкен булыуын теләмәй. Аҡсалыраҡ эш эҙләй башланы. Тапмағас, ярты ставкаға тағы бер ергә эшкә урынлашты. Унан тыш репетитор булып ялланды. Арыны, йонсоно, әммә баланы кәм итмәне. Мәктәп стенаһындағы «Беҙҙә бөтәһе лә балалар өсөн» тигән яҙыу уны тынысландыра, дәртләндерә ине.
***
Институт алдындағы абитуриенттар исемлегендә ҡыҙының фамилияһы тәңгәлендә «икеле» билдәһе күреп, Йәмилә йығылып китә яҙҙы. Ярһып та, оялып та тирә-яғына ҡарап алды. Йәһәт кенә кешеләр араһынан сығып, скверҙағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Ҡыҙы ла уның артынан эйәрҙе. Йәмилә өсөн был Рәфҡәте менән айырылыуҙан ҡала икенсе тетрәндергес ваҡиға ине.
- Атайың да юҡ бит, исмаһам, эргәлә, ошондай ауыр саҡта, ҡыҙым, - был һүҙҙәрҙең ауыҙынан килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды ул.
- Әсәй, әйҙә, институттың берәй уҡытыусыһы менән һөйләшеп ҡарайыҡ. Бәлки, төҙәтерҙәр «икелене», әҙерәк аҡса биргәндә…
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Йәмилә аңына килгәндәй булды. Ҡыҙының күҙҙәренә ҡарап торҙо ла: «Да» – тине.
***
Рәйлә бер түгел ике институт тамамланы. Бай ғына егеткә кейәүгә сыҡты. Әле иҡтисадсы булып эшләп йөрөй. Йәмилә уның тормошонан ҡәнәғәт. Уның ҡыҙын бәхетле итеү теләге тормошҡа ашты. Ул, әле булһа, ҡыҙына бәләкәй бала итеп ҡарай. Пенсияһынан өҙөп, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып биреп тора. Ейәндәрен дә онотмай.
Тик ҡыҙының үҙенә һалҡынлығын ғына һиҙмәй. Һиҙһә лә һиҙмәмешкә һалыша. Ҡыҙынан йомош һорап йомошлағаны юҡ. Хатта килһәң, сәй эсерергә лә ашҡынып тормай. Бына әле барғанында ла шулай булды. Һыуһап барып кергәйне. Ҡыҙы сәй ҡуйырға уйламаны ла. Телевизор ҡарап ултырыуын дауам итте. Йәмилә кухняға һыу эсәм тип кергәндә өҫтәлдә ятҡан кәнфиттәрҙе күреп, биш-алтыһын сумкаһына һалып алғайны. Алмаҫ та ине, үҙен тыя алманы: күҙе ҡыҙҙы... Тап шундай кәнфиттәрҙе ул ҡыҙына бәләкәй сағында ашата торғайны. Арлы-бирле иткәнсе Рәйлә кәнфиттәрҙе һиҙҙермәй генә сумкаһынан кире алған. Шул кәнфиттәрҙе эҙләне Йәмилә бая йүгереп йөрөп. Эштең нимәлә икәнен аңлағас, койкаға ауып, бөтә тормош юлын баһалап ятты. «Ғәйеп миндә», - был һүҙҙәрҙе ул, башҡалар ишетеп ҡалмаһын тигәндәй, шым ғына әйтте.
Урынынан тороп, һыуынған сәйнүкте ҡабаттан ҡайнатты ла тыуған көнөнә ҡасандыр Рәфҡәт бүләк иткән кәнфитте эҙләй башланы. Утыҙ йыл элек «юғалған» кәнфит тиҙ табылды. Ваҡыт үтеү менән ҡатыбыраҡ китһәләр ҙә, улар эҫе сәй менән тәмле тойолдо.
06. 01. 2012 й., Сибай.
Яуызия
Ашханаға килеп кергәс, аптырап киттем. Ишек янындағы өҫтәл артында Зәки Закир улы сәй эсеп ултыра.
- Атаҡ, ни булды, ауырып киттегеҙме әллә? – тинем.
- Эйе. Кисә ишек алдында эскәмйәлә ултырған көйө, аңымды юғалтып, йығылғанмын. Күршеләр «Тиҙ ярҙам» саҡырып, бында килтереп ҡуйған.
- Ярай әле, тышта булған. Өйҙә булһа, берәү ҙә күрмәҫ ине. Яңғыҙ йәшәгәс, шул яғы ҡурҡыныс.
- Эй, туған, өйҙә булһа, һәйбәтерәк булыр ине әле. Йөрәгең туҡтаһа, былай һыҙланылмаҫ ине. Бөтәһе бер юлы онотолор ҙа ҡуйыр ине. Минең йөрәк ғәҙелһеҙлектән, яуызлыҡтан һыҙлай бит ул. Йөрәк түгел, ғәҙелһеҙлек йыҡҡан мине кисә. Ҡайһы бер кешеләрҙең яуызлығына аптырайым. Нишләп шул бөтмәй икән һаман да?
- Ни булды, ниндәй яуызлыҡ менән осраштығыҙ һуң?
- Кисә хат алғайным, шуның эсендә миңә яуызлыҡ килгән.
- Кем һалып ебәргән уны?
- Бер туған һеңлем.
Беҙ Зәки Закир улы менән бергә эшләйбеҙ. Йорттарыбыҙ ҙа әллә ни йыраҡ түгел. Яйы килгәндә, бер беребеҙгә йөрөшәбеҙ. Мин уның ҡайһы бер туған-тумасалары хаҡында хәбәрҙар. Шуға:
- Һеҙҙең һеңлеләрегеҙ берәү генә түгел дә. Ҡайһыһынан? – тинем.
- Анау педколледжда эшләп пенсияға сыҡҡаны, - ти Зәки Закир улы, бер аҙ тынып торғас.
***
Мин Зәки Закир улының ул һеңлеһе хаҡында беренсе тапҡыр газета аша белгәйнем. «Ағайыма рәхмәт!» тигән мәҡәләлә ул Зәки Закир улы хаҡында ололап яҙып сыҡҡайны. «Минең биш балам бар. Эшһеҙмен. Ирем дә эшләмәй. Баҙар иҡтисадына күсеү осоронда беҙҙең кеүек ауыр хәлгә тарыусылар күп булды инде. Уларҙың ҡайһы берҙәре, ҡыйынлыҡҡа түҙә алмай, эскегә һабышты, ауырыуға дусар булды. Ә беҙгә, аллаға шөкөр, ундай аяныс хәлдәр ҡағылманы. Сөнки ағайым ярҙам ҡулы һуҙҙы. Өс ергә эшкә урынлашып, беҙгә ай һайын ярты эш хаҡын ебәреп торҙо. Аҙаҡ өлкән ҡыҙымды, үҙенә күсереп алып, тәүҙә мәктәптә, һуңынан институтта уҡытты. Икенсе йыл икенсе ҡыҙымды, өсөнсө йыл өсөнсөһөн, аҙаҡ бөтә ғаиләбеҙҙе үҙе йәшәгән ҡалаға күсереп алды. Машина алам тип йыйған аҡсаһына ҡала эргәһендәге Көмөш ҡасабаһынан ҡарағайҙан һалынған ҙур йорт һатып алып бирҙе. Уны өлкән ҡыҙымдың исеменә яҙҙырҙы. Үҙемә лә эш табып бирҙе. Ҡыҙҙарымды институтта уҡытып сығарҙы.
Йәшәй торғас, икенсе ҡыҙыма ла участок алып, ағайымдың аҡсаһына кирбестән аласыҡ һалдыҡ. Өлкән ҡыҙым, институтты тамамлағас, аспирантураға инде. Ағайым уның уҡыуын финансланы. Ул әле лә аҡса менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итеп тора. Уның изгелеген ғүмер ҙә оноторлоҡ түгел. Беҙ уға ғаиләбеҙ менән һәм башҡа туғандарыбыҙ исеменән (ул уларға ла ярҙам итә) оҙон ғүмер теләйбеҙ. «Ағай, ауырыма, һыҙланма, тыныс йәшә», - тип яҙылғайны мәҡәләлә.
Бер нисә йыл элек уҡыһам да, мәҡәләнең йөкмәткеһе хәтеремдә һаҡланған. Ә бына һеңлеһенең исемен онотҡанмын. Хәйер, уныһы мөһим дә түгел инде. Башҡа һеңлеләренә лә ярҙам иткән дә баһа.
