– Йәнемде ал! – тимәнем,
Йәнем бирмәй серәштем,
Үлем менән көрәштем,
Инде туйҙы күрҙем мин,
Шуға бында килдем мин,
Һеҙгә сәләм бирҙем мин;
Кешеләрҙең көләс йөҙөн
Күҙ алдымда күрҙем мин;
Кеше, кеше тигәндең
Батырлығын һиҙҙем мин.
Инде үлһәм дә, ҡайғым юҡ:
Ҡалҡып ятҡан ҙур юлың
Кешегә төйәк булырлыҡ;
Дейеүҙән өйгән тауҙарың
Кейеккә торлаҡ булырлыҡ,
Һәр ҡайһыһы йәйерәп
Йопланып түл йәйерлек;
Быуын-быуын үрсешеп,
Бергә уйнап-көлөшөп,
Байман табып ерләшеп,
Үткәндәрен йырлашып,
Көн итерҙәй ил булып,
Торасағын белдем мин.
Егетем, батыр икәнһең,
Күҙ ҡарамдай һаналған
Илгә ҡашҡа икәнһен;
Быуын-быуын буйына
Маҡталырлыҡ икәнһең.
Ил ырыҫын табырға
Атаң һиңә ҡот биргән,
Әсәң һиңә һөт биргән;
Дошманға таш йөрәкле,
Дуҫыңа аш йөрәкле
Батыр итеп үҫтергән,
Тәү арыҫлан мендергән.
Яҡшылыҡҡа ынтылған
Йөҙө көндәй һылыуға,
Һыны тиңһеҙ һылыуға –
Һомайға тап булғанһың.
Утҡа ҡаршы ут булыр,
Һыуға ҡаршы һыу булыр,
Елгә ҡаршы тау булыр,
Яуға ҡаршы яу булыр
Аҡбуҙатҡа атланып,
Дейеүҙәргә яу асҡан;
Ерҙән диңгеҙ киптергән,
Ергә ырыҫ сәстергән,
Илгә байман килтергән
Һине ҡашҡа тип белдем,
Һинең алдыңа килдем.
Күбәләктәй йәнем бар,
Бер йотомдай ҡаным бар,
Әлберәгән тәнем бар;
Һөйәк-һаяҡ ҡыйралған,
Тик тарҡалмаҫ һыным бар,
Хәҙер уйым тарҡалды,
Йәшәр хәлем ҡалманы;
Үлем саҡырып ҡараным,
Буй бирергә уйланым.
– Йәншишмәнән һыу эстең –
Миңә ҡаршы көс иттең,
Мәңге йәнең алалмам,
Һине үлек итәлмәм;
Көсөң бөтөр – ҡалырһың,
Үл(ә)алмай ҡаңғырырһың;
Тәнең сереп, ҡорт ашар,
Шунда ла һин үлмәҫһең,
Һис донъянан китмәҫһең,
Мине бушҡа көтөрһөң,
Алйып-ҡанғып бөтөрһөн, –
Тип, йәнемде алманы,
Үлем баҙнат ҡылманы.
Егет, һиңә килдем мин,
Килеп хәлем әйттем мин.
Ҡолаҡ һалһаң һүҙемә,
Әйтә торған һүҙем бар;
Илгә йола булырҙай,
Һынап белгән заңым бар:
Донъяла мәңге ҡалам, тип,
Донъялай ғүмер һөрәм, тип,
Үлемгә буй бирмәҫкә,
Уны бер заң итмәҫкә
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.
Донъя ул бер бағ икән,
Йән эйәһе шул бағта
Донъя быуынын һанаған,
Ҡайһы быуын аҡлаған,
Ҡайһы уны таплаған,
Төрлө төҫкә биҙәгән,
Бары – үҫемлек, гөл икән;
Беҙ Үлем тип һанаған,
Яуыз ул тип ҡараған –
Бағтың туҙған үҫмерен
Йәки көнө тулғанын
Сүпләп, бағты бушатҡан,
Унан донъя ташлатҡан
Бөтмәй торған йола икән.
Мәңге ҡалам тимәгеҙ,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ.
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән –
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә
Мәңге йәшәр аш булыр, –
Тигән һүҙен ишеткәс,
Бөтә серҙе анлағас,
Бар халыҡты эйәртеп,
Урал юлға сыҡҡан, ти,
Йәншишмәгә барған, ти,
Һыуын уртлап алған, ти;
Үҙе сапҡан юлына,
Дейеүҙән өйгән тауына
Һыуҙы шунда бөрккән, ти.
– Тау-урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын,
Ерҙән ҡасҡан дошмандар
Бары күреп һоҡланһын,
Ил һөйөргә ил булып,
Ер һөйәргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып,
Балҡып торор ер булһын! –
Тигән һүҙен әйткән, ти.
Һыу күп һипкән еренән
Ҡарағай, шыршы үҫкән, ти,
Һыуыҡҡа төҫ ҡоймаҫлыҡ,
Эҫегә лә кипмәҫлек,
Ҡорт, мыр-мазар төшмәҫлек,
Япрағы төрөлөп,
Беҙәнәктәй булған, ти,
Мәңге йәшел ҡалған, ти.
Шүлгән быны ишеткәс: