- Әсәйем һине йәтим итһә, мин һине бәхетле итермен, - тине лә, Мәҙинәне ҡалдырып, хушлашып та тормай, ҡайтып китте.
***
Иртәгәһен Минсафтың ҡайтырға йыйынғанын күреп, еҙнәһе ғәжәпләнде.
- Нишләп улай, - тип һөйләнде ул. – Кис кил дә, иртән ҡайтып китсәле. Бөгөн һинең менән һунарға барырға уйлап тора инем.
Минсаф:
- Рәхмәт, еҙнә. Әсәйем оҙаҡламаҫҡа ҡушҡайны. «Каникулда әҙерәк өйҙә тороп кит», тигәйне. Каникул да бөтөп бара, - тине.
***
Минсафтың улай тиҙ ҡайтырын әсәһе көтмәгән, күрәһең. Ул килеп кергәндә, бер ир менән сәй эсеп ултыра ине. Өй бола, йыйыштырылмаған.
- Телевизор кисә кис боҙолдо ла ҡуйҙы, - тине әсәһе. – Бына мастерҙы саҡырҙым әле. Йүнәткәс, шатлыҡтан Георгийҙы һыйлап ултырам.
Георгийҙы Минсаф белә. Бәләкәй саҡта уларға йыш килә торғайны. Әсәһе менән булған бер әңгәмәне лә хәтерләй әле ул.
- Ниңә ул миңә «Миншаф» тип өндәшә? – тип һорағайны ул.
- Ул бит сыуаш. Ә сыуаштар «Ш» өнө менән һөйләшә, - тигәйне әсәһе.
Шунан бирле Георгий килеп керһә, «Шағай» килгән тип һөйөнсө алыр ине әсәһенән. Үҙе лә һөйөнә. Сөнки ул килһә, әсәһе уны урамға малайҙар менән уйнарға сығарып ебәрә.
Ҡыҙмаса булып алған«Ш» ағай Минсафты күргәс, урынынан тороп: «Һаумы, улым!», - тип башҡортса иҫәнләште.
«Улым». Был һүҙҙәр Минсафтың мейеһен тишеп үтте. Ул Георгийға ҡулын һуҙманы. Сисенеп тә тормай төпкө бүлмәгә үтте. «Бәлки, ул минең атайымдыр?» - тип уйланы ул, карауатҡа йөҙө менән ҡапланып ятҡас.
***
Көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә торҙо. Минсаф та икенсе курсты тамамлап, өсөнсөгә уҡырға килде.
Мәҙинәһен ул һаман да онота алмай. Байрам һайын открыткалар ебәреп торһа ла яуап алғаны юҡ. Ул хәҙер алыҫта. Ҡаҙан дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый. Уның хаҡында аҙ-маҙ хәбәр Вәсилә аша килеп тора. Уныһы ла әллә ни һөйләп бармай.
Курстан курсҡа күскән һайын Минсаф үҙен белемлерәк тоя. Күп һорауҙарға яуап ала. Тик берәүһенә яуап таба алмай һаман. «Мин кемдең улы? Атайым кем минең?»
Уҡыу йылының тәүге көндәренең береһендә дәрестән һуң урамға сыҡһа, таяҡҡа таянған бер ҡартҡа тап булды. Таныны. Был Әхмәтсафин ине. Минсаф көтмәгәйне. Ҡаушап ҡалды.
- Һаумы, Минсаф, - тип өндәште ҡарт.
- Ә һеҙ мине ҡайҙан беләһегеҙ? – Минсаф танымағанға һалышты.
- Үҙ улыңды таныйһың инде ул.
Ҡарттың кинәйәле, ышаныслы әйткән һүҙҙәре егетте һиҫкәндерҙе. Атлап китергә уйлағайны ла, эске ҡыҙыҡһыныу туҡтатты.
- Әйҙә әле, улым, анау эскәмйәгә ултырып, һөйләшеп алайыҡ, - тине ҡарт. Барып ултырғас:
– Мин ҡартайғанмын инде, - тип дауам итте һүҙен. - Әллә ни оҙаҡ та йәшәмәм. Уйланып-уйланып йөрөнөм дә икебеҙ өсөн мөһим булған бер тарихты һиңә һөйләргә булдым. Һөйләмәһәм, был донъянан тыныс күңел менән китә алмам кеүек.
Ҡарт тамағына тығылған төкөрөгөн йотоп, танауын, ауыҙын ҡулъяулығы менән һөртөп алды ла, Минсафтың күҙҙәренә ҡарап:
- Улым, мин бит һинең атайың. Ғүмерҙе һиңә мин бирҙем. Әсәйең белә. Һин генә белмәйһең. Хәҙер бына һин дә белдең инде, - тине.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Минсафтың йөрәге урынынан ҡуҙғалғандай булды. Ул «Һин Әхмәтсафиндың улымы әллә?» тигән һорауҙың сәбәбен аңланы. Башынан «ғүмер биргәс, ниңә ҡарап үҫтермәнең, атай икәнеңде йәшереп йөрөнөң?» тигән уйҙар үтте. Әммә өндәшмәне.
- Исемде лә һиңә Минсаф тип үҙем ҡуштым. Сафлыҡҡа тере һәйкәл булырһың тинем.
Минсаф артабан тыңлай алманы. Ырғып торҙо ла салт итеп ҡарттың битенә төкөрҙө. Ҡарт, ҡулъяулығы менән һөртөнөп ултырып, уның ҡайһы яҡҡа киткәнен дә шәйләмәй ҡалды.
***
Эҙләгән һорауына яуапты Минсаф тапҡан да тапмаған да һымаҡ. Ярай, ул үҙенә ғүмер биргән ирҙе тапты ла ти. Ә ул атаймы ни?! Атай тип әйтергә тел әйләнмәй уға.
