– Хәҙер мине яҡлаусы,
Кешене аранан сүпләүсе,
Бара-бара аҙ-маҙлап,
Донъянан юҡ ҡылыусы
Үлем тигән яу ҡалды,
Уға иркенлек булды, –
Миңә ярҙам итер ул,
Кешене тар-мар итер ул, –
Тиеп уйлап ҡыуанған,
Дейеү-йыланды йыйнаған,
Барыһына һөйләгән.
Уралға баш эймәҫкә,
Кешегә һыу бирмәҫкә
Бар дейеүгә ҡушҡан, ти.
Айҙар, көндәр уҙған, ти,
Кешеләр торлаҡ ҡорған, ти;
Бер-беренә йөрөшөп,
Уйнап бергә, көлөшөп,
Ҡоҙа-ҡоҙағый булышып,
Йәше-ҡарты йоплашып,
Ҡанлы яуҙан тынышып,
Байман табып, тын алып,
Рәхәтләнеп ҡалған, ти.
10-сы бүлек. Дейеүҙәргә асыу итеп, Уралдың Шүлгән күлен йотҡаны, эскә үткән йылан-саяндың йөрәген телгеләгәне; Уралдың үлер алдынан әйткәне; Урал тауы буйнда кешеләр күбәйгәне, хайуан, ҡош-ҡорт ишәйгәне, эсер һыу етмәгәне; Иҙел, Һаҡмар, Яйыҡ, Нөгөш йылғалары барлыҡҡа килгәне; кешеләр, ҡытлыҡты ла, дейеүҙәрҙән ҡыйралыуҙы ла онотоп, байман йәшәп киткәне
Бына бер саҡ тағы ла
Һыуға барған ҡыҙҙарҙы,
Юлға сыҡҡан ирҙәрҙе
Дейеүҙәр аңдып ятҡан, ти,
Һыуға барһа, йотҡан, ти,
Йығып, ҡанын һурған, ти,
Йөрәгене алған, ти;
Ҡаяла ҡалған йыландар
Кешеләрҙе саҡҡан, ти.
Кешеләр бынан зарланып,
Ҡурҡынышып, ялбарып,
Уралға бары килгәндәр,
Уралға һөйләп биргәндәр.
Урал халыҡты туплаған;
Дейеүҙәрҙән һаҡлаған;
Дейеүҙәр, быны белгәс тә
Ер йөҙөнә сыҡмаған.
Урал ҡарап тормаған:
Иҙел, Яйыҡ, Нөгөштө,
Һаҡмар, бүтән батырҙы
Яуҙарына баш ҡылған;
Булат ҡылысын алып,
Үҙе Аҡбуҙын менгән.
Айбарланып, шау һалып,
Аҡбуҙатын дулатып,
Ерҙә дауыл ҡуптарып,
Һыуҙа тулҡын ҡайнатып,
Шүлгән күленә барған.
– Күлен уртлап бөтөрәм,
Һыу ҡалдырмай ҡоротам,
Кешегә тынлыҡ бирмәгән
Ҡалған-боҫҡан дейеүҙән,
Яу булыусы Шүлгәндән
Бар халыҡты ҡотолтам! –
Тиеп, күлде уртлаған,
Күл һыуы ҡайнай башлаған.
Дейеүҙәр ҡурҡып шаулаған,
Шүлгән барын туплаған.
Урал күлде һура, ти,–
Дейеүҙәр эскә тула, ти,
Берәм-берәм Уралдың
Йөрәк-бауырын телә, ти.
Дейеү бик күп тулған һун,
Йөрәгене телгән һуң,
Урал күлде бөрккән, ти,
Ҡырға сыҡҡан дейеүҙе
Батырҙары тотҡан, ти.
Аяғына баҫалмай,
Ҡабат яуын асалмай
Урал шунда йығылған,
Бөтә кеше йыйылған,
– Ил бәхете ине,– тип,
Бары һыҡтап илаған.
Урал: – Күрҙегеҙ барын күҙ менән
Һыу уртлаған ауыҙыма
Дейеүҙәр тулды яу менән.
Йөрәгемде телделәр,
Ҡулдан көстө алдылар.
Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Уйым-уйым күлдәрҙең
Барында дейеү буласаҡ,
Уҫаллығын ҡыласаҡ,
Эсегеҙгә керәсәк.
Дейеүҙәрҙең ҡоһоро
Барығыҙға тейәсәк,
Шунан барың үләсәк.
Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Хараплыҡҡа төшмәгеҙ,
Дейеүҙәргә буй биреп,
Ҡул ҡаушырып тормағыҙ –
Дейеүҙәргә яу асып,
Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп,
Ерҙә торлаҡ табыштым,
Кешеләрҙе яуыздан
Ҡотҡарырға тырыштым.
Менһәм Буҙат бар ине,
Ҡулда булат бар ине;
Яу тупларлыҡ еремдә
Талай илем бар ине;
Ҡулдаш булыр илемдә
Батыр ирҙәр бар ине.
Шулар ҡәҙерен белмәнем,
Батырлыҡҡа маһайып,
Кәңәш ҡороп торманым,
Яңғыҙ башым уйланым,
Уңмаҫ юлды һайланым.
Улдарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм,
Тыңла, илем, һиңә әйтәм:
Ир-арыҫлан булһаң да,
Батыр беләкле тыуһаң да,
Илдә йөрөп, ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрәгең батыр булалмаҫ.
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ;
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ,
Данлы батыр булығыҙ.
Олоно оло итегеҙ, –
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе итегеҙ, –
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә сүп төшөрҙәй,
Күҙһеҙ булып ҡалырҙай
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ.
Аҡбуҙатым, булатым
Илдә тороп ҡалыр ул, –
Өҫтөнә менеп сабырҙай,
Яуҙа ҡылыс һелтәрҙәй
Батырға менәр ат булыр,
Батыр булмаҫ ирҙәргә
Менер атым ят булыр.
Әсәгеҙгә әйтегеҙ:
Минән риза булһындар,