– Нишләйбеҙ? – тип, барыһы
Аптырашып әйткән, ти.
Иҙел уйға ҡалған, ти,
Атаһының булатын
Үҙ ҡулына алған, ти;
Аҡбуҙатҡа менгән дә,
Бөтә халыҡты йыйған да:
– Эсә торған һыуҙа ла,
Йәшәп килгән донъяла
Яуыз бөтмәй, йән тыумаҫ,
Тыуһа ла, тыныс йәшәмәҫ,
Шүлгәнгә яу асайыҡ,
Барын тар-мар яһайыҡ, –
Һыу ҙа булыр кеше өсөн,
Тыныс булыр ил өсөн, –
Тиеп һүҙен бөткәндә,
Яу асырға торғанда,
Һомай килеп еткән, ти,
Былай тиеп әйткән, ти:
– Батырҙан тыуған ир-егет
Аптырауҙа ҡалырмы?
Донъяла тыуған бер йәндең
Уйлап башы етмәгән,
Күңеленә килмәгән
Диңгеҙенә юл һалыр,
Дейеүҙәрен тау ҡылыр,
Бөтә диңгеҙ ҡоротоп,
Йөрөгән юлын ил ҡылыр, –
Тип кем генә уйлаған?
Атаң үҙе үлһә лә,
Булаты ҡалды ҡулында,
Буҙ аты ҡалды янында.
Атаң дейеүҙән тау өйһә,
Сапҡан ерен юл итһә,
Яман һыуҙы бөтөрһә,
Илде бергә туплаһа, –
Һеҙгә аҙаҡ атағыҙ:
– Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Эсеп әрәм булмағыҙ, –
Тип әйткәйне түгелме?
Шүлгәнгә яу асһаң да,
Уны тар-мар итһәң дә,
Күленән ил мандымаҫ,
Әсә һөтөндәй булып,
Илде мәңге һуғармаҫ!
Һомай һүҙен ишеткәс,
Иҙел уйға ҡалған, ти;
Аҡбуҙаттан төшкән, ти,
Атаһының булатын
Ҡулына тотоп алған, ти,
Бейек тауға менгән дә,
Ирәмәлләп торған, ти.
– Атайымдың ҡулында
Булат дейеү тураны;
Уралдан тыуған ул булып,
Халыҡты һыуһыҙ ҡаңғыртып,
Батыр исеме күтәреп,
Һыу табалмай тилмереп
Тороу ирлек буламы? –
Тигән дә Иҙел ирәйеп,
Тауҙы яра сапҡан, ти,
Көмөштәй бер аҡ йылға
Шылтырап шундуҡ аҡҡан, ти;
Тауҙы буйлап киткән, ти,
Әзрәҡәнән бар булған
Ямантауға еткән, ти.
Тау йылғаны быуған, ти,
Иҙел килеп уҡталып,
Билен өҙә сапҡан, ти, –
Йылға ары аҡҡан, ти;
Иҙел баҫып торған тау,
Ирәмәлләп сапҡан тау,
Йылға сығып аҡҡан тау –
– Ирәмәл булып ҡалған, ти.
Йылға быуған зур тауы,
Ҡырҡа сапҡан урыны –
– Ҡырҡты булып ҡалған, ти.
Иҙел батыр тапҡан һыу,
Шылтырап матур аҡҡан һыу
Иҙел булып ҡалған, ти.
Бары килеп эскән, ти,
Һыу аҡҡанын күҙәтеп,
Бөтәһе лә ҡыуанып,
Былай тиеп әйткән, ти:
– Иҙел батыр тапҡан, ай, Аҡ йылға
Шылтырап та аға ла үҙәндән.
Тәмле Иҙелкәй һыуҙары ла
Бөтөрәлер һыу көҫәгән уйҙарҙы,
Ҡыуандыра ҡан илаған илдәрҙе.
Ғүмерҙәр үк теләп ил йырланы
Батыр тыуған, тип үк Уралдан.
Тәмле Иҙел һыуҙары ла
Бөтөрәлер һыу көҫәгән уйҙарҙы,
Ҡыуандыра ҡан илаған илдәрҙе .
Шулай барыһы маҡтаған,
Ҡан илауҙан туҡтаған.
Бар халыҡ эркелеп,
Бер Иҙелдең буйында
Йәмле туғай-уйында
Торлаҡ ҡора башлағас,
Ай-йыл һанап түлләгәс,
Илдә кеше күбәйгән,
Иҙел буйы тарайған.
Дүрт батыр бер йыйылып,
Бергә ултырып уйлаған;
Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар,
Яңы йылға эҙләгән.
Иҙел һымаҡ, былар ҙа
Алмашлашып, бер-бере
Булат менән сапҡан ти, –
Уларҙан да өс йылға
Шылтырашып аҡҡан, ти.
Былар халыҡты йыйғандар,
Дүрт батырға бүлгәндәр;
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп таралып,
Айырым донъя ҡорғандар.
Дүрт батырҙың исеме
Дүрт йылғаға ат булған,
Онотолмаҫ зат булып,
Быуын-быуын ҡалғандар.
~ 33 ~