Выбрать главу

– Үлем тигән яуыздың

Төрөн һанап беләйек,

Көслө көсһөҙҙө ейгән

Йоланы беҙ өҙәйек. Арабыҙҙан, һанаһаҡ, Һәр нөгәрҙе ҡараһаҡ: Ҡан да эсмәй, ит еймәй, Берәүҙең йәшен ҡоймай, – Ҡайныһы тамыр ашап, Ҡайныһы үлән емшәп, Һаман ғүмер иткәнен, Йыртҡыстарға ем өсөн Балаһын үрсеткәнен Барығыҙ ҙа беләлер. Уларға Үлем ят түгел, Ҡан һурған, ит ейгән – Береһе лә дуҫ түгел. Йыртҡыслыҡты бөтөрәйек, Яңғыҙ ҡалған Үлемде Бергә эҙләп үлтерәйек! – Тигән һүҙгә йыртҡыстар, Уларға ҡушылып Шүлгән дә, – Барыһы ҡаршы килгән ти, Төрлө һүҙҙәр булған, ти. Ҡоҙғон:

– Мин Үлемде табыуҙан

Бер ҙә ҡурҡып тормайым, Әммә тотоп биреүгә Һис ҡасан да күнмәйем. Ҡарт булһам да, был эштән Мин бер үҙем баш тартам. Тағы өҫтәп шуны әйтәм: Көсө еткән көсһөҙгә Һис һунарлыҡ ҡылмаһа; Әсәнән тыуған берәү ҙә Был донъяла үлмәһә; Ер уттары, ағастар Заңына буйһонмаһа; Үҙ миҙгеле еткәндә, Көҙгө ҡырау төшкәндә, Йәшеллек һис бөтмәһә, – Унан беҙгә ни файҙа? Ҡуян һымаҡ, һәр йәнлек Йылға ике-өс түлләһә, Төндә йөрөп, йәшелдең Барыһын да утлаһа, Бүтән йәндәр ҡаңғырып, Ашарына тапмаһа; Өйөр-өйөр туп булып, Ҡаҙ, өйрәге, аҡҡошо, Шыбыр-шыбыр ҡойоноп, Һыу өҫтөнә ҡапланһа; Ғүмерем бушҡа уҙа, тип, Ярым бушҡа туҙа, тип, Һис бер йылға аҡмаһа; Ерҙә шундай йола, тип: Ҡойонорҙар, эсерҙәр – Беҙгә тынғы бирмәҫтәр, – Тип, шишмәләр сыҡмаһа, Ерҙәге һыу тонсоһа, – Шул саҡта беҙ нишләрбеҙ? Емде ҡайҙан эҙләрбеҙ, Һыуҙы ҡайҙан эсербеҙ? Башым һалып, яу асып, Күп сағында талпынып, Аслыҡ, тарлыҡ күрһәм дә, Күп зарығып йөрөһәм дә, Мин ҡан эсмәй, ит еймәй, Үләкһәнең күҙ майын Өс көндә бер соҡомай, Һис донъяла тора алмам. Үлемде эҙләп табырға Мин һүҙемде бирә алмам, Һайыҫҡан: