– Урал ҡотонан тыуған
Батыр бала түгелме? –
Тиеп, үҙе һөйләнде;
Әсәм бер һүҙ әйтәлмәй,
Шомға ҡалып уйланды,
Йәшләндереп күҙҙәрен,
Бигерәк мине ҡыҙғанды.
Үҙем бала тимәнем,
Һис ни уйлап торманым,
Дейеүгә мин ташландым,–
Бер башынан ут сәсте,
Бер башынан ыу сәсте.
Ул бер алды, мин – алдым,
Өҫтөнә менеп атландым.
Ҡулымда һуҡҡы юҡ ине,
Тас яланғас ҡул ине;
Шулай ҙа көс бирмәнем,
Дейеүгә юл ҡуйманым,
Тубарлата башланым.
Ҡыҫып алдым муйынынан,
Ҡан бөркөттөм ауыҙынан,
Тағы өҫтәп бер һуҡтым, –
Албырланы, ҡаҡшаны,
Баҫыр хәле ҡалманы.
Тағы ынтылып бер һуҡтым, –
Тау ҡолатҡандай иттем.
Дейеү ятып йән бирҙе,
Һарай эсе ҡан булды;
Әсәм билдән ҡан кисеп,
Һыуһаның, тип, һыу бирҙе,
Йөҙөнә шатлыҡ тулды.
– Батырҙан батыр тыуғанһың,
Атаңдай батыр булғанһың;
Кәүҙәң бала булһа ла,
Йөрәгең йәш булһа ла,
Инде үҫеп еткәнһең,
Атаң янғыҙ тилмерә,
Ауыр көндәр кисерә,
Атаң янғыҙ булмаһын.
Дошман яуы еңмәһен,
Бар атаңа, юлдаш бул, –
Тип, әсәм димләгән,
Атаһыны эҙләгән
Иҙел тигән улың мин,
Һиңә төбәп килдем мин.
Дүртенсеһе:
– Минең әсәм – Айһылыу,
Атам Шүлгән булғандыр,
Шүлгән һиңә туғандыр,
Дейеүҙәр менән киткәндер,
Аҙаҡ күп ҡан ҡойғандыр;
Яҡшыға дошман булғандыр,
Әсәм барып хур булған,
Ҡайғыһынан һары алған.
Әсәм оҙаҡ түҙмәне,
Мине саҡырып янына
Былай тиеп һөйләне:
– Ҡаранғы төн яҡтыртҡан
Айҙан тыуған бала инем,
Әсәм һөйгән дана инем;
Шүлгәнде кейәү иткәнгә
Әсәм бер йөҙ ҡапланы:
Ҡайғы баҫты йөҙөнө,
Миңдәр баҫты битене.
Көндә йөҙө үҙгәрә,
Нуры кәмеп, хурлана;
Элек көндәш булһа ла,
Ҡояштан ул нурлана.
Атайым да хурланды,
Шүлгәнгә биреп алданды,
Ҡайғыһынан китепме, –
Хәҙер күҙҙән юғалды.
Кейәүгә тигән бүләгем –
Һары толпар бирәйем;
Балам, атҡа мен, тине,
Иҙел менән кит, тине.
Урал атаң юлынан,
Балам, яуға сап, тине,
Һаҡмар батыр бул, тине,
Атаңды эҙләп тап, – тине.
Дүрт егеттең был һүҙен
Урал батыр ишеткәс,
Балалары үҫкәнен,
Батыр булып еткәнен
Үҙ күҙе менән күргәс,
Урал батыр ҡыуанған,
Ғәйрәте тағы артып,
Аҡбуҙатҡа атланған,
Аталы-уллы биш батыр,
Бер-береһенә иш батыр,
Йәнә баяғы дүрт батыр]
Дейеүгә яу башлаған,
Ҡыйратып ташлаған.
Ай һуғышҡан, ти, былар,
Йыл һуғышҡан, ти, былар
Ҡаты яуҙың береһендә
Ҡәһҡәһәне ҡолатҡан –
Диңгеҙ ярып, дулатҡан,
Асы тауыш сығартҡан,
Күк күкрәтеп, олотҡан,
Кәүҙәһен өйөп, диңгеҙҙә
Тағы бер тау яһатҡан.
Тылсымлы Шүлгән диңгеҙе
Ҡап урталай быуылған,
Һыуҙа йөҙгән дейеүҙәр
Ике яҡҡа бүленгән.
Шүлгән йүнгә килмәгән,
Ни эшләргә белмәгән,
Үҙ яғында ҡалғандың
Барыһын бергә йыйнаған,
Урал тағы юл сапҡан,
Дейеүҙәргә яу асҡан.
Ҡаты яуҙар барғанда,
Күктә уттар бөркөлөп,
Диңгеҙ һыуы эркелеп,
Һыуҙар ҡайнап торғанда,
Шүлгән, Урал икәүһе
Бер-береһенә тап булған
Икәү-ара яҫҡышып,
Төрлө яҡлап алышҡан.
Таяғы менән Уралға
Шүлгән яман уҡталған –
Утҡа өтмәксе булған,
Башына етмәксе булған.
Урал һис тайшанмаған,
Булат ҡылысын алып,
Ҡаты айбарын һалып,
Серле таяҡҡа сапҡан, –
Таяҡ киткән сәсрәп,
Күктә тауыш күкрәп,
Дингеҙ бөтөп, күл булған
Һыуһыҙ ҡалып дейеүҙәр,
Кәре китеп хур булған.
Урал тотҡан Шүлгәнде,
Аҡбуҙаты, улдары
Ҡырған дейеү, бүтәнде.
Көсө менән Шүлгән дә
Уралға кәр ҡылмаған,
Алышһа ла, түҙәлмәй,
Шунда ергә ҡолаған,
Һаҡмар килеп Шүлгәнгә
Ҡылыс менән уҡталған;
Урал тыйғас, Һаҡмар ҙа
Сапмайынса, туҡталған.
Урал халыҡты йыйған,
Шүлгәнде уртаға ҡуйған.