Университеттың ҙур залына китеп барғанда ла, шул уйҙар ине уның башында. Бөгөн бында «Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш мәсьәләләре» тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция була. Башҡортостандан ғына түгел, күрше Ырымбур, Силәбе, Һарытау өлкәләренән дә вәкилдәр буласаҡ. Кафедра мөдире: «Журналистарға телде яҡшы белеү кәрәк», - тип студенттарҙы ла саҡырғайны.
Ҙур залдың ишеге алдында һөйләшеп торған ирҙәрҙең береһе, Минсафты күргәс,йылмайып ебәрҙе.
- О, Фаяз Абдрахмановичтың улы килә, - ир кеше күрешергә ҡулын һуҙҙы.
Минсаф уны танымай ине. Шуға ла һораулы ҡарашын уға төбәне.
- Беҙ Стәрлетамаҡтан, - тине ир, эргәһендәге иптәшенә күрһәтеп, атайың менән бергә эшләнек.
Әңгәмәгә иптәше лә ҡушылды:
-Эйе, эйе. Атайың - бик һәйбәт кеше. Һеҙҙең менән бергә йәшәгәндә ғаилә, балалар тип үлә яҙып йөрөнө. Гел һинең менән урамда күрә торғайныҡ. Эшкә лә алып килә ине. Ана шунан таныйбыҙ һине.
- Әле лә беҙ атайың менән телефондан һөйләшеп торабыҙ, - тине ирҙәрҙең икенсеһе. - Ә һин уның менән аралашаһыңмы?
- Юҡ, ул бит алыҫта, Сибайҙа йәшәй. Ул яҡҡа юл төшкәне юҡ, - Минсаф ғәйепле кеше һымаҡ аҫҡа ҡараны.
- Зря, - тине ир моңһоу ғына.
Конференциялағы сығыштарҙы Минсаф йүнләп тыңлай алманы. Уны «Фаяз Абдрахмановичтың улы» тигән һүҙҙәр иҫерткәйне.
***
Минсаф Фаяз Абдрахман улын яратмай, хатта күрә алмай ине. «Әсәйемде, мине, апайымды ташлап киткән, мәрхәмәтһеҙ», - тип эстән әрләй торғайны. Әсәһенең: «Бөтәһенә лә атайығыҙ ғәйепле», - тигән һүҙҙәре лә йоғонто яһағандыр инде.
Теге Стәрлетамаҡтан килгән ирҙәрҙе осратҡандан һүң ул үҙгәрә төштө. Фаяз Абдрахман улын яҡындан белгән кешеләр менән аралашырға, уларҙан мәғлүмәт алырға тырышты. Уның Сибай педколледжында уҡытып, пенсияға сығыуын, әлеге көнгә тиклем өйләнмәй яңғыҙ йәшәүен белде. Уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетте.
***
Кафедра мөдире: «Оҙаҡламай практика башлана. Кем ҡайҙа үтергә теләй, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ», - тигәс, Минсаф беренсе булып:
- Мине «Сибайский рабочий»ға яҙығыҙ, - тине.
Уҡытыусы ҡаршы килмәне, хатта шатланған һымаҡ та булды.
- Урал аръяғында беҙҙекеләр практика үткәне юҡ. Әйҙә, беҙҙең барлығыбыҙҙы белдереп, үҙеңде күрһәтеп ҡайт, - тине.
Сибайға килеп төшкәс, Минсаф редакцияға ашыҡманы. Педколледжға барып, кадрҙар бүлегенән Фаяз Абдрахман улының адресын һорап алды. «Мин уның улы» тигәс, төпсөшөп торманылар, тиҙ генә яҙып бирә һалдылар, хатта йәшәгән еренә нисек барырға кәрәклеген дә өйрәттеләр.
Оҙаҡ эҙләп йөрөмәне ул. Ҡала бәләкәй булғанғамы, әллә йөрәге ашҡынғанғамы, тиҙ тапты. Тик ҡыңғырауға баҫҡас, ишектең асылыуын көтөү генә оҙаҡ тойолдо.
Ишекте тәбәнәгерәк буйлы, сәстәрен сал баҫҡан, тулы ғына кәүҙәле ир асты.
- Һаумы, атай! – Минсаф сабыйҙарса уның ҡосағына ташланды.
- Һаумы, улым! – Фаяз Абдрахман улы Минсафты, ысҡынып китмәһен тигәндәй, ныҡ итеп ҡосаҡланы.
- Атайымды таптым, - тип бышылдағанын Минсаф үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
7-8. 01. 2012 й., Сибай.
Ҡушымта
Ҡушымта 1
Авторҙың ижады хаҡында
Фәрүәз Сәйфуллин Ишембай районының йәмле Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Этҡол ауылында тыуып үҫкән. Башланғыс синыфта уҡығанда уҡ уның күңелендә шағир булыу теләге тыуа. Шиғырҙары менән мәктәп, клуб сәхнәләрендә сығыш яһай. Өлкән синыфтарға еткәс, әҫәрҙәре район, республика баҫмаларында донъя күрә. Шағир булырға теләге уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә. «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең
әүҙем ағзаһы була.
Мәктәптә эшләй башлағас, ул оҙаҡ йылдарға ижадтан айырыла. Был уның педагогик эшкә мөкиббән китеүе менән аңлатыла. Шәхес ижад итеү уның өсөн әҫәр ижад итеүгә тиң була. Педагогик оҫталығын үҫтереүгә лә бөтә көсөн бирә. Диссертация яҙа, педагогика фәндәр кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә була. Бөгөн ул Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында эшләй.