2-се бүлек. Уралдың Ҡатил батшаны ҡыйратып дан алғаны; халыҡты иреккә сығарғаны
Урал, Шүлгән икәүләп,
Көн-төнөн, ай-йыл һанап,
Тау артылып, һыу кисеп,
Ҡара урмандар үтеп,
Һаман алға киткән, ти.
Бара торғас, бер заман
Бер йылғаның ситендә,
Бер ҙур ағас төбөндә,
Ҙур таяғы ҡулында
Аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа
Былар барып еткән, ти,
Барып сәләм биргән, ти.
Ҡарт ҡаршы алған, ти,
Юл башыны быларҙың
Ҡарт та һорашып белгән, ти.
Үҙ уйҙарын былар ҙа
Ҡартҡа һөйләп биргән, ти.
Ҡарт уйланып торған да,
Һаҡалыны һыпырып,
Быларға күҙ йөрөтөп,
Ике юлды күрһәтеп,
Былай тиеп әйткән, ти:
– Бына һеҙгә ике юл:
Һулға китһәң, юл буйы –
Уйын-көлкө төн буйы,
Ҡайғы-этлек күрмәйсе,
Барлығын да белмәйсе,
Рәхәт йәшәй байманда;
Бүре, һарыҡ яланда,
Төлкө, тауыҡ урманда
Бергә йәшәп, дуҫ булып,
Самрау ҡошҡа баш эйеп,
Ҡан да эсмәй, ит еймәй,
Һис Үлемгә юл ҡуймай
Йәшәп килгән бер ил бар;
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡыла торған йола бар.
Уңға китһәң, юл буйы –
Илау-һыҡтау йыл буйы;
Яуызлыҡта дан алған,
Батшаһынан, башҡаһынан
Ҡайғы, этлек күреүсе,
Ҡанлы йәшен түгеүсе
Ҡатил батша иле бар;
Тау-тау кеше һөйәге,
Ҡанға батҡан ере бар.
Ҡарттан быны ишеткәс,
Юлдар серене белешкәс,
Урал, Шүлгән икәүһе
Шунан шыбаға тотошҡан,
Юл бүлергә уйлашҡан,
Үҙ араһы һөйләшкән:
Һулға китеү – Уралға,
Унға китеү – Шүлгәнгә
Шыбағалы юл булған.
Шүлгән быға күнмәгән:
Мин уҙаман әле, – тип,
Мин барамын һулға, – тип,
Үҙенә һулды һайлаған,
Үҙ тигәнсә даулаған:
Урал күнгән уң яҡҡа,
Шүлгән киткән һул яҡҡа.
Урал уңға киткән һуң,
Оҙон юлға төшкән һуң,
Күп һыуҙарҙы кискән, ти,
Күп тауҙарҙы ашҡан, ти;
Бара торғас, бер тауҙың
Итәгенә еткән, ти.
Бүре талап, өҙгөләп,
Һырҙай ҡанға туҙғандай
Телгеләнгән арҡаһы,
Айырылған елкәһе;
Сүплек типкән тауыҡтай,
Ҡул-аяғы ярылған;
Тамыр ашап, ер ҡаҙып,
Ауыз-бите ҡарайған;
Ҡырау һуҡҡан үләндәй,
Йөзө-төҫө һарғайған;
Сутлап юнған ағастай,
Балтыр ите һулыған;
Бире уңалған ағастай,
Елек башы сурайған
Бер ҡарсыҡҡа һырышҡан;
Көнгә янған тәндәрен,
Шырт ҡаплаған сәстәрен,
Һуплап юнған ағастай,
Балтыр ите, беләген,
Ауҙа туйған ҡыйғырзай,
Кәпәйеп торған күкрәген,
Ҡуға аша йылмылдап
Торған күлдәй күҙҙәрен,
Бал ҡортондай ыҡтымат
Нескә һылыу билдәрен, –
Оялыпмы, ҡурҡыпмы, –
Ҡарсыҡҡа һырышып маташҡан
Бер һылыу ҡыҙыҡайға
Урал барып тап булған.
Урал яҡын барған, ти,
– Ҡурҡмағыҙ, тип әйткән, – ти.
Мин киләмен йыраҡтан,
Үҙем тыуған торлаҡтан,
Бала инем киткәндә,
Күп илдәрҙе үткәндә;
Мин кешегә теймәмен,
Уның ҡанын ҡоймамын;
Үлем тигән яуызды
Үлтерергә уйлаймын;
Әйҙә, яҡын килегеҙ,
Ил хәлдәрен һөйләгеҙ, –
Тигәс, былар йылмайған,
Урынынан ҡуҙғалған.
Туҙған сәстәрен әбей
Ҡолағына ҡыҫтырып,
Урынынан ҡуҙғалып,
Бер аҙ күҙен ҙурайтып,
Аҙыраҡ буйын турайтып,
Былай тиеп әйткән, ти:
Йыраҡ илдән икәнһең,
Изге уйҙа килгәнһең.
Ай егетем, белһәң һин,
Беҙҙең илдә булһаң һин,
Ҡатил батша эшләгән
Эштәрене күрһәң һин;
Ауырыу-һыҙлау күрмәйсе,
Үлем башҡа килмәйсе,
Ҡатын-ҡыҙҙы, ир-атты,
Айырмаҫтан йәш-ҡартты,
Ҡул-аяғын бәйләтеп,
Арыуҙарын һайлатып,
Йыл да бер ҡат йыйҙыра,
Һарайына алдыра;
Ҡыҙы һайлай егетен,
Үҙе һайлай ҡыҙ-ҡырҡын,
Ҡалғандарын тағы ла
Ярандары ҡарайҙар,
Үҙҙәренә һайлайҙар;
Бүтәндәрен аямай,
Ҡанлы йәшкә ҡарамай,
Тереләтә, һау көйгә
Ҡыҙын күлгә һалдыра,
Ирен утҡа яндыра;
Атаһы өсөн, үҙе өсөн,
Ярандары даны өсөн,
Үҙе тыуған көнө өсөн,
Йыл да бер ҡат Тәңре өсөн
Ҡанлы ҡорбан уҙҙыра.
Бына мин дә – ун бала
Күргән әсә донъяла.
Дүртеһен һайлап алдылар,
Бишеһен һыуға һалдылар.
Ҡартым, йөрәге һыҙлағас,
Туғыҙ бала юғалғас,
Ҡарап тороп түҙмәне,
Нишләрене һиҙмәне:
Йән асыуҙан уҡталып,
Балаларын ҡыҙғанып,
Бер яранға ынтылды,
Бахырҡайым шул көндө,
Күҙ алдында үкһетеп,
Тереләй ергә күмелде.
Кинйә балам ҡалғайны,
Бер яраны килгәйне,
Алам үҙен, – тигәйне –
Бала бауыр булғанға,
Алып ҡастым урманға.
Миндәй балалы әсә,
Ҡасҡан ир-ат күп бында,
Барыһы ла ҡан илап,
Йөрөй ҡасып урманда.
Егет, изге икәнһең,
Яҡшы уйҙа килгәнһең,
Ары барма, ҡайт кире,
Ҡанлы ергә килгәнһең,
Яуыз илгә килгәнһең.