Выбрать главу

Һин минең ҡосағымда.

Өнһөҙ ҡалып, эй, тыңланың

Йөрәктәр һөйләшеүен.

Ғашиҡтарҙың бәхетенән

Йәшермәй көнләшеүен,

Яңғыҙ ҡайын ағасына

Кәкүк килеп ултырҙы.

Ултырҙы ла: «Мин кәкүк!» - тип

Утыҙ тапҡыр ҡысҡырҙы.

Кәкүк шулай өҙгөләнде

Яңғыҙаҡ булғанына.

... Утыҙ тапҡыр бышылданым

«Һөйәм» тип ҡолағыңа.

12. 04. 1989 й., Өфө

Тереһыу

Һинең менән ҡайтҡым килә,

Ҡайтып булмай - эшем бар.

Һине үлер cиккә етеп

Яратыусы кеше бар.

Ул - мин. Һөйөү тулҡынында

Кәмә булып сайҡалам.

Түңкәреләм, күтәреләм,

Күккә теймәй саҡ ҡалам.

Көлдөрәһең, үлтерәһең,

Эсерәһең тереһыу.

…Һине һөйөү – мең ҡат үлеп,

Мең ҡат ҡабат терелеү.

11.11. 2006 й., Сибай - Стәрлетамаҡ районы.

Һөйөүебеҙ көслө үлемдән

Бөтә донъя миңә үлгән кеүек,

Үле тынлыҡ беҙҙең бүлмәлә.

Ишегемде эләм, асаһым юҡ,

Батша ҡыҙы үҙе килһә лә.

Һурып-һурып иренеңдән үбәм,

Ҡосаҡлайым ҡыҫып билеңдән.

Бөтә донъя миңә үлгән кеүек…

Һөйөүебеҙ көслө үлемдән.

21. 03. 1990 й., Өфө.

Ҡояштарым

Ҡояшым икәү. Береһе

Бик өҫтә.

Икенсеһе күренмәй ҙә -

Ул эстә.

Өҫтәгеһе иртән ҡалҡа,

Кис бата.

Эстәгеһе йөрәгемдә

Тик ята.

Тик ятһа ла, үҙе мине

Йүгертә.

Үлеп барған ерҙән хатта

Терелтә,

Салауаттай батыр, ғорур

Ир итә,

Ҡайһы саҡта май шикелле

Иретә.

Ул ҡояштың исеме бар –

Мөхәббәт.

Өҫтәге ҡояштан ул ҙур,

Мөһабәт.

20. 04. 2010 й., Сибай.

Яуап

Бәхет, бәхет… Нимә һуң ул бәхет?

Ниндәй төҫтә, ниндәй ҙурлыҡта?

Ҡиәфәте нисек? Шәжәрәһе?

Ярала ул ниндәй орлоҡтан?

Яуап эҙләп, күҙҙәреңә баҡтым -

Һинең күҙҙәр китап шикелле…

Аңлай алмай торҙом тәүге мәлдә -

Белемемә ҡуйҙың «икеле».

Ә күҙҙәрең, китап бите кеүек,

Бер асылды, берсә ябылды.

Һине һөйөү үҙе бәхет икән –

Уҡый торғас, яуап табылды.

16. 02. 2010 й., Сибай.

Йөҙөк

Исемең матур һинең, үҙең дә -

Мең төрлө нур балҡый йөҙөңдә.

Һин юҡ саҡта мине оҡшаталар

Ҡашы төшөп ҡалған йөҙөккә.

Ҡашы төшөп ҡалған ул йөҙөктөң

Кәрәге юҡ, урыны – сүплектә.

Һинән башҡа мин – сүп. Һинең янда

Әйләнәмен ҡашлы йөҙөккә.

09. 03. 2010 й., Сибай.

Ҡотҡарыусым

Үҙ-үҙемде аңламайым,

Мин үҙем - үҙем түгел.

Күңелдәге көсһөҙлөктө

Булмайсы бөгөн еңеп.

Ҡулым бығаулы, йөрөмәй,

Аяҡтарым тышаулы.

Иҙелгәнмен, әйтерһең дә,

Өҫтән өҫкә таш яуҙы.

Ҡотҡарҙың мине был хәлдән -

Алдымда пәйҙә булдың.

Мин бит һине һағыныуҙан

Көн буйы бәйҙә булдым.

07. 08. 2010 й., Иҫке Сибай.

Юғалттым

Юл сатында

«Ҡыҙғы» тигән яҙыу күреп,

Туҡтап ҡалдым юл сатында.

Шул ауылдан бер һылыуҙы

Яратҡайным йәш сағымда.

Хәҙер инде ҡартайғанмын,

Ә һөйөүем һаман да йәш.

Күҙ алдымдан китмәй әле

Ҡыҙғылағы сибәр кәләш.

Күҙ алдымда тора яҙыу,

Уҡ күрһәтә Ҡыҙғы яғын.

Юл сатында торған ҡартты –

Үҙ-үҙемде ҡыҙғанамын.

Артта - яҙмыш ҡапҡалары,

Һул яғымда - хаталарым.

Уң яғымда ята Ҡыҙғы -

Юл сатында ғүмер уҙҙы.

01. 05. 2010 й., Сибай.

Арғымаҡ

Яңғыҙ йәшәһәм дә яңғыҙ

Булманым мин һис ҡасан.

Төштәремдә һин килгәндә,

Ишегемде шар асам.

Өйрәтелмәгән арғымаҡ -

Ярһып саба йөрәгем.

Йүгәнләргә теләүселәр

Булды – башын бирмәне.

Минән дә эйәр һалдырмай –

Тора ла һиңә ҡаса.

Арғымағыма атланып,

Төшөмдә түгел, өнөмдә

Килерһең икән ҡасан?

22. 02. 2011 й., Сибай

Төн менән көн

Тәбиғәткә нур таратып

Арығандыр инде көн,

Йоҡлап китте. Ипләп кенә

Ҡосаҡланы уны төн.

Хас та беҙҙең һөйөү кеүек…

Ул йоҡлағас башлана:

Төштәремдә һине күреп,

Ҡосағыңа ташланам.

Һин дә ҡасып-боҫоп ҡына

Йоҡлап ятҡан иреңдән,

Төштәремә килеп кереп,

Үбәһең бит ирендән.

09. 05., 2006 й., Сибай.

Йоҙаҡ

Ҡанаттарым булһа, осор инем,

Осор инем башың осонда.

Хыялымды һинең бер ҡарашың

Әйләндерер ине ысынға.

Ҡарамайһың. Һуҡыр кеше кеүек

Күрмәйһең дә мине, белмәйһең.

Ҡанат ҡуйыу түгел, киреһенсә,

Аяғыма бығау эләһең.

Һинһеҙ, белһәң, мин – тышаулы толпар,

Ҡанатһыҙ ҡош – иркем сикләнгән.

Йөрәгемдә һөйөүемдең хисе

Һинең йоҙаҡ менән бикләнгән.

13. 09. 2011 й., Сибай.

Йомаҡ

Йомаҡ сисеү – фәһемле эш,

Кеше өсөн оло һабаҡ.

- Йомаҡ әйтәм, яуабын тап:

Үҙе һыуыҡ, үҙе ап-аҡ.

- Аҡ ҡар, - тинең, аҫҡа ҡарап.

- Юҡ, яуабың дөрөҫ түгел.

«Үҙе һыуыҡ, үҙе ап-аҡ» -

Һинең менән минең күңел.

Һөйөү ҡасҡан һинән, минән,

Ә һөйөүһеҙ күңел һыуыҡ,

Шундай һыуыҡ. Өҫтөбөҙгә

Яуып торған аҡ ҡар кеүек.

24. 02. 2010 й., Сибай- Белорет.

Ағыулы уҡ

Тышта аяҙ, тышта йылы…

Эстә буран ҡотора.

Йөрәгемде уста тотоп,

Өйҙә яңғыҙ ултырам.

Хыянатың – ағыулы уҡ,

Тишеп кереп күкрәкте,

Уcтарыма алып һалды

Һине һөйгән йөрәкте.

… Тышта аяҙ, тышта йылы…

Эстә дауыл ҡотора.

Йөрәгемде уста тотоп,

Һине уйлап ултырам.

13. 03. 2006 й., Сибай.

Усаҡ

Яҙмы, ҡышмы, аңлап булмай,

Әле ошо ваҡытта.

Ҡайнап торған көйө туңған

Һыу ҙа тимер һауытта.

Йөрәгемдә оло һөйөү

Урғыла, таша, ҡайнай.

Ул һөйөүҙең усағы һин.

Усағы һүнгән, янмай.

Усаҡһыҙ һөйөү – ҡосаҡһыҙ

Ҡосаҡлашыуға оҡшаш.

Күкрәгемдә йөрәк түгел,

Йоҙороҡ ҙурлыҡ бер таш

Усаҡһыҙ утта ҡайнай,

Ҡанай.

28. 08.2011 й., Сибай.

Килештәр

Төп килеш – һин.

Һиңә - төбәү.

Мин килешһеҙ,

Шуға үгәй.

Һин теләйһең

Бар донъяның

Һиңә генә

Төбәлеүен.

Онотаһың

Килештәрҙең

Берәү генә

Түгеллеген.

Эйәлек бар,

Эйеү кәрәк

Башты алға.

Ана, алда

Көтөп тора

Беҙҙе аллаһ.

Урын –ваҡыт

Килеш тә бар.

Берәүҙәрҙең

Күңелендә

Ята аҡ ҡар.

Шундай саҡта

Изгелекте

Сығар тышҡа.

Күңелдәрҙе

Ҡотҡар ҡарҙан -

Һыуыҡ ҡыштан.

Был сығанаҡ

Килеш булыр.

Бөтә донъя