– Кешене енер үлемдең
Бында килеп сыҡмаҫын,
Беҙҙе килеп тапмаҫын
Атам һөйләп бирҙе бит;
– Бары йәнгә беҙ – үлем, –
Тип тағы ла әйтте бит!
Инде ниҙән өркәһен,
Ҡан эсеүҙән ҡурҡаһың?
Урал:
– Тилберлектә, тиҙлектә,
Көслөлөктә, ҙурлыҡта,
Түҙемлектә, һаҡлыҡта,
Һиҙгерлектә көндөҙ ҙә,
Төндә йоҡлап ятҡанда,
Арыҫлан, болан, ҡапланы,
Айыуы, тағы бүтәне –
Улар беҙҙән кәмме ни?
Ташҡа һуғылып тояғы,
Үлән төртөлөп аяғы
Һис бер саҡта аҡһамай;
Йәйге эҫелә өҫ һалмай,
Ырашҡыла тун кеймәй;
Берәй йәнгә уҡталһа,
Бер ҙә суҡмар йөкмәмәй;
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Суртан арбап балыҡҡа,
Эт һөсләтеп йәнлеккә,
Шоңҡар, эткә, арыҫланға,
Өмөт бәйләп суртанға,
Һунарында интекмәй;
Теш-тырнағы – ҡоралы,
Үҙ ҡулында теләге,
Бер ҙә талмай беләге,
Һис аҙамай йөрәге
Йәшәп килгән ҡапланы,
Юлбарыҫы, арыҫланы
Шулай батыр булһа ла,
Барының ҡотон алһа ла,
Аяғын бәйләп алған һуң,
Муйынына бысаҡ һалған һуң,
Ике күҙе йәшләнеп,
Йөрәге һуға түгелме?
Атам беҙгә һөйләгән,
Беҙ әле һис күрмәгән,
Беҙҙең ерҙә булмаған,
– Яуыз үлем – кеше, тип,
Уйламайҙар, тиһеңме?
Сабағына – суртаны,
Йомранына – кәзәне,
Ҡуянына – төлкөһө, –
Барыһын теҙеп уйлаһаң:
Көсһөҙөнә – көслөһө
Үлем була түгелме?
Үлемдән ҡурҡып ялдымға
Сумып ятҡан балыҡтың,
Ҡаяла сыр-сыр килешеп,
Өркөп осҡан ҡош-ҡорттоң
Тотоп, башын сәйнәгән,
Йөрәген ярып ашаған,
Көсһөҙ һанап барыһын,
Аулап, ҡомарын асҡан,
Ямандарҙың яманы,
Шул йоланы табыусы,
Ерҙә үлем сәсеүсе –
Ошо тирәлә беҙ дүртәү
Булабыҙ һуң түгелме?
– Үлемдең ин яуызы,
Булған йәнде ҡыйыусы, –
Тип, барыһы уйлашып,
Беҙҙе үлем һанашып;
Суҡмар итеп тырнағын,
Шоңҡар итеп йөрәген,
Бөтәһе бергә тупланып,
Бергә килеп уҡталып.
Беҙҙең өҫкә ташланһа, –
Атайым беҙгә һөйләгән,
Беҙ әле һис күрмәгән
Үлем шунда беҙҙең дә
Күҙ алдында баҫмаҫмы? –
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Шүлгән бер аҙ уйлаған,
Шулай ҙа ул үҙ һүҙен
Уға ҡарап ҡуймаған, –
Ҡабырсаҡтан аҙ-аҙлап
Ҡанды һемереп эскән, ти,
Атаһына әйтмәҫкә
Уралдан һүҙ алған, ти.
Күп йән тотоп, һунарҙан
Ата-әсәһе ҡайтҡан, ти.
Йола буйынса, күмәкләп,
Табын ҡороп дүртәүләп,
Бары йәнде ботарлап,
Былар ашҡа ултырған.
Ашағанда уйланып,
Урал былай тигән, ти:
– Атай, бына был йәнде –
Ҡасып һинән, боҫһа ла,
Йән аямай ҡасһа ла,
Һис ҡотҡармай тотҡанһың,
Муйынына бысаҡ һалғанһың.
Беҙҙе шулай берәй йән
Килеп эҙләп тапмаҫмы,
Беҙгә лә бысаҡ һалмаҫмы?
Йәнбирҙе:
– Көнө бөтөр һәр йәнгә
Беҙ үлеме булабыҙ;
Ҡайҙа ғына ҡасһа ла,
Ҡая, шырға боҫһа ла,
Беҙ уларҙы табабыҙ,
Боғаҙына бысаҡ һалабыҙ.
Кешене тотоп ашарлыҡ,
Уға бысаҡ һалырлыҡ
Бында бер йән тыумаған,
Беҙҙе тотоп һуйырлыҡ
Үлем бында булмаған.
Борон беҙ тыуған ерҙә,
Атайҙар торған ерҙә
Үлем була торғайны,
Бик күбеһе йәштән үк
Ятып үлә торғайны.
Унда дейеү килгән һуң,
Күп кешене үлтереп,
Дейеү ашап киткән һуң;
Ерҙен өҫтөн һыу ҡаплап,
Ҡоро ере бөткән һуң;
Ҡасҡан-боҫҡан кешеләр
Ул тирәнән киткән һуң,
Үлемгә иш ҡалманы,
Эшләргә эш булманы.
