Зәки Закир улы аҫҡа ҡарап уйға ҡалды. Мулла бер ни аңламайым, ни булды, тигән һымаҡ бер миңә, бер Зәки Закир улына ҡараны.
- Ә ниңә үҙегеҙгә күсерергә булдығыҙ һуң уны, алдан улар исеменә яҙғас? – тип һораным был ауыр тынлыҡты тиҙерәк бөтөрөргә теләп.
Зәки Закир улы, ғәйепле кеше һымаҡ, күҙҙәрен йәшереп:
- Улар минең менән һөйләшмәй-кәңәшләшмәй ике өйҙө һатып ауылдарына ҡайтып киткәс, айҙар буйы йоҡлай алмай һаташып сыҡтым. Балалары күп, уларҙы уҡытаһы, кеше итәһе бар. Ауылда уның өсөн шарттар юҡ, тип уйландым. Шуғамы икән, һаулығым ҡаҡшаны. Ашарға әҙерләү, өҫ-башты ҡарау ауырлашты. Яңғыҙлыҡ йөҙәтте. Ә мин бит шул һеңлеләремә ярҙам итәйем, балаларын уҡытайым, кеше итәйем тип бынан утыҙ йыл элеҡ ҡатынымдан айырылғас, өйләнмәй йөрөгәйнем. Һеңлеләрем мине ташлап ҡайтып киткәс, уларҙан өмөттө өҙөп, өйләнергә ҡарар иттем. Кешеһен дә тапҡайным. Ә ул: «Кеше өйөнә бармайым. Бер килеп ҡыуырҙар ҙа сығарырҙар. Тормошобоҙ емерелер. Улай емерелергә торған ғаилә нимәгә кәрәк», - тип берләшергә ризалыҡ бирмәй.
- Аңлашыла, - тинем һуҙып ҡына, артабан ни әйтергә белмәй.
Мулла ла һүҙҙең айышына төшөнә башланы, булһа кәрәк. Һораулы күҙҙәре тынысланды. Зәки Закир улына йәлләп, ярҙам итергә әҙер торған кешеләй ҡараны.
- Һаулығығыҙ, алла бирһә, нығыр. Бына дауаланып сығырһығыҙ ҙа, - тинем Зәки Закир улын нисек йыуатырға белмәй. – Хәҙер медицина көслө. Яңы дарыуҙар, компьютер аппараттары менән дауалайҙар. Табибтар йүгереп йөрөй, һәйбәт ашаталар.
- Әллә шул, - тине Зәки Закир улы, башын күтәреп. – Ышанып етмәйем. Минең һаулығымды ябай табибтар ғына түгел, профессорҙар ҙа йүнәтә алмаҫ. Көслө дарыуҙар ҙа, яңы приборҙар ҙа, мөһабәт биналар ҙа ярҙам итмәҫ. Минең ауырыуымды һеңлем, уларҙың бәхетле, тәртипле тормошо ғына ҡотҡара алыр. Ә мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ хәбәрҙәр алып торам. Яңыраҡ кеше аша ишеттем: һеңлем кешеләрҙән аҡса ала ла кире ҡайтармай, алдап тик йөрөй икән. Ҡыҙҙары, ярты йыл ғына йәшәп, ирҙәренән айырылған. Ире һаман да эшләмәй өйҙә ята ти. Бына ошолар ҡаҡшата минең һаулыҡты.
Зәки Закир улы, ни әйтерһең тигән кеүек, муллаға боролдо. Мулла үҙенә өмөт менән төбәлгән күҙҙәргә мөләйем итеп кенә ҡараны ла:
- Һеҙҙе ғәҙелһеҙлек һәм яуызлыҡ ауырыта. Холҡоғоҙҙағы ғәҙеллек, изгелек һеңлегеҙ яғынан килгән яуызлыҡты ҡабул итмәй. Шуға ла күңелегеҙҙә дауыл ҡуба. Шул ауырыта Һеҙҙе. Әммә өмөт бар. Һаулығығыҙ нығыясаҡ. Сөнки бәләкәй генә осҡон да, ялҡынға әйләнеп, ҡараңғыны еңә. Изгелек тә, шул осҡон һымаҡ, яуызлыҡты юйа.
- Изгелек арҡаһында ер йөҙөндә күпме кеше ауырыуҙан арыныр ине, - тинем мулланы ҡеүәтләп.
- Ә тормоштарының алға бармауы, балаларының хәсрәттәре һеңлегеҙҙең күңел бысраҡлығынан килә. Ата-әсәнең гонаһтары өсөн күп осраҡта балалар ғазаплана шул, - тине мулла һүҙен йомғаҡлап.
Зәки Закир улы минең барлығымды онотто, булһа кәрәк, бөтә иғтибарын муллаға йүнәлтте.
- Ә һеңлемдең күңелен яуызлыҡтан нисек ҡотҡарырға һуң? – тип һораны.
- Дингә мөрәжәғәт итергә, мәсеткә йөрөргә кәрәк уға.
- Мәсеткә йөрөй башлаған тип ишеткәйнем әле. Тормоштарының хөртәйеүенәндер инде, - тине Зәки Закир улы.
- Улай булғас, ҡотола, ҡотола яуызлыҡтан. Тик бөгөндән түгел инде. Әҙерәк ваҡыт үтәр.
Зәки Закир улының тоноҡ күҙҙәре яҡтырып киткәндәй булды. Ул турайып ултырҙы ла муллаға:
- Шифалы һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Йөрәгем урынына ултырғандай булды, - тине.
Үҙе сынаяғындағы сәйен эсеп бөтөрҙө лә, бер нөктәгә төбәлеп, тынып ҡалды. Был тағы ла үҙ эсенә бикләнеп ҡуймаһын тип ҡурҡып:
- Ул һеңлегеҙҙең исеме нисек әле ул? – тип һораным.
Зәки Закир улы яуап бирергәме, юҡмы тип уйланып торҙо ла онотҡан бер нәмәһен иҫкә төшөргән һымаҡ: «Яуызия», - тине. Мулла был һүҙҙе беренсе тапҡыр ишеткәнгәмелер, һуҙып ҡына: «Яуызия», - тип ҡабатланы. Был исем ҡушҡанда яңы тыуған баланың ҡолағына әйткән һымаҡ килеп сыҡты.
Мин ул ҡатындың исеме «Я» хәрефенән түгел, «А»нан башланыуын белә инем. Әммә һеңлеһенең исемен Зәки Закир улының йәшереүен аңлап, өндәшмәнем.
6-7. 02. 2010 й., Сибай.
Атайымды таптым
- Ғәфү итегеҙ, Һеҙ Әхмәтсафин ағайҙың улымы? – тигән һорауҙы ишеткәс, Минсаф, ултырған урынынан һикереп тороп, ишеккә ыңғайланы. Үҙенең туҡталышына етергә байтаҡ ара ҡалһа ла, троллейбустан төшөп ҡалды. «Уф, ошоларҙы, - тип тамағындағы төйөрҙө ергә төкөрҙө лә кешеләр әҙ йөрөгән урамдан китеп барҙы. - Аптыраттылар инде ошо һорауҙары менән. Бала саҡтан бирә башланылар. Исмаһам, бөгөн, тыуған көнөмдә, бимазаламаһындар ине. Егерме йәшкә еткәнсе шул алйот һорауҙы ишет әле».
Элек, бала сағында, был һорауға әллә ни иҫе китмәй ине лә ул. «Юҡ» тип, китә лә бара торғайны. Бишенсеме-алтынсымы синыфта уҡығанда: «Нишләп, минән гел генә Әхмәтсафиндың улымы тип һорайҙар?» - тип әсәһенә лә мөрәжәғәт иткәйне. Әсәһенең яуап бирәһе урынға, төҫө үҙгәреп, диванға барып ятҡанын күреп ҡурҡты. Шунан һуң ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Оноторға тырышты. Әммә кешеләр хәтеренә төшөрөп торҙо. Һорау тамам теңкәһенә тейҙе. Университеттың журналистика факультетына уҡырға ингәс, уға яуап эҙләй башланы.
***
Минсаф тәүҙә үҙенең ғүмерен барлап сыҡты. Эҙләгән һорауға яуап уның биографияһына яҙылған булырға тейеш тә баһа.
Уға дүрт йәш тулып бишкә киткәйне. Ул быны яҡшы хәтерләй. Сөнки атаһы тыуған көнөнә ҙур уйынсыҡ – Чебурашка бүләк иткәйне. Шул ваҡиғанан һуң бер нисә көн үткәс, кис менән атаһы ауылға барам тип сығып китте. «Атайым киткәс, - тип хәтер йомғағын һүтте Минсаф, - беҙгә бер ағай килеп керҙе. Төҫөн күрмәнем. Сөнки әсәйем, апайым менән мине йоҡо бүлмәһенә бикләп, шым ғына ятырға ҡушҡайны. Ағай икәнен тауышынан белдем.
Бер саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелде. Асыусы булманы. Тағы шылтыраттылар. Асманылар. Өсөнсө ҡыңғырауҙан һуң ғына ишек асылды. Атайым ҡайтып инде. Ул кереү менән өйҙә шау-шыу ҡупты. Нимәләрҙер иҙәнгә ауҙы. Ҡысҡырыш-талаш башланды. Беҙ апайым менән карауат аҫтына инеп йәшендек. Шул көндө атайым беҙҙән китте. Ҡабат ҡайтманы».
Ошоларҙы хәтерҙән үткәргәс, Минсаф:
- Әллә шул ир минең атайыммы икән? - тип уйланы. Аҙаҡ юҡтыр тигән һығымтаға килде. Ул ирҙең фамилияһы, аҙаҡ асыҡланыуынса, Бишбулдин бит. Ә минән берәү ҙә: «Бишбулдиндың улымы?» - тип һорамай. - Әхмәтсафиндыҡымы ти. Шулай булғас, эҙләнеүҙе ошо фамилия тирәһендә йөрөтөргә кәрәк, тигән фекергә килә ул.
***
Йәнде әрнеткән, күңелгә хуш килмәгән һорауҙы ишетеү генә түгел, уға яуап эҙләүе лә ауыр эш икәнен Минсаф аңланы. Үҙенең генә түгел, әсәһенең дә, башҡаларҙың да шәхси тормошонда соҡонорға тура килә. «Яҡшы түгел был», - тип уйланы. «Юҡ менән булашмайым әле», - тип бер нисә тапҡыр ҡул да һелтәп ҡуйғайны. Әммә кешеләрҙең шул йән әрнеткес һорауҙы һаман ҡабатлауҙары уның теләген яңырта торҙо. Үҙенең дә хәҡиҡәтте асыҡлағыһы, атаһының кемлеген беләһе килә. «Хайуан балаһы түгел дә мин, - тип уйлай, – атайымдың кем икәнен белмәҫкә. Боронғолар ете быуыныңды белергә васыят әйтеп ҡалдырған. Нишләп әле мин бер быуынымды ла белмәй йөрөйөм. Атайымдың кем икәнлеген белмәгәс, уйнаштан тыуған бала булам да баһа. Ғәрлеге ни тора?! Метрикалағы яҙыу – яҙыу инде ул. Шик тыуғас, ундағы фамилия ла, отчество ла ышандырмай. Асыҡлауҙы талап итә».
Шундай уйҙар менән Минсаф яңынан үҙен борсоған һорауға яуап эҙләргә тотона.
***
Әхмәтсафинды Минсаф яҡшы белә. «Әсәйемдән күпкә оло 55-60 йәштәр тирәһендәге бабай ине, - тип хәтер йомғағын һүтеп алып китте ул. - Атайым менән бергә эшләне. Атайым уны һирәкләп өйгә алып ҡайта торғайны. Бергәләп сәй эсәләр, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар. Атайым Мәскәүгә аспирантураға уҡырға киткәс, Әхмәтсафиндың беҙгә килеүе йышайҙы. Институт эргәлә генә булғас, төшкө аш ваҡытында ла инә. Ул килһә, әсәйем апайым менән мине урамға сығарып ебәрә. Мин балкондан саҡырмайынса ҡайтмағыҙ, ти. Бер саҡ тышта уйнап йөрөгәндә ҡапыл туалетҡа бараһы килеп китте. Дүртенсе ҡатҡа йүгереп мендем дә ишекте дөпөлдәтә башланым. Асыусы булманы. Түҙмәй ыштаныма ебәрҙем. Аҙаҡ әсәйем тетмәмде тетте. «Ҡабат мин саҡырмайынса, өйгә ҡайтма. Шунда урамда «бес» итеп булмаймы ни», - тине.