Яңы йыл теләге
Бөгөн миңә бөтә донъя
Яңынан тыуған кеүек.
Яңы йылдың тәүге көнө:
Тышта ҡар, әсе һыуыҡ.
Һыуыҡ булып, ап-аҡ булып
Тыуа икән Яңы йыл.
Һыуыҡ йылыны эҙләтә,
Аҡтан ағара күңел.
Тимәк, йылы, аҡ, пак күңел
Яңы йыл теләй беҙгә.
Ә ак күңел аҡ бәхеттәр
Килтерә үҙебеҙгә.
01. 01. 2011 й., Сибай.
Һабантуй
Иҫке йылдың һуңғы айы –
Өйөрҙөң иң ялҡау тайы.
Ваҡытты ул Яңы йылға
Тапшыра ла китә ялға.
Яңы йылдың тәүге айы –
Өйөрҙөң иң яҡшы тайы.
Алып килә киләсәктең
Өмөт тулы тәүге таңын.
Ваҡыттың был ике айы
Хәтерләтә һабантуйҙы.
Ялҡау тайҙы ҡалдырам да
Ерҙе урап сабып китәм,
Ауыҙлыҡлап иң шәп тайҙы.
01. 12. 20 11 й., Сибай.
Яңырыу
Йыл – йүгерек ел. Туҡтамай
Елә лә елә генә.
Алтмыш еләк һалып киткән
Ғүмерем силәгенә.
Еләктәрҙең төрлөһө бар -
Бере ҡыҙыл, бере аҡ.
Ҡыҙылдары телдә ирей,
Аҡтары тәмһеҙерәк.
Тәмлеһе лә, тәмһеҙе лә
Үҙемдең емештәрем,
Бөртөкләп кенә йыйылған
Алтыным, көмөштәрем.
Яңы йыл һайын яңырам,
Ғүмерем - йәшел баҡса,
Алтын, көмөштән ҡойолған
Иҫкермәй торған аҡса.
19. 12. 2010 й., Сибай
Таяҡ
Мин яратҡан ҡыҙҙар әбей хәҙер
Эйелгәндәр инде алъяҡҡа.
Осрашыуға улар һыбай килә
Бер тояҡлы атта – таяҡта.
Сәй эскәндә таяҡ тыныс ҡына
Тороп тора ишек төбөндә.
Ул әбейҙе һаҡлай. Рәхәтләнеп
Йөрөр ине лә ул тибендә…
Кәрәк саҡта ат та, аяҡ та ул,
Тоғро һаҡсы, иптәш, таяныс.
…Бәғзе әбейҙәрҙе ир-ат түгел,
Таяҡ яҡлай – шуныһы аяныс.
8. 01.2011 й., Сибай.
Хәтер
Күк күкрәне, ер һелкенде,
Ҡарт имән ауҙы.
Ҡап-ҡара ялбыр болоттар
Ҡапланы айҙы.
Бөтә нәмә хәтерләтте
Дәһшәтле яуҙы.
Бөгөн ергә пуля түгел,
Боҙлауыҡ яуҙы.
Яуҙың тамамланыуына
Күп булды хәҙер.
Ҡарт имәнде – ветеранды
Үлтерҙе хәтер.
11. 10. 2010 й., Сибай.
Йөк
Көндө төнгә ялғап-бәйләп
Үтә ғүмер.
Көндән төнгә кереп китте,
Ана, бер ир.
Төн дә үтте. Көн дә ҡайтты
Ҡабат ергә.
Тик уны күреү яҙмаған
Теге иргә.
Һәр кешегә килә бер саҡ
Мәңгелек төн.
Бушатабыҙ тап шул төндә
Тормош йөгөн.
Яҙмаһын йөкһөҙ үтергә
Ғүмер юлын.
Юл бит йөкмәлеп йөк ташый
Торған урын.
24. 08. 2011 й., Сибай.
Бағышлауҙар
Һәйкәл
Рәшит Назаровҡа
Һиңә һәйкәл эшләмәҫтәр,
Һәйкәл һиңә нимәгә!?
Үҙең үлһәң дә, йырҙарың,
Шиғырҙарың үлмәгән.
Мәрхүмдәр шикелле йәнһеҙ
Нимәгә һиңә таш һын.
Шиғырҙарың шығырҙатып,
Иретеп ҡуя ташты.
Шиғриәтең нурҙарында
Кешеләр ҡойоналар.
Һөйөүҙән һиңә күңелдә
Һәйкәлдәр ҡойолалар.
18. 10. 2011 й., Сибай.
Кумир
Уҡытыусым Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовҡа
Төҫ тиһәң төҫ, аҡыл, талант
Барыһы ла бар һиндә.
Башҡалар төштә күргәнде
Һин эшләй инең өндә.
Әкиәт түгел: тормошта
Күп башлы батыр инең.
Яҙыусы, ғалим. Етәксе
Йөгөн дә тартыр инең.
Емешкә бай, татлы, затлы
Баҡса булды ғүмерең.
…Күп һорауҙарға яуапты
Һинән алам, кумирым.
02. 12. 2011 й., Сибай.
АТАЙЫМДЫ ТАПТЫМ
(хикәйәләр)
«Рәхмәт!»
Cәлих Уразбай улы асыҡ дәрестең яҡшы үтеүенә һөйөнөп бөтә алманы. Ә бит ҡурҡып йөрөгәйне. Ундай дәресте район кимәлендә беренсе тапҡыр үткәрә. Биология уҡытыусылары өсөн. Араларында кемдәр генә юҡ! Уҡытыусы-методистар ҙа, «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеүселәр ҙә, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирҙәре лә, директорҙар ҙа бар.
Ә ул кем улар алдында? Институт бөтөрөп, саҡ өсөнсө йыл эшләп йөрөй. Студент сағында кафедра мөдиренән ишеткән «мәктәптә ун йыл эшләмәйенсә тәжрибә туплап булмай», тигән һүҙҙәрҙе һаман хәтерләй әле ул.
Аллаға шөкөр, бөтәһе лә һәйбәт килеп сыҡты.
- Үҙегеҙҙә әҙерәк йәшлек, тәжрибәһеҙлек һиҙелә, - тигәйне биология уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе дәресте баһалағанда. - Әммә уҡыусыларығыҙ шәп, әүҙемдәр, белемлеләр.
Cәлих Уразбай улы был һүҙҙәрҙе ҙур баһа итеп ҡабул итте. Уҡытыусының эш һөҙөмтәһе – уҡыусылар икәнен ул яҡшы аңлай. Ысынлап та, балалары һәйбәт уның. Беренсе синыфтан бергә уҡып бер туғанға әйләнеп бөткәндәр. Бер береһе өсөн үлә яҙып торалар. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмайҙар. Уҡытыусылар ҙа ярата уларҙы. Синыф етәкселеген Cәлих Уразбай улына йөкмәткәс, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың эстәре көйөп тә йөрөгәйне әле.
- Cәлих Уразбай улы – йәш белгес, тәжрибәһе юҡ, - тигәйне мәктәп директоры педсоветта. - Шуға күрә, Мөхәррәм Аҙнай улы, Һеҙҙе был синыфтан алып, арттараҡ һөйрәлгән туғыҙынсыға күсерәбеҙ. Әлеге синыфығыҙҙы Cәлих Уразбай улына тапшырығыҙ.
Тәжрибәле педагогтың яратҡан синыфынан айырылғыһы килмәһә лә ризалашты. Сөнки туғыҙынсыны ситтән күҙәтеп, йөрәге һыҙлап йөрөй ине. «Былар ошо көйө мәктәптән сығып китһәләр, артабан тормошта ни эшләрҙәр икән?», - тип борсола торғайны.
- Дәрескә килеп кергәс, Cәлих Уразбай улы ҡыуанысын йәшермәне, киреһенсә, белгертергә тырышты.
- Һеҙгә, балалар, ҙур рәхмәт, - тип башланы ул һүҙен. – Асыҡ дәрестә әүҙем булдығыҙ. Һәр һорауға шартлатып яуап биреп торҙоғоҙ. Тартынып, йомолоп ултырманығыҙ. Һеҙҙең арҡала дәрес юғары кимәлдә үтте. Ҡунаҡтар риза булып ҡайтып киттеләр.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, уҡыусылар гөрләтеп ҡул сапты. Уҡытыусының былай ҙа йомшаған күңеле иреп китте. Балаларға ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләгеһе килде. Әҙерәк уйланып торҙо ла:
- Балалар, әйҙәгеҙ, йәйге каникулда походҡа барайыҡ. Бөтә синыф менән. Шүлгән мәмерйәһенә, - тине.
Уҡыусылар шатлыҡтан ҡысҡырып ебәрҙе. Кемдер аяҡтары менән иҙәнгә дөбөрҙәтеп алды. Уҡытыусыға был оҡшаны. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ булһын типтер:
- Һал яһап, Ағиҙелдә йөҙөп барырбыҙ, - тип өҫтәне.
Шунда уҡ ойоштороу комитеты һайлап ҡуйҙылар. Уның рәйесе булырға староста Баязит шатланып риза булды. Эштәрҙе, бурыстарҙы бүлештеләр. План төҙөнөләр. Тауышҡа ҡуйып бөтәһен дә раҫланылар. Биология дәресе синыф йыйылышына әйләнде лә ҡуйҙы.
***
Походҡа әҙерлек йыйылыш-дәрестең иртәгәһенә үк башланды. Кәрәкле кейем-һалым, рюкзак, ҡорамалдар һатып алыуҙы ата-әсәләр үҙ өҫтөнә алды. Уҡыусылар синыф етәксеһе менән походтың маршрут-картаһын төҙөнөләр, юлдағы ауылдарҙа кемдәрҙең таныштары, туған-ырыуҙары йәшәй, шуларҙы асыҡланылар. Ойоштороу комитеты рәйесе Баязит ауыл хакимиәтенә барып, ҡайһы бер мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеп ҡайтты. Уҡыу алдынғыһы Мөнир лесничествонан һаллыҡ ағастар һораны. Атаһы шунда эшләгәс, был эште башҡарыу уға ҡыйын булманы. Дилә медпунктҡа барып, походҡа барыусылар менән медкомиссия үткәреү тураһында һөйләште. Ағастарҙы ҡайтарғас, малайҙар хеҙмәт дәрестәрендә һал эшләнеләр. Синыф етәксеһе лә ярҙам итте. Бик һәйбәт килеп сыҡты. Уны ҡороп ҡаранылар ҙа ҡабат тараттылар. Ағиҙелгә тиклем мәктәп машинаһында алып барасаҡтар.