Ҡасҡан кеше барҙыр, тип,
Күрәһең, уйлап торманы:
Әсәң менән беҙ ҡасып
Киткәнде ул күрмәне.
Бында кеше булмаған,
Берәү аяҡ баҫмаған,
Шуға Үлем был ерҙе
Килеп эҙләп тапмаған.
Беҙ килгәндә, бында әле
Йәнлектәр ҙә әҙ ине,
Ере лә йүнләп кипмәгән,
Ваҡ-ваҡ күллек, һаҙ ине.
Урал:
Атай, Үлемде эҙләһәң,
Уны табып буламы,
Тап килтереп тотҡан һуң
Башына етеп буламы?
Йәнбирҙе:
Үлем тигән яуыз ул,
Күҙгә һис тә күренмәй,
Килгәне һис тә беленмәй
Йәшәй торған януар ул.
Уға тик бер сара бар:
Дейеү батша ерендә
Әйтәләр, бер шишмә бар.
Шунан һыу эсһә кеше,
Һис тә үлмәй йәшәй, ти,
Үлемгә бирешмәй, ти,
тип, Үлем тураһында һөйләгән дә, ашап бөткәс, ҡабырсаҡтарҙы килтереп, ҡан эсергә булған. Йәнбирҙе ҡарт, ҡабырсаҡтарҙың бүҫкәргәнен күреп, уландарынан ҡанды кем эскәнен ҡыҫып һорай башлаған. Шүлгән, берәү ҙә эсмәне, тип алдаған. Йәнбирҙе ҡарт һуйыл таяҡ алып, балаларын алмаш-тилмәш һыптырырға тотонған. Урал шунда ла ағаһын ҡыҙғанып әйтмәй серәшһә лә, Шүлгән түҙмәгән, үҙ ғәйебен һөйләп биргән. Йәнбирҙе ҡарт тағы ла өҫтәп һуҡҡылай башлағас, Урал атаһының ҡулынан тотҡан да, былай тигән, ти:
Атаҡайым, уйласы,
Ҡулыңдағы һуйылға
Күҙ йүгертеп ҡарасы.
Был һуйыл да йәш булған.
Ҡабығынан әрселгән,
Бөкһәң, шартлап һынырҙай
Ҡыу таяҡҡа әүерелгән.
Һин киҫмәҫтән боронда,
Үҫкәнендә урманда,
Еләҫ елдәр ялбырҙап,
Япраҡтары елберҙәп
Торған ағас булғандыр.
Бал ҡорттары, ҡоштары
Алмаш-тилмәш ҡунғандыр.
Ҡоштар ҡунып һайраған,
Оя ҡороп йәшәгән,
Ботаҡтарын һайлаған
Аҫыл ағас булғандыр.
Имсәк имгән балалай
Тамырҙарын тарбайтып
Ер дымыны имгәндер.
Тамырынан аҡтарғас,
Ботағыны ботағас,
Балғаң булған ташындай,
Ҡошҡа сөйөр шоңҡарҙай,
Балыҡ тотор суртандай,
Ҡан һурыусы һөлөктәй,
Йәнлек аулар көсөктәй
Һуҡҡың булған түгелме?
Маңлай тирен һыпыртып,
Күп йыл ғүмер уҙҙырып,
Ер өҫтөндә тапмаған,
Төҫөн күреп белмәгән,
Йөрәгең һис татмаған
Үлем тигән яуыздың,
Тағы һуҡһаң балаңды,
Үҙ торлағың эсендә,
Балаларың өҫтөндә, –
Көсһөҙҙәргә көслөнән,
Балаларға атанан
Килгәнене күрергә
Әҙерләндең түгелме?
Бөгөн ағамды үлтерһәң,
Иртән мине үлтерһәң,
Яңғыҙ тороп ҡалған һуң,
Ҡартлыҡ баҫып алған һуң,
Бөкөрәйеп, татарғап,
Арыҫланына меналмай,
Һунарына сығалмай,
Шоңҡарыңды сөйә алмай,
Уларға ем бирә алмай;
Арыҫланың да, көсөк тә,
Шоңҡарың да, һөлөк тә, –
Барыһы асҡа тилмереп,
Күҙенә ҡан һауҙырып,
Ас зарыҡҡан арыҫланың,
Бәйҙә тороп ужарып,
Асыуынан уҡталып,
Билең бөгөп, үҙеңде
Ботон-ботса ботарлап
Бырағытһа бер саҡта,
Үлем тигән яуызды
Ҡаршыларға торлаҡта,
Атай, тура килмәҫме? –
тигән һүҙен ишеткәс, Йәнбирҙе ҡарт Шүлгәнде туҡмауҙан туҡтаған. – Үлемдең күҙгә күренмәй килеүе лә бар; шул Үлем килгәндер, мине шул ҡоторталыр; шулай ҙа Үлемде берәйһе күрмәй булмаҫ, йәнлек, ҡош-ҡортто йыйҙырып һорашырға кәрәк, – тип уйлаған да, шуларҙы саҡырған, ти. Урал, йыйылған йәнлеккә, ҡош-ҡортҡа ҡарап, былай тигән, ти: