– Ҡулым тейгән мөгөҙөң
Кәкерәйгән көйөнсә,
Тешен төшкән ауыҙың
Өҫкө тешең үҫмәйсә,
Айырылған тояғын
Һис тә берекмәйенсә,
Үҙең түгел, балаң да
Мәңге ҡалыр шул көйсә.
Кеше көсөн күрҙең һин,
Хәлһеҙлегең белдең һин,
Кешегә мөгөҙ сайҡама,
Еңермен тип, айҡанма! –
Тигәс, үгеҙ ҡурҡҡан, ти,
Аҡһаҡалдар, батша ла
Аптырауға ҡалған, ти.
Ҡатил серен бирмәгән.
– Бер табандан уҡтал!, – тип,
Дүрт батырға ымлаған.
Батырҙары килгән, ти.
– Йәнең сыҡһа ҡулымда,
Тәнең ҡайҙа ташлайым?
Сорғатҡансы үлмәһәң,
Ҡайһы илгә сөйәйем? –
Тип, бер батыр Уралға,
Алып һүҙен әйткән, ти.
Урал бынан ҡурҡмаған,
Дүрт батырға ҡаршы тороп,
Алға табан атлаған.
– Дүртегеҙ ҙә килегеҙ,
Үлем эҙләп йөрөгән
Батыр көсөн белегеҙ;
Ҡулығыҙҙа йән бирһәм,
Арыҫланыма бирегеҙ;
Көсөгөҙ етһә ташларға,
Йәншишмәгә сөйөгөҙ,
Инде һеҙ ҙә әйтегеҙ:
Минең ҡулға төшһәгеҙ,
Күбәләктәй осһағыҙ,
Ҡайҙа ҡарай сөйәйем?
Дейеүҙәрҙе ҡыйратып,
Йәншишмәнән һыу алып,
Кире һеҙгә килгәндә,
Һеҙҙе эҙләп йөрөгәндә,
Он-талҡандай итегеҙҙе,
Күбәләктәй йәнегеҙҙе
Ҡайһы ерҙән табайым? –
Тигәс Урал, көлгәндәр.
– Көсөң етһә атырға,
Һыртты ергә һалырға,
Батша менән ярандарҙың
Алдына ҡарай ташларһың, –
Тип мыҫҡыллап ҡуйғандар,
Дүрте берҙән уҡталып,
Йәбешкән, ти, батырға.
Урал тотоп береһен,
Олаҡтырған батшаға,
Ҡалған өсөһен бер юлы –
Ярандары алдына.
Ер һелкенгәндәй булған,
Ярандар ҙа, батша ла,
Олаҡтырған батыр ҙа
Он-талҡанға ҡалған, ти,
Күҙҙән ғәйеп булған, ти.
Ҡан илаған әсәләр,
Һыҡтап торған аталар,
Ҡулы бәйле балалар, –
Барыһы ла күргән, ти,
Ябырылып Уралдың
Барыһы янына килгән, ти.
Урал һарайға барған, ти,
Бар халыҡты йыйған, ти,
Ҡасҡан-боҫҡан – барына
Үҙ йортона ҡайтырға
Урал фарман биргән, ти.
Аранан баш һайлатып,
Үҙе китмәк булған, ти.
Халыҡтар йыйын ҡорған,
Урал уртала булған.
Халыҡ эсендә ин ҡарты
Былай тиеп әйткән, ти:
– Егет тә егет икәнһең,
Егет, батыр икәнһең.
Йөрәгенә таянып,
Беләгенә һыҙғанып,
Беҙҙәйҙәрҙе ҡыҙғанып,
Килгән батыр икәнһең,
Еңеп ятыр икәнһең!
Батша асыуын ҡуптарған,
Һиңә ҡаршы өскөргән,
Шул айҡанлы беҙҙәрҙе.
Шатлы азат иттергән
Батша ҡыҙы булды бит,
Ул сәбәпсе булды бит.
Һине һөйөп шаулашты,
Атаһы менән даулашты;
Батша ҡыҙын ал, егет,
Бында тороп ҡал, егет! –
Тигән һүҙҙе ишеткәс,
Барыһы ла димләшкәс,
Урал алмаҡ булған, ти,
Ҡыҙҙы алып, туй яһап,
Бер аҙ ҡалмаҡ булған, ти.
3-сө бүлек. Уралдың Зәрҡумды үлемдән алып ҡалғаны, уның менән атаһы Ҡәһҡәһә батшаға барғаны, сер һарайын асҡаны, Гөлөстанды үҙенә алғаны
Бер нисә көн булған һуң,
Ҡыҙҙың туйы уҙған һуң,
Урал тағы киткән, ти,
Күп һыуҙарҙы кискән, ти.
Бара торғас, бер ерҙә,
Бер ҡая тау битендә,
Уйпат сая эсендә
Арыҫланынан төшөп,
Ял итергә ятҡанда,
Йылан ыҫлаған тауыш
Ҡолағына салынған.
Ырғып тороп урынынан,
Тирә-яғына ҡаранған.
Йыраҡ түгел, яҡында,
Бер ҡулҡының янында:
Бейеклеген ҡараһаң, –
Арыҫлан аша күренмәҫ,
Оҙонлоғон үлҫәһәң, –
Йөҙ аҙымда түкәлмәҫ,
Ғәләмәт бер ҙур йылан
Ҡулҡы эсенән һөҙөп,
Тотоп алған бер болан.
Ай, айҡаша, ти, былар,
Һай, сайҡаша, ти, былар;
Аҙаҡ сиктә түҙалмай,
Йыланға ҡаршы торалмай,
Сәсәп, йығылған болан,
Арт һанынан боландың
Шундуҡ ҡапҡан, ти, йылан.
Урал барған йүгереп;
Йылан ҡойроғон болғап,
Дулай, ти, ағас һындырып.
Уралды ла йоторға
Ҡойроҡ менән һуҡҡан, ти,
Урал урап йыландың
Ҡойроғонан тотҡан, ти.