Ошо яҙманан һуң минең Зәки Закир улына хөрмәтем артты. Минең менән йәштәш булһа ла, ул нисектер өлкәнерәк, олпатыраҡ, етдиерәк күренә башланы. Уның менән һөйләшкәндә лә, эргәһенән үтеп, йә алыҫтан күреп йөрөгәндә лә мин үҙемде унан күпкә бәләкәйерәк, көсһөҙөрәк, булдыҡһыҙыраҡ тоям. Ул миңә изгелекле аҡһаҡал булып күренә.
Мәҡәлә сыҡҡас, тегендә-бында, ҡунаҡ-мәжлестәрҙә Зәки Закир улы хаҡында әңгәмәләр йышайҙы. Күптәр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, уның мәрхәмәтлелеге тураһында һоҡланып һөйләне. «Ундай кешене күргәнебеҙ ҙә, ишеткәнебеҙ ҙә юҡ. Улай ҙа ағай буламы икән. Кем тәрбиәләп үҫтергән уны? Ата-әсәһен күрһәң ине», - тинеләр. Икенселәре: «Ирле ғаиләгә ул хәҙәрем ярҙам итеп йөрөүе дөрөҫ түгел. Кейәүе һап-һау көйө нисәмә йыл эшләмәй ята. Һеҙҙең ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Зәки Закировичығыҙ иҫәр ул. Кеше ғаиләһен ҡарағансы, үҙе ғаилә ҡороп, әҙәмсә йәшәр, балалар үҫтерер ине», - тинеләр.
***
Ошоларҙы уйлап сәй эсеп ултырғанда, беҙҙең өҫтәлгә, сынаяғын тотоп, бер ир күсеп ултырҙы. Ҡала муллаһы Ғәбдерәүф икән.
- Место встречи изменить нельзя, - тине ул, ултырғысына йәтешләнеп ултырғас. - Әссәләмәғәләйкүм! Былтыр ҙа ошо ваҡыттараҡ дауаханала осрашҡайныҡ, быйыл да.
- Олоғайғас, һаулығың ҡаҡшағас, дауаханала осрашаһың инде, дискотекала түгел, - тине Зәки Закир улы бойоҡ ҡына.
- Нишләп улай танауҙарығыҙҙы төшөрөп ултыраһығыҙ. Шиңеп барған сәскәләр шикелле. Бойоҡҡан шайтан бойоҡһон. Яҡшы кәйеф – үҙе дарыу. Ауырыу яҡшы кәйефтән ҡаса, - мулла беҙҙең дә, үҙенең дә кәйефен күтәрергә теләне.
Зәки Закир улы мулланың һүҙҙәренә иғтибар итмәне. Һеңлеһе хаҡынды башлаған һүҙен дауам итеп алып китте.
- Мин уларға өс өй алып бирҙем, - тине ул миңә ҡарап. Өсөнсөһө Иҫке Һабай ауылында. Уныһын һеңлемдең өсөнсө ҡыҙының исеменә - Минегөл исеменә яҙҙырҙым. Үлеп-нитеп китһәм, балаларым юҡ, ситкә киткәнсе, уларға ҡалһын, тигәйнем.
Әммә яңыраҡ телефон аша ошо өйҙө үҙемдең исемгә күсерергә уйлайым тип әйткәйнем. Һеңлем алты биттән торған хат яҙып ебәргән. Нимә генә яҙмаған ул унда. Уныңса мин иҫәр, ялҡау, тыңлауһыҙ…, әллә нимә, әллә нимә. Бала саҡтағы, йәш саҡтағы әллә ниндәй үҙем белмәгән гонаһтарымды һанап сыҡҡан. Мин һине быға тиклем тыңлап йөрөнөм, был үтенесеңде тыңламайым, тигән. Ғөмүмән, өйҙө минең исемгә күсерергә ҡаршы булған. Көтмәгәйнем. Шул хатты уҡығас, йығылып киткәнмен. Бер бәләкәй генә конверт эсенә күпме ағыу һыйған! Унда ағыу барын белһәм, асмаҫ та, уҡымаҫ та инем. Сүплеккә ташлаған булыр инем.