1– се бүлек. Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ булғаны, өлкән улдары Шүлгәндең ата һүҙен тотмағаны, әсә һүҙе йоҡмағаны; Самрау ҡыҙы Һомайҙың аҡҡош булып тотолғаны, йәнә ҡотолғаны
Борон-борон борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда булған, ти, борон,
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ
Ҡайҙа барһа, уларға
Ул урында юл асыҡ.
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Үҙҙәре лә онотҡан, ти;
Икәүҙән-икәү шул ерҙә
Башлап ғүмер иткән, ти.
Тора-бара ул икәү
Ике уллы булып киткән, ти:
Шүлгән булған олоһо,
Урал булған кесеһе;
Бүтән кеше күрмәйсе,
Тик йәшәгән дүртеһе.
Донъя-мазар йыймаған,
Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,
Ҡазан аҫып, ут яғып,
Улар донъя көтмәгән.
Ауырыу-һыҙлау күрмәгән,
Үлем барын белмәгән,
Барлыҡ нәмәгә үлем
Үҙебеҙ, тип һанаған,
Һунарҙа ат менмәгән,
Ҡулға һаҙаҡ тотмаған;
Менәренә – арыҫланды,
Балығына – суртанды,
Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ иштәре яһаған.
Бик борондан булғанмы,
Йәнбирҙе үҙе ҡылғанмы,
Бара-тора шул ерҙә
Йола булып киткәнме,
Йыртҡыс йәнлек тоттониһә,
Йәнлек иркәк булдыниһә,
Ирле-бисәле икәүһе
Башын сәйнәп ашаған,
Шүлгән менән Уралға,
Эте менән арыҫланға,
Шоңҡар менән суртанға
Бүтән һанын ташлаған;
Йыртҡыс йәнлекте тотһа,
Йәнлек орғасы булһа,
Ирле-бисә икәүһе
Йөрәгене һайлаған.
Үлән емшәр йән тотһа,
Ҡара һөлөк ҡаҙаған,
Һөлөгөнән һурҙырып,
Ҡанды һыуһын яһаған.
Бала үҫеп еткәнсе,
Үҙе йәнлек тотҡансы,
Баш-йөрәкте ашауҙан,
Һыуһынға ҡан эсеүҙән
Уландарын тыйғандар,
Һис ярамай, тигәндәр.
Ай үҫәһен көн үҫеп,
Балалары иҫ белеп,
Шүлгәненә ун ике,
Уралына ун тулып,
Береһе, арыҫлан менәм, тип,
Береһе, шоңҡар сөйәм, тип,
Маҙаһына тейгән һуң,
Ике улына Йәнбирҙе
Төшөндөрөп биргән, ти.
Икегеҙ ҙә – баламһыҙ,
Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ,
Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған;
Ҡулға суҡмар тоторға,
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Әле арыҫлан менергә
Миҙгелегеҙ етмәгән.
Мин ни бирһәм, ашағыҙ,
Мин ни ҡушһам, эшләгеҙ:
Күнегергә һыбайға –
Ана, болан менегеҙ,
Сыйырсыҡтың тубына
Яғылбайҙы сөйөгөҙ;
Һыуһаһағыҙ уйында,
Ана, аҡ һыу эсегеҙ,
Ҡабырсаҡҡа тултырған
Ҡандан ауыҙ тартығыҙ, –
Тип быларға тағы ла
Йола өйрәтеп ҡуйған, ти.
Ҡан эсеүҙән балаларын
Тағы бер ҡат тыйған, ти.
Берҙән-бер көн еткәндә,
Ҡарт менән ҡарсыҡ икәү
Ау ауларға киткәндә,
Шүлгән, Урал икәүләп
Торлаҡта аулаҡ ҡалғанда
Аталары киткән һуң,
Байтаҡ ваҡыт үткән һуң,
Ике бала һөйләшеп,
Ашауҙан һүҙ асҡан да, –
Шүлгән уйлап торған да,
Ҡан эсеүҙән атаһы
Ныҡ тыйғанын белһә лә,
– Эсә күрмәң, – тиһә лә,
Шүлгән, Уралды димләп,
Ошолай тип әйткән, ти:
– Йәнде ҡыйып һунарлау
Ҡомарлы эш булмаһа,
Һыуһағанда ҡан эсеү
Тәмле нәмә булмаһа,
Атамдар йоҡо ҡалдырып,
Көн дә икәү ҡайғырып,
Аяҡ-ҡулын талдырып,
Беҙҙе өйҙә ҡалдырып,
Йөрөмәҫ ине һунар, тип,
Урал, әйҙә, булмаһа,
Ҡабырсаҡты асайыҡ,
Һәр беренән аҙ-аҙлап,
Берәр тамсы эсәйек, –
Ҡандың тәмен беләйек.
Урал:
– Атам һүҙен тотамын,
Мин ул ҡанды йотмамын.
Егет булып етмәйсе,
Төп йоланы белмәйсе,
Ил гиҙеп бер йөрөмәйсе,
Ысынлап та донъяла
Үлем юғын күрмәйсе,
Суҡмар алып ҡулыма,
Һис бер йәнде һуҡмамын,
Һөлөк һурған ҡанды мин
Ҡабырсаҡтан йотмамын.
Шүлгән: